Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
16 Май 2023, 09:44

Өлгөлө ғаилә — район күрке

Балтас районы хакимиәте башлығы Илгиз Субушев Халыҡ-ара ғаилә көнө уңайынан Альбина һәм Винер Хәйҙәршиндарҙа ҡунаҡта булды.

Өлгөлө ғаилә — район күрке
Өлгөлө ғаилә — район күрке

“Винер Флүр улы эштә булғанда, Альбина Рәиф ҡыҙы хужалыҡ һәм балалар менән мәшғүл. Сәйгә пирогтар бешергән, өйҙә тәртип, ә баҡсала барыһы ла сәселгән һәм ултыртылған. Мәктәптән һуң балалар һәр береһе үҙ эше менән шөғөлләнә — кемдер спорт секцияһында, кемдер музыка мәктәбендә, кемдер әсәһенә хужалыҡта ярҙам итә.

Альбина Рәиф ҡыҙын байрам менән ҡотланыҡ. Беҙҙең район өсөн Хәйҙәршиндар ғаиләһе ышаныслы, тырыш ғаиләнең яҡты үрнәге”, — тип яҙа Илгиз Әхүәс улы үҙенең социаль селтәрҙәге битендә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 8 мартта Владимир Путин Альбина Хәйҙәршинаға “Герой-әсә” миҙалын тапшырҙы.

Фирғәт Нәбиуллин.

Өлгөлө ғаилә — район күрке
Өлгөлө ғаилә — район күрке
Өлгөлө ғаилә — район күрке
Автор:
Читайте нас: