Йәнтөйәк
-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
17 Сентябрь 2023, 09:00

Мәғлүмәти хәүефһеҙлекте тәьмин итәләр

Бөрө ҡалаһында йәшәүсе  Эльвира һәм Азамат Нәбиуллиндар балалары менән лайыҡлы ғорурлана.

Мәғлүмәти хәүефһеҙлекте тәьмин итәләр
Мәғлүмәти хәүефһеҙлекте тәьмин итәләр

Тырыш, уңған, һәр яҡтан өлгөлө ғаилә Тыуған илдең ҡотон билдәләй. Тап шундай ғаиләләрҙең береһе – Бөрө ҡалаһында йәшәүсе Эльвира һәм Азамат Нәбиуллиндар. Уларҙың ҡабаланмай-ҡарһаланмай ғына заман менән бергә киң офоҡло үҫешкә атлауҙары һоҡландыра.
Борай ауылы егете Азамат Ревинер улы мәктәпте тамамлағас, 1996 йылда Бөрө дәүләт педагогия институтының физика-информатика бүлегенә уҡырға инә. Бөгөн ул физика-математика фәндәре кандидаты, Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалындағы информатика һәм иҡтисад кафедраһы доценты. Информатика, информатиканың теоретик нигеҙҙәре кеүек дисциплиналарҙан студенттарға белем бирә. Хәҙерге иҡтисад мәсьәләләре, программалаштырыу, физик-химик процестарҙы математик моделләштереү кеүек йүнәлештәр менән ҡыҙыҡһына һәм был өлкәлә байтаҡ фәнни мәҡәләләр һәм уҡыу дәреслектәре баҫтырған.
Тәтешле районында тыуып үҫкән Эльвира Филарит ҡыҙына иһә бәләкәйҙән гуманитар фәндәр яҡыныраҡ була. Буш ваҡытында әҙәби китаптар уҡырға ярата, ҡулына килеп эләккән башҡорт, татар, рус телендәге китаптарҙың береһен дә ҡалдырмай уҡыр була. Ижади потенциаллы ҡыҙҙың шиғырҙары һәм мәҡәләләре республика матбуғатында баҫыла бара. Хатта “Башҡортостан пионеры” гәзитенең йәш хәбәрсеһе исемен ала. Ләкин әсәһе Дилиә апай математикаға өҫтөнлөк бирә. Эльвира китап уҡыуҙан тыш мәсьәләләр сисеүгә лә мотлаҡ ваҡыт ҡалдырырға тейеш була. Яратып уҡыған гәзитендәге махсус мәсьәләләрҙе сисеп, дүрт йыл рәттән Рәми Ғарипов исемендәге башҡорт гимназия-интернаты ойошторған йәйге математик лагерҙа ял итеү бәхете тейә. Булдыҡлы ҡыҙ гимназияла үткән Бөтә донъя пионерҙар слетында сығыш яһарға, радионан интервью бирергә өлгөрә. Шулай итеп, мәктәпте уңышлы тамамлаған ҡыҙ шул уҡ уҡыу йортоноң математика-информатика йүнәлеше буйынса уҡыуын дауам итә. Тырыш студентты аспирантураға ҡалдыралар. Хеҙмәт юлы артабан аҙыҡ-түлек һатыу сауҙаһында төбәк менеджеры, супервайзер, һатыу бүлеге етәксеһе булараҡ дауам итә. Әлеге ваҡытта эшлекле ханым күмәртәләп етештереүҙе үҫтереү буйынса компания директоры.
Уҡытыусылар династияһында кешелек һәм ғаилә ҡиммәттәрен беренсе урынға ҡуйған ғаиләлә тәрбиәләнгән Нәбиуллиндар Әнүәр, Азат, Азалия исемле матур, тәүфиҡлы балаларға ғүмер биргән. Улар Бөрө лицейын тамамлап, информацион технологияның төрлө йүнәлеше буйынса юғары уҡыу йортона уҡырға ингән.
Өлкән улдары Әнүәр Өфө дәүләт авиация техник университетының информатика һәм робототехника факультетын тамамлаған. Хәҙер инде магистратура тамамлаған егет интегратор Innostage-IT компанияһында эшләй. Офистары Ҡазанда, Мәскәүҙә, Саратовта, Иннополиста урынлашҡан. Эшмәкәрлеге мәғлүмәти хәүефһеҙлек, мәғлүмәтте һаҡлау сараларын индереү, системалы интеграция, инженер–техник сараларҙы һәм технологик процеста идаралыҡ системаһын автоматлаштырыу хәүефһеҙлеген тәьмин итеү менән бәйле. Компанияның клиенттары араһында Мәскәү ҡалаһы һәм Татарстан Республикаһы Хөкүмәте, «Росатом» дәүләт корпорацияһы «НК «Роснефть», «Россети», «Газпром», «Транснефть», «Интер РАО», «СИБУР холдинг» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре бар. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, Киберянауға ҡаршы тороу үҙәгендә бүлек етәксеһе вазифаһын башҡара. Бүлек компьютер атакаһына һәм хакерҙарға ҡаршы тороу йүнәлешендә эшләй. Заман менән бергә атлаған егет үҙенең телеграм-каналын алып бара. Ул мәғлүмәти хәүефһеҙлек өлкәһендә үҙен табырға теләгән уҡыусыларға ошо йүнәлештә өҫтәмә белем бирә һәм һөнәр үҙенсәлектәре менән таныштыра.
Әнүәр кәләше Лилиә менән бер үк факультетта, бер үк төркөмдә уҡыған. Лилиә консалтинг компанияһында эшләй. Уның да һөнәри эшмәкәрлеге мәғлүмәт хәүефһеҙлеге ваҡиғаларын мониторингылау һәм инцеденттарға тәьҫир итеү менән бәйле. Уңған, белемле ҡатын иренең барлыҡ башланғыстарын хуплай. Ғөмүмән, йәш ғаилә бер-береһенең һөнәри үҫешенә һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер.
Азат иһә Ҡазан милли тикшеренеү технология университетында статистика йүнәлешендә уҡый. Уға эконометрика һәм оптималь хәл итеү методтары оҡшай. “Уҡыу минең социаль һәм практик оҫталығымды үҫтерә”, – ти ул.
Кесе ҡыҙҙары Азалия Ҡазан федераль университетының 3-сө курс студенты. Иҫәпләү математикаһы һәм информацион технологиялар институтында “Бизнес-информатика” йүнәлешендә белем ала. Азалияға вуз уҡытыусыларының үҙ өлкәһендәге практик оҫталығы, уҡытыу процесына яуаплы ҡарауҙары, студенттар менән эшләргә һәр ваҡыт әҙер тороуҙары һәм фәнни эшмәкәрлектә яңылыҡҡа ынтылыуҙары оҡшай.
– Бала тәрбиәләүҙә ғаилә традициялары заман талаптарына яуап бирергә тейеш. Беҙҙе бер йүнәлештә тәрбиәләһәләр, хәҙер ул ысул бик үк ярамаҫҡа мөмкин. Яңы быуын эшһөйәр, намыҫлы булһа ла бушҡа эшләмәйәсәк. Шуны аңлап, балаларҙың ихтыяжын ҡәнәғәтләндерергә кәрәк. Балалар бер яҡҡа, ата-әсәләр икенсе яҡҡа тартырға тейеш түгел. Һөнәр һайлағанда бигерәк тә. Хәҙерге йәштәр уҡыу йортона барғанда ла үҙҙәренең кем булып сығасағын белмәй, хеҙмәт баҙарында белем кимәлдәре түбән. Шуға күрә яҡшы аңлатыу эштәре алып барыу мөһим. Әнүәр улыбыҙ был юҫыҡта телеграм- канал алып бара. Уның өлгөһөндә Азалия менән Азат улыбыҙ үҙҙәренең артабанғы уҡыу профилдәрен һайланы. Бөгөн компьютер, интернет заманы. Уны баланан бер нисек тә тартып алып булмай, “уйынсыҡ”тарын тартып алып тышҡа ҡыуып та сығара алмайбыҙ. Һәр ата-әсә балаһының һәләтен, ҡыҙыҡһыныуын аңлап, дөрөҫ йүнәлеш бирергә тейеш. Беҙ, мәҫәлән, бәләкәйҙән һәр береһен эш урыны һәм компьютер менән тәьмин иттек. Компьютер аша улар ил яңылыҡтары менән танышты, инглиз телен өйрәнде, һәр яңы программала эшләргә белде. Беҙ үҙебеҙ ҙә һәр нәмәне белеп бөтә алмайбыҙ, белгәнебеҙҙе бирергә ваҡытыбыҙ ҙа етмәй. Шуға күрә үҫештә, белем алыуҙа компьютерҙың әһәмиәте ҙур, тип һанайым, хатта хәҙер балалар беҙҙе өйрәтә. Бөгөн компьютер, интернет заманы, тип әйткәйнем. 10 йыл элек кенә уның тәғәйенләнеше бөтөнләй икенсе булһа, бөгөн уның офоҡтары ифрат киң, – ти Эльвира Филарит ҡыҙы.
Эльвира һәм Азамат Нәбиуллиндарҙың ғаиләһендә тәрбиә кешелек ҡиммәттәренә хеҙмәт итеүгә ҡоролған. Улар өсөн сәләмәт амбициялы булыу, һәр ваҡыт яңылыҡҡа ынтылыу, хәҙерге техник һәм технологик прогрестың тулҡынында булыу, балаларҙы интеллектуаль һәм рухи яҡтан үҫтереү мөһим. “Балалар ата-әсәнең ышанысын аҡлай икән — үҫештең төп асылы шул”, – ти Нәбиуллиндар.

 

Ғәлиә Ғәниева.

Читайте нас: