Ғаиләле булыу һәр кеше өсөн ҙур бәхет, ул һәр бер кешене йылытыусы усаҡ. Бөрө ҡалаһында исемдәре күптәргә таныш Рәсилә һәм Илгиз Хәбибуллиндар ҙа 13 йыл бергә татыу бәхетле ғүмер итә. Улар “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе - 2024" асыҡ республика конкурсының төбәк этабында ҡатнашып, “Ғаилә йолалары” номинацияһында 3-сө урын яуланы. Өс ҡыҙ тәрбиәләүсе бәхетле әсәй менән ғаилә ҡиммәттәре тураһында әңгәмәләштек.
— Һаумыһығыҙ, Рәсилә Ғилемхан ҡыҙы. Һеҙ тыумышығыҙ менән ҡайҙан? Үҙегеҙ тураһында һөйләп китегеҙсе.
— Мин Балтас районының Көндәшле ауылында тыуып үҫтем. Бала саҡтан уҡытыусы булыу хыялы мине хәҙерге ӨФһТУ-ның Бөрө филиалына башланғыс класс уҡытыусылары әҙерләү бүлегенә алып килде. 2013 йылда ҡулыма диплом алдым. Хабаровск өлкәһенең Тулучи ҡасабаһында башланғыс кластар уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлымды башланым. Һуңынан Бөрө ҡалаһында "Шишмәкәй" балалар баҡсаһында тәрбиәсе булдым.
— Һеҙҙеңсә нимә ул ғаилә? Ғаиләгеҙ менән таныштырып үтегеҙ әле.
— Беҙҙең өсөн ғаилә төшөнсәһе – берҙәмлек, бер-береңә терәк булыу, аңлау, яратыу, бергә ваҡыт уҙғарыу, ғаилә йолаларын һаҡлау. Минең тормош иптәшем – Илгиз Марат улы. Бөрөлә уҡығанда мине “Бәйләнештә” социаль селтәрендә табып яҙҙы, шулай танышып киттек. Ул төҙөлөш колледжын тамамланы һәм бөгөн Себер яҡтарында вахта ысулы менән эшләй.13 йыл бергәбеҙ, өс ҡыҙыбыҙ бар. Улар ғаиләбеҙгә ҡот, йәм бирә. Өлкән ҡыҙыбыҙ Камилә — 2-се, Әминә 1-се класта уҡый, иң кескәйебеҙ Сәйҙә балалар баҡсаһына йөрөй.
Йәш сағымда үҙем дә төрлө спорт йүнәлешендә әүҙем ҡатнаша инем, ҡыҙҙарыбыҙҙың да һәләттәре күп. Улар Балалар сәнғәт мәктәбенә вокалға йөрөй. Бәләкәй ҡыҙыбыҙ бик тә бейергә ярата, бейеү түңәрәгендә шөғөлләнә. Төрлө конкурстарҙа, сараларҙа ла ҙур теләк менән ҡатнашалар, уңыштары менән ҡыуандыралар.
— Һеҙ "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе - 2024" асыҡ республика конкурсының төбәк этабында ҡатнаштығыҙ. Ниндәй тәьҫораттар алдығыҙ?
- Эйе, беҙ был конкурста ҡатнашып, "Ғаилә йолалары" номинацияһында өсөнсө урын яуланыҡ. Бындай конкурстар ғаиләне берләштерә. Ғаилә традицияларын, йолаларҙы һаҡлап ҡалдырыуҙа ла роле ҙур.
– Һеҙҙең ғаиләлә ниндәй тәрбиә принциптары, йолалар бар?
– Беҙ тормош иптәшем менән балаларыбыҙҙы үҙ-ара дуҫ-татыу, берҙәм итеп тәрбиәләргә тырышабыҙ. Һәр ял бергәләп ҡоймаҡ бешерәбеҙ, көн һайын саф һауала йөрөйбөҙ. Сәйәхәт итергә яратабыҙ, санала, конькиҙа шыуабыҙ. Үҙебеҙ ҙә балаларыбыҙ өсөн өлгө булып, бәләкәйҙән ғаилә ҡиммәттәрен һеңдерергә тырышабыҙ. Өлкәндәрҙе хөрмәт итергә, өйҙә ҡунаҡты йылы ҡаршы алырға, ә иң мөһиме – бер-береһенә ярҙам итергә өйрәтәбеҙ.
– Хәҙерге балалар күп ваҡытын гаджеттар менән үткәрә. Һеҙҙең быға ҡарашығыҙ ниндәй?
– Мобиль гаджеттар балаларҙың сәләмәтлегенә кире йоғонто яһай, шуға күрә ҡулланыу ваҡытын сикләйбеҙ.
– Ихлас яуаптарығыҙ өсөн рәхмәт, Рәсилә Ғилемхан ҡыҙы! Ғаиләгеҙгә бәхет һәм шатлыҡтар теләйбеҙ.
Аделина Шәмсиева,
Камила Мөхәмәтова.