Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
14 Ғинуар , 08:30

Йыр-моңға ғашиҡ ғаилә

Районда үткән барлыҡ мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнай Әхмәтовтар.

Йыр-моңға ғашиҡ  ғаилә
Йыр-моңға ғашиҡ ғаилә

 

Һәр төбәк үҙенең тырыш, татыу, талантлы  ғаиләләре менән данлы. Борай  ауылында  йәшәүсе йыр-моңға ғашиҡ   Светлана һәм Илшат  Әхмәтовтар  ҙа  күп яҡлы таланттары менән тыуған еренә йәм өҫтәп, тормош ҡәҙерен белеп, башҡаларға ла дәрт-дарман өләшә. Улар икеһе лә район Мәҙәниәт йортонда эшләй.

Йәш ғаиләнең бер-береһен ҡәҙер-хөрмәткә, наҙ-һөйөүгә төрөп йәшәүенә  10 йыл тула. Ҡорған донъялары етеш, тормоштары түңәрәк уларҙың. Алдарына яңы маҡсаттар ҡуйып, уларға ирешеү өсөн  бар тырышлығын һала улар.

Әхмәтовтарҙың   икеһе лә Тәтешле районында тыуып үҫкән. Светлана район үҙәге Үрге Тәтешле ҡыҙы булһа, Илшат  — Үрге Ҡоҙаш ауылынан.

Борай ауылына  Әхмәтовтар  2013  йылда  күсенеп килә. Әлеге ваҡытта Светлана Динис ҡыҙы Борай Мәҙәниәт йортоноң халыҡ ижады буйынса методисы булып эшләй. Тормош иптәше менән бергә булдырған “Сәйлән” вокаль ансамбле солисы һәм етәксеһе лә. Шулай уҡ Светлана Динис ҡыҙы Балалар ижады йортонда вокал түңәрәген дә етәкләй.

 Илшат Ринат улы  — район Мәҙәниәт йорто аккомпаниаторы. Баянды Илшаттан, Илшатты баяндан башҡа күҙ алдына килтереп булмай. Концерттарҙа биш рәтле ҙур баянын еңел генә күтәреп сығып, тамашасыны уйнаған көйөнөң беренсе нотаһынан уҡ моң даръяһына алып инеп китә ул. Районда үткән барлыҡ мәҙәни сараның уртаһында ҡайнай Әхмәтовтар.

Талантлы ғаилә мөхәббәт емештәре булған ике ул  һәм бер ҡыҙ үҫтерә. Улдары  Вадим  — 3-сө,   Руслан 1-се класта  уҡый. Арина балалар баҡсаһына  йәсле төркөмөнә йөрөй.

Бына шулай, һәр йәһәттән дә талантлы ул Әхмәтовтар! Ҡорған донъялары ла үҙенсәлекле, матур. Ә йыр-моң – Әхмәтовтар өсөн күңел талабы, йәшәү мәғәнәһе, ата-бабалар рухы, аманаты.

Әхмәтовтар тураһында тулыраҡ “Йәнтөйәк” гәзитенең 17 ғинуарҙа донъя күрәсәк һанында уҡый алаһығыҙ.

Гөлназ Ханова.

Йыр-моңға ғашиҡ  ғаилә
Йыр-моңға ғашиҡ  ғаилә
Йыр-моңға ғашиҡ  ғаилә
Йыр-моңға ғашиҡ  ғаилә
Йыр-моңға ғашиҡ  ғаилә
Йыр-моңға ғашиҡ  ғаилә
Йыр-моңға ғашиҡ ғаилә
Читайте нас: