Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
1 Март 2023, 09:50

Уңыш тырыштарға йылмая

Бөгөн — Башҡорт ғаиләһе көнө. Ошо уңайҙан   “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе – 2023” республика конкурсының төбәк этабында 1-се урын яулаусы Зөлфиә һәм Динар Ғайсиндар ғаиләһе менән яҡындан таныштырабыҙ.  

Уңыш тырыштарға йылмая
Уңыш тырыштарға йылмая

Асҡын районының Сураш ауылы тәбиғәтенең матурлығы, тауҙарының бейеклеге, йәмле Сарс һыуының таҙалығы менән генә түгел , милләтебеҙҙең йөҙөн, данын, күркәмлеген, кәсептәрен һаҡлап йәшәгән, күп балалы йүнсел ғаиләләре менән данлы. Бына дүртенсе йыл инде Сураш һәм Солтанбәк ауылдары халҡын тәмле, хуш еҫле икмәк бешереп һыйлаусы Зөлфиә һәм Динар Ғайсиндар нәҡ шундай уңған, тырыш ғаиләләрҙең береһе.
Бәхеттәрен ситтән эҙләмәй, ауылда төпләнеп, матур, етеш донъя ҡорғандар. Тирә-яҡҡа йәм өҫтәп, 2008 йылда ҙур яңы йорт һалып сығалар.
Тормоштарын йәмләп, нурға сорнап, бер-бер артлы ҡыҙҙары Дилназ, Камилла, Амелия һәм көтөп алған улдары Рәхим тыуа. Улар ҙа ата-әсәләре һымаҡ асыҡ йөҙлө, ихлас күңелле, яғымлы, эшһөйәр булып үҫә.
Дилназ бөгөн Бөрө фармацевтика колледжында 3-сө курста белем ала. Тырыш ҡыҙ тик яҡшы билдәләргә генә уҡыуы менән бер рәттән, белем усағы тормошонда ҡайнап йәшәй.
Камилла Сураш мәктәбендә — 9-сы, Амелия 4-се класта белем ала. Улар ҙа апайҙары һымаҡ маҡсатсан, егәрле тырышып уҡый, мәктәп тормошонда ла әүҙем ҡатнаша, төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа белемдәрен һынап ҡарап, еңеү яулай.
Орсоҡ һымаҡ бөтөрөлөп кенә, барыһының да иғтибарын үҙенә йәлеп итеп йөрөгән Рәхимгә иһә ике йәш тә ике ай тулған. Әйткәндәй, РӘХИМ ғәрәпсәнән рәхимле, мәрхәмәтле тигәнде аңлата. Исеменә есеме тап килә тигәндәй, Рәхим тыңлаусан, тәртипле, аҡыллы ғына булып үҫеп килә. Ул да апайҙарынан ҡалышмай, хәҙер генә ҡәләм-ручкаларын, дәфтәр-альбомдарын алып яҙырға, һүрәт төшөрөргә башлай. Үҙенең тиктормаҫлығы, һәләтле булыуы менән яраттырып, тәтелдәп кенә тора.
Ҡыҙҙар спорт менән дуҫ. Ҡыш көнө ғаилә менән бергәләп саңғыла йөрөргә, бигерәк тә аталары менән урман-ҡырҙарға сығып, хозур ҡышҡы тәбиғә ҡосағында ут яғып, сәй ҡайнатып, матурлыҡҡа һоҡланырға ярата. Ә йәйҙәрен эргәлә генә аҡҡан саф һыулы Сарс йылғаһында ҡойоналар, кәмәлә йөрөйҙәр. Уңған ғаилә урман-ҡырҙарҙан еләк-емеш, бәшмәк йыйып, ҡышҡылыҡҡа төрлө тәмлекәстәр әҙерләй.

Ҡыҙҙар һәр эштә ата-әсәләренең төп ярҙамсылары. “Мал, ҡош-ҡорт ҡарау булһынмы, икмәк бешереүме, баҡсала йәшелсә-емеш утаумы, ҡышҡылыҡҡа ҡайнатмалар, салаттар әҙерләүме — барыһын да бергәләп башҡарабыҙ. Хәҙер Рәхим ҡустыларын ҡарашалар. Уның йоҡонан уянып, күҙҙәрен асыуын көтөп ала алмайҙар”, — ти балалары өсөн йән атып торған бәхетле әсә.
“Тыуған ауылдан ситкә китергә тигән уй булманы. Торған еребеҙ шул тиклем матур, эргәлә генә Сарс йылғаһы аға. Йәшәр һәм эшләр өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Ситкә йөрөп тапҡан аҡсаны бында ла эшләргә була, теләк һәм тырышлыҡ ҡына кәрәк, — ти ғаилә башлығы Динар Рәзиф улы. — Беҙ күпләп мал аҫрайбыҙ, йәйгелеккә тауыҡ һәм күркә себештәре лә алып ҡарайбыҙ. Артҡанын һатып торабыҙ. Ауыл ерендә йәшәргә була, тик ҡояш менән бергә тороп, ҡараңғы төшкәнсе эшләргә кәрәк. Ә инде йоҡо яратаһың икән, тимәк, ауыл һинеке түгел. Ҡыҙҙарыбыҙ ҙа ярҙамлашып, эшкә өйрәнеп үҫә. Күмәкләгәндә генә тормош алға бара, табының етеш һәм мул була, — ти йүнсел хужа.
Зөлфиә менән Динар 2019 йылда икмәк бешереп һата башлаған. Бының өсөн ихаталарына айырым бәләкәй йорт һалып, мейес сығарып ҡуйғандар. Икмәк бешереү өсөн электр мейесен ҡулланалар.
— Сураш ауылында оло йәштәгеләр күп. Магазинға икмәк йыш килтермәйҙәр, шуға ла уларҙан йыш ҡына: “Яңы ғына бешкән икмәк ашар инек”, — тигәнде ишетергә тура килде. Иптәшем менән уйланыҡ та, үҙебеҙ бешереп ҡарарға булдыҡ. Тәүҙә аҙлап ҡына бешерҙек, яйына төшөнгәс, арттырҙыҡ. Ауылдаштарға оҡшаны. Яңы йылдан һуң Солтанбәккә лә магазинға төшөрә башланыҡ. Унда ла оҡшаттылар, икмәк килеүен көтөп алалар. Шулай көн дә 100-әр икмәк бешерәбеҙ. Ирем, ҡыҙҙарым ярҙам итә, — ти үҙ эшен яратып башҡарған Зөлфиә Йәмил ҡыҙы.
Солтанбәктә лә икмәкте көтөп тороп “һә!” тигәнсе алып бөтәләр . Ғайсиндар икмәктән тыш шәңгә, бәлештәр, хот-дог, ҡамырға төрөлгән сосиска, кекстар бешерә.
Зөлфиә һәм Динар Ғайсиндар ауыл тормошонда ла ҡайнап йәшәй. Төрлө мәҙәни , спорт сараларында , өмәләрҙә әүҙем ҡатнаша. Әленән-әле ойошторолоп торған күргәҙмәләрҙә һәм йәрминкәләрҙә үҙҙәре бешергән икмәк һәм төрлө тәмлекәстәрҙе һатып, халыҡты ҡыуандырып тора.
Бар эшкә лә оҫта ғаилә башлығы Динар Рәзиф улы “Атайсал” проектының иң әүҙем ҡатнашыусыһы ла. Ул ошо проект сиктәрендә тыуған ауылында күперҙе ремонтлаша, ауыл байрамдарын үткәргәндә сәхнә, өҫтәл-эскәмйәләр яһауҙа ла, материалдар менән дә, аҡсалата ла ярҙам итә. “Атайсал” проекты сиктәрендә Динар Рәзиф улының ҡылған изге ғәмәлдәре Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһының, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың, Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосоповтың Рәхмәт хаттары, төрлө Маҡтау ҡағыҙҙары менән баһаланған.
Талапсан, ойоштороу һәләтенә эйә Динар Рәзиф улы Солтанбәк ауыл Советы депутаты булараҡ та ауылдаштары, атайсалы мәнфәғәтенә бик күп изге эштәр башҡара.
Үҙ өлгөһөндә балаларын да аҡыллы, иманлы, эшһөйәр итеп, сәләмәт тормошҡа ылыҡтырып, үҙ еренең, үҙ иленең патриоты итеп тәрбиәләгән хәстәрлекле атай, йүнсел ғаилә башлығы, әүҙем йәмәғәтсе булған Динар Рәзиф улын ауылда ғына түгел , районда ла , унан ситтә лә яҡшы беләләр. Район хакимиәте үткән йыл Динар Ғайсин кандидатураһын Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы булдырған "Атайлыҡ ҡаһарманлығы" миҙалына тәҡдим итте. Ул республикабыҙҙың хөрмәтле атайҙары менән бергә, Рәхмәт хатына һәм иҫтәлекле бүләккә лайыҡ булды.
Әлбиттә, һәр кеше киләсәккә пландар ҡора, ниндәйҙер уй-хыялдар менән янып йәшәй. Ғайсиндарҙың да бар ундай уй-хыялдары: киләсәктә ғаилә кәсебе булған икмәк бешереү эшен тағы ла киңәйтеп, төрләндереп ебәреү, мал-тыуарҙы ла ишәйтеү. Бына шундай изге уйҙар менән йәшәй Сураш ауылының киләсәге, тотҡаһы, күрке булған йәш, күп бала тәрбиәләүсе ғаиләләрҙең береһе. Тормош ҡатмарлыҡтарына баш эймәй, хыялдарына ынтылған был ғаиләнең тырышлығына һәм ҡыйыулығына һоҡланып, уларға тик бәхет һәм именлек теләйек! Бәхет ҡояшы тап ана шундай ҡыйыу һәм тәүәккәлдәргә йылмаялыр ҙа инде!
Наилә Имаева.

 

Читайте нас: