Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
10 Июль 2022, 21:10

40 йыл иңде-иңгә терәп

Ҡариҙелдән Филимоновтар ғаиләһе “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалына лайыҡ булды

40 йыл иңде-иңгә терәп
40 йыл иңде-иңгә терәп

Наталья һәм Владимир Филимоновтар иңде-иңгә терәп 40 йыл татыу ғүмер итә, ауылдаштарына һәм туғандарына яҡшы өлгө булып тора. Икеһе лә һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәре.  Владимир — Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһында баш табиптың медицина буйынса урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, күп тапҡыр Почет грамоталары һәм дипломдар менән бүләкләнгән. Ул Ҡариҙел ауыл биләмәһе Советы депутаты ла.

Наталья хаҡлы ялда хәҙер, оҙаҡ йылдар фельдшер булып эшләне. Шулай уҡ намыҫлы хеҙмәте лайыҡлы баһаланған.

Филимоновтар улдары Артем менән Надеждаға ғүмер һәм яҡшы тәрбиә биргән. Балалары ата-әсә юлын һайлаған. Хәҙер үҙҙәре ғаиләле, балалар үҫтерәләр.

Булдыҡлы, тырыш ғаиләне лайыҡлы бүләк менән ихлас ҡотлайбыҙ! Бындай ғаиләләр районыбыҙҙа күберәк булһын!

Гөлнара Солтанова.

40 йыл иңде-иңгә терәп
40 йыл иңде-иңгә терәп
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: