Йәнтөйәк
-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
12 Ноябрь 2023, 11:30

Бар эшкә лә оҫта талантлы ғаилә

Үршиҙе ауылында йәшәүсе  Алһыу һәм Рәдиф Фәйзуллиндар уңғанлыҡтары менән барыһын да һоҡландыра.  

Бар эшкә лә оҫта  талантлы ғаилә
Бар эшкә лә оҫта талантлы ғаилә

Алһыу Мансур ҡыҙы менән Рәдиф Рәшит улы Фәйзуллиндар 17 йыл бергәй татыу ғүмер итә,  өс бала тәрбиәләйҙәр.  Икеһе лә бер ауылда, күрше генә булып, ишле ғаиләләрҙә  үҫкән.    Ата-әсәләре бәләкәйҙән эшкә өйрәтеп, үҙҙәре өлгөһөндә эшһөйәр, ярҙамсыл, ихтирамлы итеп, күркәм тәрбиә биреп үҫтергән.

Фәйзуллиндар ғаиләһенең яратҡан шөғөлө — умартасылыҡ. Рәдифкә был эш бәләкәйҙән таныш, сөнки Сафуан олатаһы, артабан Рәдифтең ата-әсәһе Рәшит ағай менән Фәрзәнә апай  оҙаҡ йылдар бал  ҡорттары ҡарай.  Рәдиф бәләкәйҙән уларға ярҙамлашып, ошо кәсепкә өрйәнеп, тәжрибә туплай.  Үҙ өйләнеп, донъя ҡорғас, умартасылыҡ  ғаилә шөғөлөнә әйләнә.

Йүнсел ғаилә күпләп мал-тыуар аҫрай, ҡош-ҡорт  ҡарай, баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерә.

Быйыл, мәҫәлән, 21 ҡаҙ ҡарап үҫтергәндәр һәм күптән түгел генә “Айыҡ ауыл – 2023” республика конкурсының муниципаль этабы сиктәрендә,  матур итеп Ҡаҙ өмәһе үткәргәндәр. Өмәгә туғандары, яҡындары һәм Альбина Насырова етәкләгән “Гөлнәзирә” фольклор ансамбле апайҙары ла килә. Бергәләп эшләгәс, эш ырамлы, тиҙ башҡарыла.

Алһыу Мансур ҡыҙы  — бар эшкә лә оҫта хужабикә. Бәләкәйҙән бәйләргә өйрәнеп, мәктәп йылдарында уҡ үҙенә ойоҡбаш-бейәләйҙәр, башлыҡтар, башмаҡтар, кофталар бәйләй. Үҙе әсәй булғас, балаларына ла төрләндереп йылы кейемдәр бәйләп кейҙерә. Ә өсөнсө балаһы  - улы Эмиль тыуғас, ул Интернеттан оҫталыҡ дәрестәре ҡарап,  тегергә өйрәнә.  Хәҙер инде байтаҡ тәжрибә туплаған тегеүсе  балаларына  костюмдар, курткалар, күлдәк-ыштандар тегеп ҡыуандыра. Кәрәкле туҡыманы ла интернет аша ғына яҙҙырып алам, ти оҫта ҡуллы хужабикә.

Бына шулай, айыҡ, сәләмәт тормошҡа ынтылыусы Үршиҙе ауылында  эшһөйәр, егәрле, талантлы ғаилә йәшәй.  Фәйзуллиндар   йәштәр өсөн тырышлыҡ, теләк, сабырлыҡ булғанда ауыл ерендә лә бына тигән итеп, гөрләтеп йәшәргә, балалар үҫтерергә һәм яратҡан эшең менән шөғөлләнергә булғанын иҫбатлап ғүмер итә.

 Алһыу һәм Рәшит Фәйзуллиндар тураһында район гәзиттәренең киләһе һанында тулыраҡ уҡый алаһығыҙ.

Наилә Имаева.

Фотолар ғаилә архивынан алынды.

Бар эшкә лә оҫта  талантлы ғаилә
Бар эшкә лә оҫта  талантлы ғаилә
Бар эшкә лә оҫта  талантлы ғаилә
Бар эшкә лә оҫта талантлы ғаилә
Читайте нас: