Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
10 Февраль 2023, 23:05

Еңеүсе ғаиләләр асыҡланды!

"Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2023" республика конкурсының Тәтешлелә уҙған төбәк этабында еңгән ғаиләләр тураһында сайтыбыҙға инеп уҡый алаһығыҙ:

Еңеүсе ғаиләләр асыҡланды!
Еңеүсе ғаиләләр асыҡланды!


Тәтешле район Мәҙәниәт һарайында “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2023” республика конкурсының төбәк этабы үтте. Унда Асҡын, Бөрө, Борай, Ҡариҙел, Кушнаренко, Нуриман,  Мишкә, Благовещен, Тәтешле  райондарынан 18 ғаилә ҡатнаша. Жюри ағзалары ғаиләләрҙең видеопрезентацияларын ҡарағандан һуң еңеүселәрҙе түбәндәгесә билдәләй:

“Ғаилә ижады” номинацияһында 

1-се урынға - Ҡариҙел районынан Мөнировтар ,

2-се урынға - Асҡын районынан Фәйзуллиндар,

3-сө урынға Тәтешле районынан Сәхибгәрәевтар һәм Нуриман районынан Аратовтар лайыҡ була.

“Ғаилә кәсебе” номинацияһында

1-се урынға - Асҡын районынан  Ғайсиндар, Тәтешле районынан Мостафиндар, 

2-се урынға - Ҡариҙел районынан Шәйхинуровтар,

3-сө урынға Тәтешле районынан Камаловтар эйә була.

 

“Ғаилә традициялары һәм ҡиммәттәре” номинацияһында  

1-се урынға Бөрө районынан Хәмиҙуллиндар,

2-се урынға Асҡын районынан Ғәлләмовтар, Благовещен районынан Искәндәровтар,

3-сө урынға Мишкә районынан Хәсәновтар һәм Ҡариҙел районынан Биктәшевтар лайыҡ була.

 

Еңеүсе ғаиләләрҙе ихлас ҡотлайбыҙ һәм республика этабында ла уңыштар теләйбеҙ!

Төбәк  этабында еңгән ғаиләләр бәйгенең республика этабында ҡатнашасаҡ, ә республика этабы февраль аҙағына тиклем тамамланасаҡ. Еңеүселәрҙең исеме 1 мартта Башҡорт  ғаиләһе көнөндә үтәсәк Гала-концертта   иғлан ителәсәк.

Конкурсты ойоштороусылар булып БР Мәҙәниәт министрлығы, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» Халыҡ-ара йәмәғәт берекмәләре союзы, БР Халыҡтар дуҫлығы йорто сығыш яһай.

 

Наилә Имаева.

Еңеүсе ғаиләләр асыҡланды!
Еңеүсе ғаиләләр асыҡланды!
Еңеүсе ғаиләләр асыҡланды!
Еңеүсе ғаиләләр асыҡланды!
Читайте нас: