Үҙенең бай тарихы, матур тәбиғәте, тырыш халҡы менән билдәле Янағош ауылына юл төшкәндә уңған, маҡсатсан Бикбулатовтар ғаиләһе менән танышырға тура килде. Ләйсән Фәрит ҡыҙына ниәтемде еткергәс, ул аптырап китте һәм үҙҙәренең ябай ғаилә икәнлектәре, ундайҙарҙың ауылда күп булыуы хаҡында әйтте. Эйе, эшһөйәр, тырыш ғаиләләр байтаҡ Янағошта һәм нәҡ улар арҡаһында ауыл йәшәй һәм үҫешә.
Тормошта кешеләр осраҡлы ғына күрешмәй, бер-береһе менән яҙмышын бәйләр, шатлыҡтарҙы һәм ауырлыҡтарҙы бергәләп бүлер өсөн таныша һәм ҡауыша. 2001 йылдың ғинуарында 19 йәшлек Ләйсән дә Янағошҡа китапханасы булып эшкә килеп, Данир менән таныша. Ҡыҙ Өфө китапхана техникумында ситтән тороп уҡыған була. Райондың бөтөнләй икенсе яғында урынлашҡан Терәкәй ауылында тыуып-үҫкән Ләйсән Янағошто ишетеп белһә лә, ҡайҙалығын күҙ алдына ла килтермәгән була. Шуға күрә, ят ергә килеп төшкәс, башта аптырап ҡала. Ләкин шул саҡ әкиәттәге кеүек бер егет килеп сыға һәм ярҙам ҡулы һуҙа — фатирға урынлашырға булыша, китапхананы күрһәтә, ауыл менән таныштыра. Был ваҡытта инде Данир Йоматау ауыл хужалығы техникумын тамамлап, колхозда иҡтисадсы булып эшләп йөрөй, бер ни тиклем тормош тәжрибәһе лә була. “Нимәһе менән үҙенә тартты был егет?” тигән һорауға, Ләйсән: “Ышаныслы булып күренде”, — тип яуап ҡайтара. Уның өсөн һәр ваҡыт ата-әсәһе өлгө булып тора, ә Данирҙы атаһына оҡшата йәш ҡыҙ. Үҙе үҫкәндәге кеүек ныҡлы, татыу ғаилә ҡорорға теләй. Июлдә йәштәр сәстәрен-сәскә бәйләй. Өйләнешкәс, бер ни тиклем ата-әсәләре менән йәшәйҙәр. Йәш ғаиләгә бәхет өҫтәп, ҡыҙҙары Диләрә тыуа. Данир ишле ғаиләлә туғыҙынсы бала, тормош ҡанундары буйынса ата-әсәне ул ҡарарға тейеш була. Шуға улар төп йортта йәшәй, ә унан бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәй.
Бер ни тиклем ваҡыттан һуң йәштәр айырым тормош ҡорорға уйлай. Донъя булғас, төрлөһө була. Бикбулатовтарҙың да ғүмер юлы шыма ғына бармай. Ауырлыҡтарҙы ҡулға-ҡул тотоношоп, бергә үтә улар. 2018 йылда ауылда ҙур, иркен өй барлыҡҡа килә — сәскәләр гөрләп үҫеп ултырған ҙур тәҙрәләре, яҡты, йылы бүлмәләре булған нәҡ шундай өй тураһында оҙаҡ йылдар хыяллана йәш ғаилә. Хыялды тормошҡа ашырыу өсөн ҙур тырышлыҡ һалырға тура килә. Сөнки 2005 йылда ғаилә башлығы эшен алмаштыра, педагог һөнәренә уҡып сығып, урындағы мәктәптә биологиянан уҡыусыларға белем бирә. Данир Хәниф улы үҙен яҡшы белгес итеп күрһәтә. Бала саҡтан хеҙмәткә һәм тәртипкә өйрәнеп үҫкән кеше булараҡ, ул ғаиләһенә генә түгел, башҡарған эшенә лә бар күңел йылыһын һала. Мәктәп баҡсаһы барлыҡ талаптарға тура килеп, гөрләп үҫә. Хеҙмәттәштәре Данир Хәниф улы тураһында тик маҡтау һүҙҙәре генә әйтә. 12 йыл эшләгәндән һуң яҙмыш йәнә һынай уны — ҡыҫҡартыуға эләгә. Төшөнкөлөккә бирелеп ултырмай ғаилә башлығы, йыраҡ Иркутск өлкәһенә вахта менән эшкә урынлаша. Ә ялға ҡайтҡан сағында өй мәшәҡәттәре менән мәшғүл була — яңы һарай һәм мунса һала. Ир кеше төҙөгән һәр нәмәлә ҡатын-ҡыҙҙың да өлөшө ҙур. Һәр эште ир менән ҡатын кәңәшләшеп, уртаҡ уй-фекергә килеп башҡара.
Ә Ләйсән Фәрит ҡыҙы китапханала эшләүен дауам итә. 2012 йылда китапхана моделлегә әйләнә. Бер нисә ай тормош иптәшенән башҡа йәшәүе ауыр булһа ла, өй мәшәҡәттәрен дә, һөнәри бурыстарын да еренә еткереп башҡара. Мал да ҡарай, өйөн дә тәртиптә тота, оло йәштәге ата-әсәһенә лә ярҙамлашырға өлгөрә, ҡыҙы ла уҡыуҙағы уңыштары менән һөйөндөрә. Ә ғаилә башлығы һөйөклө ҡыҙы һәм тормош иптәше өсөн барын да эшләй. Бикбулатовтар ғаиләһендә иң мөһиме — ышаныс, бер-береңә ҡарата хөрмәт һәм һөйөү, асыҡ күңел, һәм тағы ла өйҙәге үҙ ҡулдарың менән тыуҙырған йылы һәм уңайлы мөхит.
— Данир — ышаныслы таянысым, — ти Ләйсән. — Ҡыҙым менән улар — донъяла иң ҡәҙерле кешеләрем. Уларҙан башҡа тормошто күҙ алдына ла килтерә алмайым.
Үҙ сиратында, ғаилә башлығы ла иң яҡшы, иғтибарлы, һөйкөмлө ҡатын-ҡыҙ менән осраштырғаны өсөн яҙмышына рәхмәтле.
— Минең өсөн әсәйем — тормош, яҡшылыҡ, хәстәрлек менән бәйле бөтөн нәмә, ә атайым һәр яҡлап өлгө булып тора, — ти БДУ-ның 3-сө курсында белем алыусы ҡыҙҙары Диләрә.
Әсә менән ҡыҙ бер-береһенән айырылмаҫ әхирәттәргә оҡшаған. Татыу һәм берҙәм ғаиләлә башҡаса булыу мөмкин дә түгел.
Ләйсән Фәрит ҡыҙы ауыл тормошонда ҡайнап йәшәй, халыҡ иҫәбен алыуҙа ғына биш ҡабат ҡатнашҡан, һайлауҙарҙа башта комиссия ағзаһы булһа, инде рәйес вазифаһын башҡара.
Үҙенең хыялдары һәм пландары менән бүлешкеһе килмәне уның. Аңлашыла ла, был бик шәхсән. Ләкин тел төбөнән шуны аңланым, ҡалала йәшәп ҡарағыһы килә... Ерҙән айырылмаған, ҙур хужалыҡтан башҡаны күҙ алдына ла килтермәгән бөтмөр ханым киң күңелле кешеләр йәшәгән ожмах мөйөшөн таштан һәм асфальттан торған ҡала мөхитенә алмаштыра алыр инеме икән? Юҡтыр, тип уйлайым. Сөнки уларҙың донъяһы ҡаланыҡынан бер ҙә кәм түгел — Данир Хәниф улы ғаиләһе өсөн барлыҡ уңайлыҡтарҙы ла булдырған. Эйе, Янағош ауылы ла хәҙер Ләйсән Фәрит ҡыҙы өсөн иң яҡын һәм ҡәҙерле урынға әйләнгән.
Бикбулатовтар йәйен һәм көҙөн бергәләп тәбиғәт ҡосағына сыға, еләк, бәшмәк, сәтләүектәр йыйырға, балыҡҡа барырға ярата. Йәшелсә һәм картуф баҡсаһында ла һәр ваҡыт бергә эшләйҙәр. Уңған хужабикә ниндәй генә гөлдәр үҫтермәй йорт тирәһендә!
Был тырыш, татыу ғаиләнең бәхет сере ябай: яратырға, хөрмәт итергә белеү, кәрәк булһа, ғәфү итергә, яҡларға, һаҡларға, бергә эшләргә һәм йәшәргә. Тормошто яратып, уның бергә үткәргән һәр миҙгелен ҡәҙерләп, үҙенең шатлыҡтары, хәстәрҙәре менән башҡаларға матур өлгө күрһәтеп, Янағошта бына шундай ябай ғаилә йәшәй.
Бикбулатовтар кеүек берҙәм парҙар һәр ваҡыт һоҡланыу уята. Улар өсөн иң мөһиме — балалар үҫтереү, уларҙы бәхетле итеү һәм балаларының үҫкәс, ата-әсәһенән матур өлгө алып, ныҡлы, ышаныслы ғаилә ҡороуы.
Зәлиә Ғатина.
Мишкә районы.