Йәнтөйәк
-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
29 Октябрь 2023, 10:00

Бәхет сере – татыулыҡта

Алты балаға хәстәрлекле атай һәм әсәй булған Әхмәҙиевтар

Бәхет сере – татыулыҡта
Бәхет сере – татыулыҡта

Әхмәҙиевтарҙың татыу ғаиләһе менән танышыуыбыҙға 20 йыллап. Бик үк яҡындан аралашмаһаҡ та, ата-әсәләрҙең класс һәм мәктәп йыйылыштарында йәш кенә әсәй менән атайҙың һәр ваҡыт бергә йөрөүе, ипле генә балалар тәрбиәләүҙә ҡатнашыуы һәр кемдең иғтибар үҙәгендә булды. Тора-бара класта йәки мәктәптә парталарҙы ремонтларға булһынмы, шкафтарҙы йүнәтергә кәрәкһенме, иң беренсе Андрей Вячеславович ярҙамға килер ине. Бына шулай һәр ергә өлгөр, тәрбиәле ғаилә беҙҙең күҙ алдыбыҙҙа булды.
Андрейҙың бала сағы ла, мәктәп йылдары ла, студент тормошо ла Бөрө ҡалаһы менән бәйле. Бөрө дәүләт педагогия институты эргәһендәге лицейҙы тамамлағас, юғары уҡыу йортоноң биология һәм химия факультетына уҡырға инә. Беренсе курстан һуң ғүмерлек тормош иптәше буласаҡ ҡыҙ – Евгенияны осрата. Ул да шул уҡ факультеттың икенсе курсы студенты була. Андрей — III, Евгения IV курсты тамамлағанда улар сәстәрен-сәскә бәйләй. Андрейҙың уҡып бөтөүенә тағы ла бер йыл ҡалғанда ҡыҙҙары Ксения тыуа. Бәхетле атай күп уйлап тормайынса, “Эльдорадо” магазинына һатыусы булып урынлашып, ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсә. Был ваҡытта уҡыуға бер йыл алда барған Евгения ҡыҙыл дипломын ҡулына алған була.
Туйға тиклем үк Андрей биш баланан торған ҙур ғаилә тураһында хыяллана. Хоҙай уларға дүрт ҡыҙ, ике малай бирә. Уларҙың һәр береһен Андрей Вячеславович ҡыуанып ҡабул итә. Ҡатыны әйтеүенсә, ул бер ваҡытта ла малайҙар тураһында һүҙ ҡуҙғатмай. “Дүртенсе ҡыҙыбыҙ тыуғандан һуң иремдең нәҫелен дауам итерлек малайы булыуын теләнем. Бишенсе балабыҙҙың малай булырын белгәс, уға башҡа исем уйлай алманым. Шулай итеп, Андрейыбыҙ тыуҙы. Ике йылдан Хоҙай беҙгә Никитаны бирҙе”, – ти бәхетле әсә.
Ғаилә башлығының һәр ваҡыт күңеленә оҡшаған эш менән шөғөлләнгеһе килә. Шуға күрә ул мебель эшләү менән ҡыҙыҡһына башлай. Был эштең нескәлектәрен үҙләштереп, оҫта ҡуллы атай бына тигән йыһаздар яһай.
Ике ҡатлы шәхси йорттағы һәр әйбергә уның ҡул йылыһы тейгән. Нимәлер ремонтлағанда, йүнәткәндә ҡул араһына инеп барған малайҙар ҙа атай эргәһендә урала, ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша. Шулай булмай ни, хәҙер инде Андрюша 2-се класта уҡый, балалар баҡсаһына йөрөгән Никитаға ла тиҙҙән алты йәш тула.
Ғөмүмән, ғаиләлә һәр эш бергә башҡарыла. Шәхси йортта баҡса эше лә етерлек, эт менән өс бесәй ҙә һәр ваҡыт иғтибар талап итә.
Ҡыҙҙар инде буй еткергән. Ксюша — Өфө фән һәм технологиялар университетының 2-се курс студенты. Инглиз телен тәрәндән өйрәнә. Киләсәктә тәржемәсе булырға хыяллана. Апаларының баш ҡаланан ялға ҡайтыуын бәләкәстәр түҙемһеҙләнеп көтөп ала. Анна лицейҙың 11-се класс уҡыусыһы, Анастасия — 7-се, Таисия иһә 5-се класта уҡый. Улар яҡшы өлгәшеүҙәре, өлгөлө тәртиптәре менән дә ата-әсәләрен ҡыуандырып тора.
Балаларҙың һәр береһенең ҡыҙыҡһыныуы иҫәпкә алына Әхмәҙиевтар ғаиләһендә. Аня менән Настя «Алена» цирк студияһында шөғөлләнә. Аня М. Бәширов исемендәге Бөрө балалар музыка мәктәбенең фортепиано класын тик яҡшы билдәләргә тамамлаған. Апаһы кеүек Таисия ла музыкаль мәктәптең 5-се класында фортепианола уйнау серҙәренә төшөнә. Малайҙар лего-конструкция менән ҡыҙыҡһына.
Андрей менән Евгения Әхмәҙиевтар балаларҙа яҡшылыҡ, мәрхәмәтлелек, эш һөйөүсәнлек, яңы белем алыуға ынтылыш тәрбиәләргә тырыша. Аҙна буйына эш менән мәшғүл булғас, атай кеше ял көндәрендә бар иғтибарын балаларына бүлә. Ә оҙайлы каникул ваҡыттарында бөтә ғаилә менән машинала сәйәхәт итеү традицияға ингән.
Бына шундай өлгө алырлыҡ татыу, күркәм ғаиләләр районыбыҙҙы биҙәй.

Ғәлиә Ғәниева.

Бәхет сере – татыулыҡта
Бәхет сере – татыулыҡта
Автор:
Читайте нас: