Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
11 Февраль , 10:45

”Әсәй тип өндәшһәк, яраймы?”

тиеүенә күҙҙәремә йәш тулды...

”Әсәй тип өндәшһәк, яраймы?”
”Әсәй тип өндәшһәк, яраймы?”

Үкһеҙ етем балалар сит ғаиләлә йылылыҡ тойоп, атай-әсәй наҙына сумған икән, тимәк, бәхет сабыйҙарға йылмайған тигән һүҙ. Тәрбиәгә бала алыу өсөн оло йәнле, изге күңелле булырға кәрәктер, моғайын. Сит баланың хис-тойғоларын аңлап, ҡаҡмай-һуҡмай тәрбиәләү, барыһына ла тигеҙ ҡараш бүлеү ҙур сабырлыҡ талап итә. Борай районының Алтайыу ауылында ғүмер итеүсе Дуся һәм Айвар Ялаловтар ауырлыҡтарҙан ҡурҡып тормай, балалар йортонан өс бер туғанды тәрбиәһенә ала.

–Ҡыҙыбыҙ үҫеп, башлы-күҙле булғас, йорт күңелһеҙләнеп, бушап ҡалды.  Иптәшем менән кәңәшләшеп, балалар йортонан бер ир баланы тәрбиәгә  алырға булдыҡ. Ҡалтасы ауылындағы приютта ун йәшлек Эвелина, һигеҙ йәшлек Аделина һәм дүрт йәше лә тулмаған Русланды күргәс, бик ныҡ тулҡынландым, уларҙы тиҙерәк өйгә алып ҡайтаһы, тәрбиәләйһе, ҡыҫып ҡосаҡлағым килде. Балаларҙың болоҡһоу ҡараштары әле лә күҙ алдында, -– ти Дуся ханым.

Ғаилә тәүҙә ике бер туған ҡыҙҙы күреп, уларҙы тәрбиәгә алырға була. Приют мөдире уларҙың тағы бер ҡустыһы булыуын, тик әлегә уның ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм ителмәгән әсәһе менән йәшәүен белдерә. Ялаловтар документтар йыйып, ҡыҙҙарҙы приюттан алырға килгәндә Русландың да бында булыуын күрәләр. Диванда илауҙан күҙҙәре шешенеп бөткән бәләкәс кенә малайҙың температураһы ла күтәрелгән икән. Приют мөдире:”Алаһығыҙмы?” – тип һорау менән Ялаловтар “Эйе!” – тип яуап ҡайтара. Шулай итеп, ғаилә бер юлы өс балаға ата-әсә була.

–Балаларҙың әсәләре булып та йөҙҙәренә етемлек билдәләре сыҡҡан ине. Ҡайһы берәүҙәр тәрбиәгә бала алғас, зарлана, етешһеҙлектәрен аса башлай. Мин үҙемдең балаларым тураһында бер генә насар һүҙ ҙә әйтә алмайым, бына тигәндәр! Өйгә ҡайтыу менән: ”Әсәй тип өндәшһәк яраймы?” – тип рөхсәт һоранылар. Күҙҙәремә йәш тулды... Бәхет нимә ул, тип һорамағыҙ. Яуабы бик ябай уның. Был балалар өсөн иң ҙур бәхет – атайлы-әсәйле йылы йорт, ризыҡ тулы табын. Яҡшы уҡыйҙар, спорт менән ихлас шөғөлләнәләр минең ҡәҙерлеләрем. Ҡул эштәре менән дә рәхәтләнеп шөғөлләнәбеҙ. Күңелдәре кителеп ҡуймаһын тип, иптәшем менән уларға һөйөүебеҙҙе, ваҡытыбыҙҙы йәлләмәйбеҙ, – ти хужабикә.

Ялаловтар тәрбиәгә алған ҡыҙҙарын да һөнәрле, белемле иткеләре килә. Көндәлек тырышлыҡ, фекер алышыу һәм аңлатыу эше бушҡа булмай. Эвелина хәҙер Нефтекама машина төҙөлөшө колледжының ғәҙәттән тыш хәлдәр бүлегендә өсөнсө курста уҡый. Аделина Нефтекама күп функциялы колледжында ашнаҡсы һөнәре буйынса белем ала. Руслан хәҙер инде Борайҙағы 1-се урта мәктәпең V класс уҡыусыһы.

Ир менән ҡатындың бер һүҙле булыуы, аңлашып, кәңәшләшеп йәшәй белеүе тәрбиә, татыу һәм ныҡлы ғаилә булдырыу мәсьәләләренә туранан-тура ҡағыла. Икеһе лә Алтайыу ауылында тыуып үҫкән Айвар менән Дуся  бер үк мәктәптә уҡый. Егет армия хеҙмәтенән ҡайтҡас, ауыл һылыуы Дусяға ғашиҡ була. Күп тә үтмәй йәштәр өйләнешә, ҡыҙҙары Линда тыуа. Дуся туған тел уҡытыусыһы, балалар баҡсаһы мөдире булып эшләй, Удмурт дәүләт университетын ситтән тороп тамамлай. Айвар армия хеҙмәтенә тиклем умартасы һөнәрен үҙләштерә. Бөгөн ул – “Победа” йәмғиәтендә инспектор, өҫәтүенә байтаҡ йәмғиәт эштәрен алып бара.

Ялаловтарҙың ҡыҙҙары Линда ла бала йәнле, миһырбанлы, ата-әсәһенә хөрмәтле шәхес  булып үҫә. Балалары буй еткергәс, ул да бер йәшлек малайҙы тәрбиәгә алған. Хәҙер инде Максимға ла биш йәш.

 Оло йөрәкле, кешелекле, булдыҡлы Ялаловтар ғаиләһенә именлек, һаулыҡ теләйбеҙ!

Лира Юрасова.

Борай районы.

Фото: ғаилә архивынан.

 
Читайте нас: