Йәнтөйәк
0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
23 Ноябрь 2022, 10:05

Һоҡландырып йәшәйҙәр

Ҡатнаш ғаилә сере — татыулыҡта, бер-береңде хөрмәт итеүҙә  

Һоҡландырып йәшәйҙәр
Һоҡландырып йәшәйҙәр

Бөрө районында һәм ҡалаһында күп милләтле халыҡ берҙәм, татыу йәшәй. Ҡатнаш милләттән барлыҡҡа килгән ғаиләләр ҙә байтаҡ. Улар һәр береһенең ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын хөрмәт итеп, уларҙы киләсәк быуынға һаҡлап йәшәргә тырыша.

Шундай ғаиләләрҙең береһе – Алена һәм Илфат Ғәниевтар.
Илфат менән Алена БДУ-ның Бөрө филиалында уҡығанда танышҡан. Алена — биология һәм химия, Илфат физкультура факультетында белем ала. Бер йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң, Алена Ипулаева менән Илфат Ғәниев сәстәрен сәскә бәйләй. Бына 12 йыл инде улар Бөрө ҡалаһында татыу ғүмер итә.


Алена – Ҡариҙел районы Уразай ауылы ҡыҙы. Рая һәм Игорь Ипулаевтарҙың ғаиләһендә өс ҡыҙ тәрбиәләнгән. Ипулаевтар уҡытыусылар династияһы булараҡ республикала танылыу алған. Уларҙың мәктәптәге дөйөм эш стажын һанағанда, 700 йылдан ашып китә.


Олаталары Николай Иванович ғүмер буйы мәктәптә директор вазифаһын башҡарыу менән бер рәттән биология һәм химия, ә өләсәләре Светлана Яковлевна 40 йылдан ашыу немец телен уҡытҡан. Улдары Игорь Николаевич та Уразай урта мәктәбендә директор булып эшләй, биология һәм химия, мари теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен алып бара. Ә башҡорт кейәүе һәм уның туғандары килгәндә бер ниндәй ҡыйынлыҡһыҙ улар аңлаған телдә һөйләшә. Олатаһынан ҡалған директорлыҡ эшен ҡатынына тапшырып, бөгөн Игорь Николаевич Подлубов ауыл биләмәһе башлығы йөгөн тарта. Рая Михайловна мәктәптең бөтмәҫ-төкәнмәҫ проблемаларын хәл итеүҙән тыш балаларға рус теле һәм әҙәбиәте серҙәрен төшөндөрә.
Эшһөйәр ғаиләлә һәр бала үҙ урынын тапҡан. Лариса Мәскәүҙә Рәсәй дәүләт социаль университетында мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһе буйынса юғары белем алып, үҙ аллы ғаилә ҡорған. Мари Илендә Үҙәк клуб системаһында етәксе булып эшләй. Бәләкәстәре Амалия Санк-Петербург ҡалаһында үҙ һөнәре буйынса эш башлаған.


Иң олоһо булғас, ата-әсәгә ярҙам итеү, өйҙәге барлыҡ эштәрҙе еренә еткереп үтәү башлыса Алена иңендә булған. Ғаиләлә алған тәрбиә, эшкә бөтмөрлөк үҙ аллы тормош ҡорғанда айырыуса һиҙелә. Көн һайын эшкә барыу, ике ҡатлы йорттоң эсен бөхтә тотоу, баҡсаны тәрбиәләү башлыса Алена ҡулында. Сөнки ғаилә башлығы Илфат Рифат улы Дүртөйлөгә йөрөп эшләй, ял ваҡыттарында иһә ауыр ирҙәр эше уның иңендә.

Бәләкәйҙән эшкә тилбер, уйлап эш итеүсән егет уҡыуҙы тамамлап, армияла хеҙмәт итеп ҡайтыу менән донъя көтөүгә йәбешә. Армияла саҡта уҡ ай һайын түләнгән әҙме-күпме аҡсаһын йыйып, кәләше менән ҡыҙына ебәрергә тырыша.
Илфаттың әсәһе Зилә Кәрәмәт ҡыҙы Ҡыйғы районы мәктәптәрендә биология һәм химия фәндәрен уҡытып, хаҡлы ялға сыҡҡан. Бик моңло итеп йырлай ҙа ул. Ауылдағы һәр концерт уның ҡатнашлығынан башҡа үтмәй. Тыуған яҡҡа ҡайтыу оло ҡыуаныс, ләззәт бирә Илфатҡа. Бер туған ағаһы Айнурҙың һәм һеңлеһе Гөлназдың ғаиләһе менән осрашыу, аралашыу башлыса әсәй йортонда үтә.
Ғәниевтар ғаиләһендә бөгөн ике ҡыҙ үҫә. Азалия ҡаланың 1-се урта мәктәбенең 5-се класында уҡый. Дәрестән ҡалған ваҡытын бер ҙә бушҡа үткәрмәй: баскетбол түңәрәгендә шөғөлләнә, ярыштарҙа ҡатнаша, каратэ серҙәрен дә белә. Ҡаланың бейеү ансамбле менән Мәскәүҙә сығыш яһап ҡайтырға ла өлгөргән ул. Тиктормаҫ Йәсминә лә апай иғтибарын талап итеп кенә тора.
Ҡатнаш милләттән булған ғаиләлә ике яҡтың да ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары ихлас үтәлә. Туй ҙа мосолманса никах уҡыуҙан башланған. Ҡыҙ яғында мари, егет яғында башҡорт туй йолалары үтәлгән. Ҡорбан, Ураҙа ғәйеттәре кеүек байрамдар ҡоймаҡ ҡойоп, май еҫе сығарыуҙан башлана. Яңы йыл алдынан шыршы биҙәү, бергә аш-һыу әҙерләү ҙә ғаилә традицияһына әйләнгән.
Бына шундай күркәм ғаиләләр биҙәй Бөрө ҡалаһын.


Ғәлиә ҒӘНИЕВА.
Бөрө районы.

Һоҡландырып йәшәйҙәр
Һоҡландырып йәшәйҙәр
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: