Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
30 Июль 2022, 09:00

Киң күңелле, хәстәрлекле әсәй һәм өләсәй

Хеҙмәт һөйгән кеше генә тормошта үҙ урынын таба, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Үҙ эшен биш бармағы кеүек белгәндәрҙе хеҙмәттәштәре лә, етәкселәр ҙә хөрмәт итә. Иҫке Балтас 1-се урта мәктәбендә оҙаҡ йылдар ашнаҡсы булып эшләгән Самания Шәйхәттәрова яуаплы һәм намыҫлы булыуы менән ихтирам яулаған.

Киң күңелле, хәстәрлекле әсәй һәм өләсәй
Киң күңелле, хәстәрлекле әсәй һәм өләсәй

Ғаиләлә өс бала үҫеп, хеҙмәтте үҙ елкәһендә иртә татыған Самания Миңлехан ҡыҙы тормош ауырлыҡтарына зарланмай, бөгөнгө көнгә шөкөр итеп йәшәй. Сығышы менән Мағашлы ауылынан ул. Ҡомъяҙы ауылында һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлай һәм “Куйбышев” колхозында һауынсы булып эш башлай. Бирелә буласаҡ тормош иптәшен дә осрата. Колхозда ике йыл эшләгәндән һуң, Яңауыл ҡалаһына ашнаҡсы һөнәрен үҙләштерергә юллана. 1985 йылда ҡулына диплом алып, тыуған районына ҡайтып эшкә урынлаша. Ҙур яуаплылыҡ талап иткән һөнәрҙә һынатмай Самания Миңлехан ҡыҙы, оҫта ашнаҡсы тиҙ арала уҡытыусылар, балалар, хеҙмәттәштәре араһында хөрмәт яулай.
— Һәр көндө эшкә барғанда уҡыусылар өсөн бешергән ризыҡтар тәмле һәм файҙалы булһын, тип теләй инем. Был һөнәр бәләкәйҙән күңелемә яҡын. Ситтән ҡарағанда еңел кеүек тойола, ә ысынында, көн буйы аяҡ өҫтөндә, оҫталыҡ та, етеҙлек тә кәрәк. Ял көндәрендә яҡындарымды тәмле ризыҡтар бешереп һыйларға яратам. Үҙебеҙҙең милли аштарға өҫтөнлөк бирәм, барыһын да маҡтап ашайҙар. Туғандарың менән өҫтәл артында рәхәтләнеп һөйләшеп ултырыу үҙе бер һөйөнөс, — ти ул.
Самания Миңлехан ҡыҙы ғаиләһендә уңған хужабикә, һөйөклө әсәй һәм дүрт ейәне өсөн хәстәрлекле өләсәй. Тормош иптәше менән ике бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ваҡытынан алда пар ҡанатһыҙ ҡалырға тура килә уға, берҙән-бер улының да кинәт мәрхүм булыуы йөрәгенә уңалмаҫ яралар һала. Самания апайҙың килене Маргарита ла ашнаҡсы, ул да Иҫке Балтас 1-се урта мәктәбендә эшләй. Ҡыҙы Лариса мәғариф бүлегендә методист вазифаһын башҡара, тормош иптәше менән ике ҡыҙ үҫтерә.
Самания Шәйхәттәрова эшләү дәүерендә тырыш хеҙмәте өсөн “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булған.

Фирғәт Нәбиуллин.

Киң күңелле, хәстәрлекле әсәй һәм өләсәй
Киң күңелле, хәстәрлекле әсәй һәм өләсәй
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: