Рәсәйҙә - Ғаилә йылы, Башҡортостанда Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы сиктәрендә Борайҙың Тарихи мәсетендә күркәм сара үткәрелде. Уның төп геройҙары мөмкинлектәре сикле ҡыҙҙар һәм малайҙар булды. Һәр береһенең тарихы беҙҙең өсөн үрнәк, батырлыҡ һәм маҡсатсанлыҡ символы булып тора.
Сараға йыйылыусыларҙы Ришат хәҙрәт Әсләмов сәләмләп, барыһын да һәр саҡ шулай әүҙем, тормош һөйөүсән булып ҡалырға саҡырҙы.
Тормош һынауҙарына дусар булған яҡташтарыбыҙҙың күңелен оҙон буйлы Ҡуян һәм Айыу ҡурсаҡтары күтәрҙе.
Ҡыҙҙар һәм малайҙар ҙур теләк менән төрлө спорт уйындарында, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашып, һәләттәрен күрһәтте, күңел асты. Улар “Шалҡан” әкиәтен сәхнәләштереп, барыһын да һоҡландырҙы һәм талантҡа сик юҡ икәнлеген тағы бер иҫбатланы.
Ҡыҙҙар һәм малайҙарға бүләктәр таратылғас, сара сәй табыны артында дауам итте.
Был осрашыу “Ярҙам” хәйриә фонды һәм “Ҡояш нуры” социаль адаптация һәм реабилитация үҙәге етәксеһе Елена Шумских ярҙамы менән ойошторолдо.
Лира Юрасова.