Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
8 Февраль 2023, 12:40

Бәйгелә ҡатнашыусы ғаиләләргә уңыштар теләйбеҙ!

 “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе – 2023” республика конкурсының  төбәк  этабы  18 ғинуарҙан 14 февралгә тиклем  уҙа.  Тулыраҡ:

Бәйгелә  ҡатнашыусы   ғаиләләргә уңыштар теләйбеҙ!
Бәйгелә ҡатнашыусы ғаиләләргә уңыштар теләйбеҙ!

 

Башҡорт мәҙәниәтен, телен, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлаған һәм үҫтергән өлгөлө ғаиләләрҙе табыу, дәртләндереү маҡсатында  ойошторолған был мәртәбле конкурста Асҡын районы данын  өс ғаилә яҡлай. “Ғаилә ижады” номинацияһында  — Асҡын ауылында йәшәүсе  йыр-моңға ғашиҡ  Рәзинә һәм Азат Фәйзуллиндар,

“Ғаилә кәсебе” номинацияһында — Сураш ауылында  икмәк бешереү  менән шөғөлләнеүсе Зөлфиә һәм Динар Ғайсиндар,

“Ғаилә традициялары һәм ҡиммәттәре” номинацияһында  Ҡашҡа ауылында йәшәүсе Флидә һәм Илшат Ғәлләмовтар ҡатнаша. 

“Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2023” асыҡ республика конкурсының зона этабы Тәтешле район Мәҙәниәт һарайында уҙасаҡ.  Унда һигеҙ райондан  — Асҡын, Бөрө, Борай, Ҡариҙел, Кушнаренко, Нуриман,  Мишкә, Тәтешле  райондарынан  вәкилдәр ҡатнаша.

Баһалама ағзаларына районыбыҙҙың бәйгесе ғаиләләре үҙҙәре хаҡында    өс номинацияла – “Ғаилә ижады”, “Ғаилә кәсебе” һәм “Ғаилә ҡиммәттәре”ндә видеороликтар ебәрҙе. Видеоматериалдарҙы баһалау һөҙөмтәләре буйынса  еңеүселәр  14 февралдә билдәләнәсәк. Төбәк  этабында еңгән ғаилә бәйгенең республика этабында ҡатнашасаҡ, ә республика этабы февраль аҙағына тиклем тамамланасаҡ. Еңеүселәрҙең исеме 1 мартта Башҡорт  ғаиләһе көнөндә үтәсәк Гала-концертта   иғлан ителәсәк.

Асыҡ конкурсты ойоштороусылар булып БР Мәҙәниәт министрлығы, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» Халыҡ-ара йәмәғәт берекмәләре союзы, БР Халыҡтар дуҫлығы йорто сығыш яһай.

 

Наилә Имаева.

Бәйгелә  ҡатнашыусы   ғаиләләргә уңыштар теләйбеҙ!
Бәйгелә  ҡатнашыусы   ғаиләләргә уңыштар теләйбеҙ!
Бәйгелә  ҡатнашыусы   ғаиләләргә уңыштар теләйбеҙ!
Бәйгелә ҡатнашыусы ғаиләләргә уңыштар теләйбеҙ!
Читайте нас: