Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
26 Ноябрь 2023, 10:00

“Беҙгә атай-әсәйебеҙ өлгө булды”

Лепешкин ауылынан Анжела Иванова биш балаға ғүмер бүләк иткән

“Беҙгә атай-әсәйебеҙ өлгө булды”
“Беҙгә атай-әсәйебеҙ өлгө булды”

Районыбыҙ Башҡортостан менән берҙәм темпта үҫешә. Һәм беҙҙең төп байлығыбыҙ — Мишкәнең тырыш һәм татыу халҡы. Шуныһы ҡыуаныслы, районда күп бала тәрбиәләгән өлгөлө әсәйҙәр йылдан-йыл арта. Улар сабыйҙарын наҙ-һөйөүгә сорнап, бар йөрәк йылыһын биреп үҫтерә.
Күптән түгел Мишкә ауылының Мари тарихи-мәҙәни үҙәгендә ойошторолған байрам концертында сираттағы тапҡыр “Әсәлек даны” миҙалын тапшырыу тантанаһы үтте. Лепешкин ауылында йәшәүсе Анжела Ивановаға награданы Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев тапшырҙы. Сарала күп бала тәрбиәләгән әсә хөрмәтенә бик күп йылы һүҙҙәр әйтелде. Ысынлап та, беҙ ундай ғаиләләр менән ғорурланабыҙ. Бала үҫтереү — ҙур шатлыҡ һәм оло яуаплылыҡ. Ә ир менән ҡатындың балалары күп икән — был улар иңенә ятҡан икеләтә яуаплылыҡ һәм ҙур хеҙмәт. Ивановтар ғаиләһе ғүмер иткән Лепешкин ауылы район үҙәгенән 53 километр йыраҡлыҡта ята. Улар йәшәгән Йәштәр урамында заманса төҙөлгән матур өйҙәр теҙелеп киткән. Шулар араһында Ивановтар йорто ла балҡып ултыра. Анжела Александровна һөйләүенсә, улар ире менән икеһе лә ошо ауылдан, күп балалы ғаиләлә тыуғандар, күрше генә йәшәгәндәр һәм бер-береһен бала саҡтан уҡ яҡшы белгәндәр.
— Атай-әсәйем Людмила Дмитриевна һәм Александр Ямалиевичтың алты балаһы бар, мин икенселәре, — тип һөйләй хужабикә. — Тормош иптәшемдең ата-әсәһе Зина Ивановна һәм Ларион Кугубаевич биш бала үҫтергән. Минең ирем Юрий өсөнсө бала. Шулай итеп, үҙебеҙҙән бәләкәйҙәрҙе ҡарашырға икебеҙ ҙә бала саҡтан өйрәнеп үҫтек. Күп балалы ғаиләлә үҫкәнгә, үҙебеҙ ҙә ишле бала тәрбиәләргә ҡарар иттек. 2015 йылда ошо өйҙө төҙөп сыҡтыҡ. Бында ике бәләкәсебеҙ: ҡыҙыбыҙ Милена һәм улыбыҙ Борис тыуҙы. Улар хәҙер ҡыҫҡа ваҡытлы төркөмгә йөрөй. Уртансыбыҙ Полина алтынсы класта уҡый. Ә өлкән улдарыбыҙ Алесандр һәм Роман ҙурҙар инде. Алесандрға 20 йәш, армияла хеҙмәт итеп ҡайтты, әлеге ваҡытта Себер яҡтарында эшләй. Роман быйыл 11-се класты тамамланы, Бөрө ҡалаһында автомәктәптә уҡый, хәрби хеҙмәткә барырға әҙерләнә.
Ғаилә башлығы Юрий Ларионович Екатеринбург ҡалаһында бетонсы булып эшләй. Ул вахтала булғанда барлыҡ хужалыҡ эше Анжела Александровна иңенә төшә. Ә малды Ивановтар ишле ҡарай: ике һыйыр, ике быҙау, һарыҡтар, сусҡалар, ҡаҙҙар һәм тауыҡтар.
— Өй эшен яратам мин. Барына ла өлгөрәм, кемдең етеш тормошта йәшәгеһе килә, барыһы ла шулай көн күрә инде, — тип һөйләй Анжела Александровна. — Беҙҙең өсөн атай-әсәйҙәребеҙ өлгө булды. Уларға ҡарап, матур йәшәргә тырышабыҙ. Минекеләрҙең 25 ейән-ейәнсәре, бер бүләһе бар. Тормош иптәшем яғынан — 10 ейән-ейәнсәр һәм ике бүләсәр. “Әсәлек даны” миҙалы — беҙҙең дөйөм тырышлыҡ. Ирем ышаныслы булмаһа, мин ишле бала табырға ҡыймаҫ инем. Был — ҙур яуаплылыҡ. Оло улдарыбыҙ бәләкәйҙәрен ҡарашты. Полина хәҙер минең ярҙамсым. Үҙем дә әсәйемә оҡшап, иғтибарлы, хәстәрлекле әсәй булырға тырышам. Ул да — Герой-әсә, 1-се һәм 2-се дәрәжә “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ. Ҡәйнәм дә ошо миҙал менән бүләкләнгән.
Ҡайтырға сыҡҡанда Анжела Иванованан: “Һеҙ үҙегеҙ ишле ғаиләлә тыуып, ишле бала үҫтерәһегеҙ. Балаларығыҙҙың да күп бала тәрбиәләүен теләр инегеҙме?” — тип һораным.
— Мин балаларыбыҙҙың тормошта үҙ урынын табыуын теләйем. Ә ҙур ғаиләнең бәхет икәнен улар ишетеп түгел, күреп белә, — тине ул.


Светлана Тоймурзина.

Мишкә районы.

“Беҙгә атай-әсәйебеҙ өлгө булды”
“Беҙгә атай-әсәйебеҙ өлгө булды”
Автор:
Читайте нас: