Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
28 Июль 2022, 20:05

60 йыл татыу ғүмер итәләр

Ҡариҙел ауылында йәшәүсе Миңзифа Зәкәриә ҡыҙы һәм Миңлехан Хөбөтдин улы Фәрхетдиновтар гәүһәр туйҙарын билдәләне.

60 йыл татыу ғүмер итәләр
60 йыл татыу ғүмер итәләр

 

 

Кисә Ҡариҙел ауыл биләмәһе башлығы Руслан Марсель улы Ильясов юбиляр парҙарҙы өйҙәренә килеп тәбрикләне. 

60 йыл элек, 1962 йылдың 4 июлендә, Миңлехан Хөбөтдин улы һәм Миңзифа Зәкәрийә ҡыҙы ялҡынлы мөхәббәттәрен законлы никах менән беркетә. 6 балаға ғүмер биреп, бөгөн 15 ейән-ейәнсәрҙәре, 3 бүлә-бүләсәләре булған был бәхетле пар нисек осрашып-табышҡан?
- Тәүге осрашыу, әлбиттә, онотолмай ул. 1962 йылдың 15 мартында булды был хәл. Беҙ икебеҙ ҙә БДУ студенттары инек. Мин - география, Миңлехан - рус филологияһы бүлегендә укый инек. Совет иле беҙҙе матур итеп тәрбиәләне, комсомолға тап төшөрмәҫкә тырыштыҡ. Икебеҙ ҙә спорт ярыштарында, мәҙәни сараларҙа ҡатнашабыҙ. Мин гимнастиканан тыш халыҡ бейеүҙәре ансамблендә шөғөлләндем. 15 март көндө төркөмдәшем Светлана Бабуркина тыуған көнөнә саҡырғайны. Матур ғына йыйылдыҡ, арала тик саңғысылар йыйылған икән, - тип хәтер йомғағын һүтә Зифа Зәкәрийә ҡыҙы. - Шунда яныма Миңлехан килеп ултырҙы. Мин уны бер күреүҙән үк оҡшаттым, ғашиҡ булдым да ҡуйҙым. Ул да мине оҡшатҡан булған. Шул көн һөйләшеп туя алманыҡ. 3 ай тигәндә беҙ студенттар туйын ойоштороп, өйләнешеп ҡуйҙыҡ, - тип дауам итә.
Бына шулай Ейәнсура районы ҡыҙы ғүмерен Ҡариҙел районы егете менән бәйләй. Йәштәр диплом алғас, Ишембай районында хеҙмәт юлын башлап ебәрә. Унда 8 йыл эшләгәс, Ҡариҙел районына килеп төпләнәләр. Бында уларҙы бейеүсе, спортсы, укытыусы итеп беләләр. Ҡулға ҡул тотоношоп, бөтә шатлыҡ-ҡыуаныстарҙы, күңелһеҙлектәрҙе бергә үткәреп, бер-бер артлы балалар үҫтереп, ҡартатай-өләсәй булыу бәхетен татып йәшәүҙәренә 60 йыл булып та киткән. Бер-береңде аңлау, хөрмәт итеү – был ғаилә уңышының нигеҙе. Фәрхетдиновтар тормошҡа ҡыуанып йәшәй. Һәр яңы көн менән уларға тик ҡыуаныстар алып килһен, именлек һәм артабан да тигеҙ ғүмер теләйек.

Гөлнара Солтанова.

 



Читайте нас: