Оҙаҡ йылдар бергә татыу ғүмер итеү - ҙур бәхет һәм шул уҡ ваҡытта бөйөк хеҙмәт тә ул. Районыбыҙҙа ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлаған, балалар һәм ейән-ейәнсәрҙәрен матур тәрбиәләгән оло хөрмәткә лайыҡ ғаиләләр күп булыуы һөйөндөрә.
Төлгөҙбаш ауылында быйыл ғаилә ҡороуҙарына 55 йылды билдәләйәсәк Наилә һәм Рафаил Дәүләтовтар нәҡ шундай хөрмәтле ғаиләләрҙең береһе. Ауылдаштарының ихтирамын намыҫлы, ярҙамсыл, хеҙмәт һөйөүсән булыуҙары менән яулайҙар.
Рафаил Мулланур улы 1949 йылда Төлгөҙбаш ауылында тыуа. Ете бала тәрбиәләнгән ҙур ғаиләлә үҫә. Кесе йәштән малай ата-әсәһенә хужалыҡ эштәрендә ярҙам итеп эшһөйәр, техника менән ҡыҙыҡһыныусан булып үҫә.
Һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Асҡын һөнәрселек училищеһына (хәҙерге ваҡытта Башҡорт ауыл хужалығы һөнәри колледжы — авт.иҫк.) уҡырға керә. Тракторсы таныҡлығы алғас, хеҙмәт юлын “Дружба” колхозында башлай. Ул ғүмере буйына тыуған ауылында колхозда механизатор булып эшләй. Күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте бихисап Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән билдәләнгән. Рафаил Мулланур улы — хеҙмәт ветераны.
Наилә Хәбибулла ҡыҙы тыумышы менән Иҫке Ҡаҙансы ауылынан. Мәктәпте тамамлағас, Дыуан аграр техникумында уҡып, агроном белгеслегенә эйә була. Нәҡ ошо ваҡытта ул практика үтергә Төлгөҙбаш ауылына килә һәм йәш, сибәр егет Рафаилды осрата. Йәштәр бер-береһен оҡшатып, аралаша башлай, йөрәктәрендә мөхәббәт хисе уяна һәм 1969 йылда сәстәрен-сәскә бәйләй. Тәүге йылда ата-әсә менән бергә торалар, артабан яңы төҙөлә башлаған йортто һалып сығалар.
Наилә Хәбибулла ҡыҙы төрлө урындарҙа эшләй: интернатта тәрбиәсе лә, заправкалаусы, совхозда склад мөдире, мәктәптә иҙән йыуыусы. “Тик ултырманым, эш етерлек булды”, — тип һөйләй Наилә апай. Ә өйҙә балалар, уларҙы тәрбиәләргә, ҡарарға кәрәк.
Эшләгән йылдарын хәтерләгәндә, Дәүләтовтар совхоз коллективын, производствола ғына түгел, ә үҙ хуҗалыҡтарында ла нисек тырышып эшләүҙәрен йылы һүҙҙәр менән иҫкә ала. Улар ауылдаш-йәштәштәре — Йәрис Зәйдуллин, Рәхимйән Абдуллин, Рәсил Ҡасимов менән һаман да дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрен һаҡлай, бер-береһенә хәл белешергә йөрөй.
Дәүләтовтар — тырыш, асыҡ күңелле, ҡунаҡсыл кешеләр. Был сифаттарҙы улар балаларында ла тәрбиәләгән. Ҡыҙҙары Эльмира ғаиләһе менән Нефтекама ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. Тормош иптәше менән дүрт бала тәрбиәләйҙәр. Улдары Илшат ғаиләһе менән тыуған ауылында йәшәй. Тормош иптәше Айһылу менән өс бала үҫтерәләр. Икеһе лә балалар баҡсаһында эшләй. Кесе ҡыҙҙары Миләүшә Асҡын ауылында йәшәй һәм 2 -се балалар баҡсаһында эшләй. Ире менән өс бала тәрбиәләйҙәр. Шулай, Дәүләтовтар 10 ейән-ейәнсәр һәм биш бүлә-бүләсәргә бәхетле олатай һәм өләсәй булған.
“Наилә апай — аш-һыу оҫтаһы, бик тәмле итеп пирог, шәңгә, ҡоймаҡ, ҙур бәлештәр бешерә. Әҙерләгән ризыҡтары менән яҡындарын һәм дуҫтарын һыйларға ярата. Һәр сараға сәй өҫтәленә тәмле-татлы ҡамыр ризыҡтары бешерә, уға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Беҙгә һәр саҡ ярҙам итеп тора. Һәр кемгә изгелекле Рафаил Мулланур улы ла бар эшкә лә оҫта, һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер, ғәҙел, һәр бер эшкә намыҫлы ҡарай”, — тип һөйләй Дәүләтовтар тураһында Төлгөҙбаш ауылының ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Мөсәлиә Фәтхуллина.
Дәүләтовтар балалары һәм яҡташтары өсөн һәр яҡлап өлгө булып тора. Улар тормошҡа һәр саҡ ыңғай ҡарашта.
Умартасылыҡ — уларҙың яратҡан ғаилә шөғөлө, 20 йылдан артыҡ бал ҡорттары ҡарайҙар.
“Йәш ғаиләләргә ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?” — тигән һорауға, Наилә Хәбибулла ҡыҙы:
— Ғаилә — ул сабырлыҡ, бер-береңә юл ҡуя белеү, һәм, әлбиттә, мөхәббәт. Ғаиләлә бары ла була: ир менән ҡатын һүҙгә килешеп, асыуланышып та китә. Ҡатын-ҡыҙ аҡыллы булырға, ғәфү итә белергә тейеш. Ата-әсә балалары өсөн дә һәр саҡ өлгө булырға тейеш, — тип яуап бирҙе.
Дәүләтовтар бөгөн дә тырышып, гөрләтеп донъя көтә. Ағымдағы йыл улар өсөн ваҡиғаларға бик бай — июлдә бергә йәшәүҙәренең 55 йыллығын, шулай ук икеһе лә 75 йәштәрен: Рафаил Мулланур улы — бөгөн, 9 февралдә, Наилә Хәбибулла ҡыҙы 15 сентябрҙә билдәләйәсәк, Алла бойорһа.
Уларға ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге, балалар һәм ейән-ейәнсәрҙәр шатлығы теләйбеҙ.
Наилә Имаева.