Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
13 Июль 2023, 14:45

Иманлы ғаилә — көслө ғаилә

Солтанбәк ауылында 55 йылдан артыҡ бергә татыу ғүмер итеүсе Рәйсә һәм Вәлинур Суфияновтар “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалына лайыҡ булды.

Иманлы ғаилә — көслө ғаилә
Иманлы ғаилә — көслө ғаилә

 

Солтанбәк ауылы күп балалы  ғаиләләре менән дан тота. Вәлинур Вәғизйән улы һәм Рәйсә Ниғмәтйән ҡыҙы матур ғаилә ҡороп,  55 йылдан артыҡ тормош һуҡмағынан бергә атлай һәм  биш балаларын ислам  дине ҡанундары буйынса тәрбиәләгән.

 Дүрт ул һәм бер ҡыҙ үҫтергән Рәйсә һәм Вәлинур Суфияновтарҙы Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә бағышланған байрамда йәмәғәт бүләге —  “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнеләр.

Уларҙың бөтә тормошо тыуған ауылдары Солтанбәккә бәйле. Вәлинур ағай оҙаҡ йылдар комбайынсы, артабан икмәк бешереү йорто мөдире булып эшләгән. Рәйсә Ниғмәтйән ҡыҙы икмәк бешереүсе һәм 23 йыл Солтанбәк мәктәбендә  ашнаҡсы булып  хеҙмәт  һалған.  Суфияновтар  икеһе лә хеҙмәт ветерандары. Рәйсә апа “Әсә даны”  миҙалы менән дә бүләкләнгән.

Вәлинур Вәғизйән улының һәм Рәйсә Ниғмәтйән ҡыҙының балалары күптән инде үҙ ояларын ҡорған, әйткәндәй, барыһы ла күп балалы. Улдары Илһам, Раушан, Данис, Назим ғаиләләре менән тыуған ауылдарында төпләнгән, ә ҡыҙҙары Дилбәр Ҡариҙел  районы Муллаҡай ауылында йәшәй. Был ҙур һәм татыу ғаилә ауылдаштары өсөн өлгө булып тора.

 Ата-әсәләренә оҡшап,  балалары ла булдыҡлы, тырыш һәм  маҡсатсан булып үҫкән. Барыһы ла дин тота, башҡорт халыҡ ғөрөф-ғәҙәттәрен  хөрмәт итә һәм балаларына ла тыуған яҡ мәҙәниәтен өйрәтә, сәләмәт  тормош  рәүеше алып бара, спорт  менән шөғөлләнә, лайыҡлы хеҙмәт һала.

Суфияновтарҙың барыһы ла тамырҙарын, боронғо нәҫел ебен, ата-бабаларын  өйрәнеүгә ҙур иғтибар бирә.  Уларҙың   һәр өйҙә шәжәрәләре бар,  ә балаларына нәҫел ағасындағы  һәр исем таныш.

Суфияновтар ғаиләһенең яратҡан шөғөлө — умартасылыҡ. Һәр йылды улар көҙөн татлы һәм файҙалы  бал алыу өсөн ҡанатлы дуҫтарын тәрбиәләп ҡарай. 

Вәлинур ағай менән  Рәйсә апай бик бай: уларҙың 23  ейән-ейәнсәре һәм һигеҙ бүлә-бүләсәре  үҫеп килә. 

Суфияновтар кеүек ишле һәм татыу ғаиләгә һоҡланмай мөмкин түгел. Уларҙың өлгөһөндә  матур,  ә иң мөһиме күркәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлаусы күп  ғаиләләр төҙөлөр әле, тип ышанабыҙ.

Алия Ғилванова .  Автор фотоһы. Наилә Имаева.

 

Иманлы ғаилә — көслө ғаилә
Иманлы ғаилә — көслө ғаилә
Читайте нас: