Йәнтөйәк
+1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
15 Май 2023, 10:55

Юлиә һәм Данир Вәлиевтар ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлап йәшәй

Халыҡ-ара ғаилә көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Юлиә һәм Данир Вәлиевтар ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлап йәшәй
Юлиә һәм Данир Вәлиевтар ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлап йәшәй


Ғаилә — бәхеттең нигеҙе. Был хәҡиҡәтте Вәлиевтар яҡшы аңлай
Кеше күңеленең киңлеге ғаилә ҡороп йәшәй башлағас асыла. Ата-әсәнең һәр һулышы, ынтылышы, ҡыуанысы - ул бала. Ә тәрбиәле бала – ата-әсә өсөн иң ҙур байлыҡ. Ҡариҙел ауылында йәшәүсе Юлиә һәм Данир Вәлиевтар ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлап, балаларына дөрөҫ тәрбиә биреү өсөн бар тырышлығын һала.
Ғаилә усағын һаҡлаусы Юлиә Раушан ҡыҙы район Мәҙәниәт һарайында милли мәсьәләләр буйынса баш белгес булып эшләй. Шуға ла уны ҡариҙелдәр мәҙәни сараларҙа, төрлө конкурс-бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнашыусы булараҡ та яҡшы белә.
- Мин Свердловск өлкәһендә Әхмәтовтар ғаиләһендә беренсе бала булып тыуғанмын. Биш йәшемдә атай-әсәйем менән районыбыҙҙың Яңы Аҡбүләк ауылына күсеп ҡайттыҡ. Хәлил урта мәктәбендә белем алдым. Миңә бигерәк тә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре оҡшай ине. Уҡытыусым Рәфинә Нәҡип ҡыҙы Шәйехова менән олимпиадаларҙа йыл да ҡатнашып, призлы урындар яулай торғайныҡ. Шуға ла мин остазыма башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләгәне өсөн бик рәхмәтлемен, — тип үҙе менән таныштырҙы Юлиә.
Туған телгә булған һөйөү уны мәктәптән һуң Бөрө дәүләт педагогия институтының филология факультетына алып килә. Бында Юлиә тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшеп, рус һәм башҡорт телдәре уҡытыусыһы белгеслеген ала. Хеҙмәт юлын Ҡариҙел 4-се балалар баҡсаһында өҫтәмә белем биреү педагогы булып башлай. 2010 йылдан Ҡариҙел 2-се балалар баҡсаһында ваҡытлыса мөдир, һуңынан даими рәүештә тәрбиәсе булып эшләгән.
Декрет ялынан һуң мәҙәниәт бүлегенә эшкә күсә. Фольклор белгесе булараҡ ул, үҙенә йөкмәтелгәнде еренә еткереп, ҙур яуаплылыҡ менән эшен яратып башҡара. Ауыл клубтарының фольклор төркөмдәре менән төрлө республика конкурстарында ҡатнаша. «Бәллүр» ансамблендә йырлай, бейергә лә ярата. Бынан тыш, Юлиә Раушан ҡыҙы бер-нисә йыл рәттән этнографик диктант яҙыу ваҡытында координатор, һайлауҙар осоронда йәмәғәт күҙәтеүсеһе булырға өлгөрә, шулай уҡ район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары вазифаһын да үтәй.
Студент сағында Юлиә буласаҡ тормош иптәше, Бағаҙы ауылы егете Данир Хәнифйән улы менән осраҡлы ғына телефон аша таныша. Данир ул саҡта әрме сафтарында хеҙмәт иткән. Унан ҡайтыу менән егет күңелен талпытҡан, йөрәгенә мөхәббәте булып урынлашҡан ҡыҙ менән күрешергә килә. Әлбиттә, Данир Юлиәһен бер күреүҙән үк оҡшата һәм бергә булып, дуҫлашып, ике йыл осрашып йөрөйҙәр. 2007 йылда йәштәр гөрләтеп туй үткәрә. Инде бергә йәшәүҙәренә 15 йыл да булып киткән.
Данир Ханифйән улы күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән. Йәштән үк спортты яратҡан, саңғы ярыштарында алдынғылыҡты бер кемгә бирмәгән. Әлеге ваҡытта ул себер яҡтарында вахта ысулы менән эшләп йөрөй. Юлиә менән Данир үҙҙәре кеүек күп балалы ғаиләләрҙә тыуғанға күрә, береһенән-береһе батыр, баһадир өс ул үҫтерә. Оло улдары Эльмир 8-се класты тамамлай. Ҡариҙел ауылындағы Балалар сәнғәт мәктәбенең театр бүлеген тамамлай, ”Йәш армия”сылар штабына йөрөй, төрлө республика һәм район күләмендәге патриотик сараларҙа ҡатнаша. 5 майҙа Рәсәй Геройы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған хәрби осоусыһы Владимир Ришадович Алимов шәхси ҡаҙаныштары, күрһәткән инициативаһы һәм ”Йәш армия” Бөтә Рәсәй Балалар-үҫмерҙәр хәрби патриотик хәрәкәтен үҫтереүҙә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн үҙ исеменән Эльмирға Рәхмәт хаты тапшырҙы. Был ата-әсә өсөн ҙур ҡаҙаныш һәм ғорурлыҡ! Уртансы улдары Илнур 5-се класта уҡый, бик матур йырлай. Ҡариҙел ауылы күп функциялы клубының "Сулпан" фольклор төркөмөндә шөғөлләнә. Төрлө мәҙәни байрамдарҙа әүҙем ҡатнаша, футбол буйынса спорт түңәрәгенә йөрөй. Кинйәкәй Надир иһә балалар баҡсаһына йөрөй, ағайҙары, ата-әсәһе кеүек бейергә һәм йырларға ярата.
Вәлиевтар ғаиләһе үҙ тырышлыктары менән Ҡариҙел ауылында ҙур, яҡты өй һалып сыҡҡан. Матур, төҙөк донъя, йәшелсә-сәскәле ҙур баҡса — былар барыһы ла Вәлиевтарҙың ғаилә бәхете нигеҙе. Буш ваҡытында хужабикә төрлө аш-һыу әҙерләргә, бәйләргә, гөлдәр үҫтерергә, ҡышҡылыҡҡа ҡайнатмалар, байрамдарға торттар бешерергә ярата. Атай кеше йорт тирәһендә, баҡсала эшләп, төҙөкләндереп, улдарын эшкә, үҙе белгән һөнәрҙәргә өйрәтә. Ғаилә әүҙем тормош алып бара, йәмәғәт эштәрендә лә ҡатнаша. Ҡышын саңғыға һәм тимераяҡҡа баҫалар, йәйен баҡса эшендә мәж килеп, тәбиғәт ҡосағында ял итергә лә ваҡыт табалар. Йыш ҡына Вәлиевтар ғаилә менән сәйәхәт итергә, балыҡ тоторға, бәшмәк, еләк-емеш йыйырға йөрөй.
- Киләсәктә, тыныс тормошта, тағы ла юғарыраҡ үрҙәр яулау, ғаиләбеҙ менән бәхеттә, етеш тормошта йәшәү, балаларҙы уҡытып кеше итеү, уларға дөрөҫ тәрбиә биреү, улдарыбыҙҙың шатлығына төрөнөп йәшәү насип булһын, тигән теләктә ҡалабыҙ, — ти бәхетлә ата-әсә.
Ғөмүмән, балалар тормош мәктәбен ата-әсәһенән ала. Юлиә менән Данирҙың да балалары үҙҙәренә оҡшап, тыныс холоҡло, тырыш, бар эшкә лә оҫта булып үҫер. Ояһында ни күрһә, осҡанында шул була, тиҙәр бит.

Гөлнара Солтанова.

Юлия һәм Данир Вәлиевтар ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлап йәшәй
Юлия һәм Данир Вәлиевтар ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлап йәшәй
Юлия һәм Данир Вәлиевтар ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлап йәшәй
Юлия һәм Данир Вәлиевтар ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлап йәшәй
Читайте нас: