Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
26 Июнь 2022, 17:20

Йөрәк йылыһын тигеҙ бүлеп...

Республика Башлығы Радий Хәбировтың #ҺоҡланғысКешеләрТормошо_Башҡортостан (#ЖЗЛ_Башкортостан) рубрикаһында яҙылған  Балтас районында йәшәүсе 13 балалы Хәйҙәршиндар тураһында сайтыбыҙға инеп  уҡығыҙ: 

Йөрәк йылыһын тигеҙ бүлеп...
Йөрәк йылыһын тигеҙ бүлеп...

Республика Башлығы Радий Хәбировтың сәхифәһенән:

“Балтас районының Иҫке Балтас ауылынан Хәйҙәршиндәр – республикабыҙҙағы иң күп балалы ғаиләләрҙең береһе.

Ҙур ғаилә династияһына нигеҙ һалған Альбина һәм Венер Хәйҙәршиндар 13 балаға ғүмер бүләк иткән. Улар ике тапҡыр өләсәй һәм ҡартатай булып өлгөргән.

Ғаилә парының өлкән балалары айырым йәшәй. Өлкән ҡыҙҙары Элитаға 27 йәш тулған, ул ғаиләһе менән Бөрө ҡалаһында төпләнгән. Улдары Артур – беҙҙең аграр университетты тамамлаған, атаһы менән Өфөлә төҙөлөш ойошмаһында эшләй. Альмир ӨДНТУ-ны тамамлаған, әлеге ваҡытта армияла хеҙмәт итә. Ә Айгизде Балтас халҡы бәләкәй сағынан шәп йырсы булараҡ белә, Өфө сәнғәт училищеһы студенты уҡытыусыларын ижади еңеүҙәре менән ҡыуандыра. Ул да, ҡустыһы Айназ да гер күтәреү спортында яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән. Айназ автотранспорт техникумында уҡый.

Бәләкәстәр – Айзилә, Нурсилә, Инзилә, Айнур, Айгүзәл мәктәптә белем ала. Наҙгөл менән Ислам балалар баҡсаһына йөрөй, ә иң бәләкәй Байрасҡа – әлегә ике генә ай.

Альбина менән Венерҙың иң ҙур ҡаҙанышы – һәр бер балаһына яҡшы тәрбиә һәм белем биреүендә. Балалар төрлө секцияларға йөрөй. Өҫтәүенә улар дуҫ һәм татыу. Ғаиләлә ныҡлы традициялар һаҡлана.

Күп балалы Хәйҙәршиндәр – күптәребеҙ өсөн өлгө.

Һаулыҡ һәм именлек уларға!" 

Сығанаҡ һәм фото: vk.com/wall413272232_833391

 

https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2022-06-26/y-r-k-yyly-yn-tige-b-lep-2854439?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500

Йөрәк йылыһын тигеҙ бүлеп...
Йөрәк йылыһын тигеҙ бүлеп...
Автор:
Читайте нас: