Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
26 Ноябрь 2023, 09:00

Лайыҡлы тормош юлы үткән әсәй

бөгөн балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең уңыштарына һөйөнөп йәшәй

Лайыҡлы тормош юлы үткән әсәй
Лайыҡлы тормош юлы үткән әсәй

Һәр кемдең тормошонда иң һөйөклө, ҡәҙерле кеше ул – әсәй. Ялғыштарыбыҙҙы, хаталарыбыҙҙы һәр саҡ ғәфү итеүсе лә, нисә йәштә булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, беҙҙе сабый бала кеүек ҡайғыртып, беҙҙең өсөн ут йотоп йәшәүсе лә ул. Борай ауылында ғүмер итеүсе өс бала әсәһе Фәүиә Шакир ҡыҙы Ханова нәҡ шундайҙарҙан.

Яңы Шилек ауылында Мәхтүмә һәм Шакир Ситдыҡовтар ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә ул. Атаһы — урмансы, әсәһе колхозсы була. Шуға күрә лә тәбиғәт ҡәҙерен белеү, сәскәләр яратыуы атаһынан килһә, уңғанлыҡты әсәһенән ала.
Фәүиә Шакир ҡыҙы хәреф танып, һүҙҙәр уҡый башлағас та, ауыл китапханаһына барып, китап алып ҡайта. Тәүҙә уны төрлө йәнлектәр, үҫемлектәр тураһындағы китап ҡыҙыҡһындырһа, үҫә төшкәс, кеше яҙмышын сағылдырған романдарға өҫтөнлөк бирә.
Күп балалы ғаиләлә үҫкәнгәме, Фәүиә бәләкәйҙән тырыш була. Тыуған ауылында дүрт класс уҡығас, биштән алып унынсыға тиклем көн дә алты саҡрым йәйәү йөрөп, Таңатар ауылы мәктәбендә белем ала. Уҡыу уның өсөн һәр саҡ беренсе урында була. Мәктәпте лә уңышлы тамамлай, йәйҙәрен дуҫтарына эйәреп колхоз эштәрендә лә ҡатнаша.
Тырыш ҡыҙ 18 йәше тулыу менән Ҡушманаҡ ауылы егете Фирҙәүис Ғараби улына кейәүгә сыға. Һөнәри белем кәрәклеген аңлап, Өфө ҡалаһына китапханасылар әҙерләүсе колледжға уҡырға инә. Йәш белгес хеҙмәт юлын район үҙәк китапханаһында башлай һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы ошонда эшләй. Хеҙмәтен яратып, эшен теүәл, ҙур яуаплылыҡ менән башҡарғаны өсөн уны мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең район профсоюз ойошмаһы рәйесе итеп тәғәйенләйҙәр. Был яуаплы вазифаны ла ул намыҫ менән башҡара.
Йәш ғаиләгә йәм өҫтәп, бер-бер артлы өс ҡыҙҙары тыуа. Бөгөн улар барыһы ла Борайҙа йәшәй һәм эшләй. Айгөл – үҙәк район дауаханаһының терапия бүлегендә шәфҡәт туташы булып, Гөлшат – мәҙәниәт, ә Гөлназ мәғариф бүлектәрендә эшләй.
Фәүиә һәм Фирҙәүис Хановтарҙың биш ейән-ейәнсәре: Алия, Искәндәр, Зиннур, Әмир һәм Арина уңыштары менән ҡыуандыра. Алия — Ҡазанда, Искәндәр Мәскәүҙә уҡый, ҡалғандары урындағы гимназияла белем ала.
Фәүиә Шакир ҡыҙының иң ҙур байлығы — балалары. Уларға яғымлы, яратҡан, бар яҡтан да өлгөлө әсәй һәм өләсәй булып, улар менән мәж килеп, пар ҡанаты Фирҙәүис Ғараби улы менән тыныс, бәхетле ғүмер кисерә.

Гөлназ Ханова.

Борай районы.

Лайыҡлы тормош юлы үткән әсәй
Лайыҡлы тормош юлы үткән әсәй
Автор:
Читайте нас: