Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
4 Июнь 2022, 10:00

Юбилярҙы тәбрикләнеләр

Билгеш ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветераны Фәнзәл Мансур улы Ғилманшин оло юбилейын билдәләне

Юбилярҙы тәбрикләнеләр
Юбилярҙы тәбрикләнеләр

Балалар һабантуйында Ҡашҡа ауыл биләмәһе башлығы Ринат Ғәләүетдинов ауылдың хөрмәтле ир-уҙаманы Фәнзәл Мансур улы Ғилманшинды оло юбилейы — 70 йәше менән тәбрикләп, изге теләктәрен еткерҙе һәм иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.

Фәнзәл Мансур улының бар ғүмере тыуған ауылы Билгеш менән бәйле. Бәләбәй техникумын тамамлағандан һуң, Ҡашҡала үҙәк ремонт оҫтаханаһында — 10 йыл, һуңынан Билгештә механик булып эшләй. Төй совхозының Билгеш бүлегендә идарасы булып та тырыш хеҙмәт һала. Совхоз тарҡалғас, “Баштрансгаз”да йөрөп юл ҡараусы булып эшләп хаҡлы ялға сыға. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, Фәнзәл Мансур улы яуаплылығы, ярҙамсыллығы, намыҫлы хеҙмәте менән башҡаларға өлгө булып тора.

Тормош иптәше Әнфирә Әғзәм ҡыҙы менән улар өс ҡыҙ һәм бер улға ғүмер һәм күркәм тәрбиә бирә. Балалары барыһы ла хәҙер ғаиләле, балалар үҫтерә, йыш ҡына ҡайтып ата-әсәләренең хәлен белә, ярҙам итә. Бәхетле олатай менән өләсәй ҡыуанысына бер ейән һәм дүрт ейәнсәр үҫеп килә.

Әнфирә һәм Фәнзәл Ғилманшиндарҙың ғаилә ҡороуына 48 йыл тулған. Әнфирә апай ҙа яҙ көнө 70 йәшен тултырған. Ул оҙаҡ йылдар Ҡашҡа һәм Билгеш ауылдары мәктәптәрендә балаларға төплө белем һәм тәрбиә биргән.

Был мөләйем, һоҡланғыс пар оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, күпләп мал ҡарай, ҡош-ҡорт үрсетә, баҡса тултырып еләк-емеш, йәшелсә үҫтерә.

Әнфирә апай менән Фәнзәл ағайға бер-береһенә, балаларына терәк-таяныс булып, ауылдаштарына матур йәшәү өлгөһө күрһәтеп, оҙаҡ йылдар парлы, имен ғүмер кисерергә яҙһын.

Илһөйәр Махатова.

Юбилярҙы тәбрикләнеләр
Юбилярҙы тәбрикләнеләр
Юбилярҙы тәбрикләнеләр
Юбилярҙы тәбрикләнеләр
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: