Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
15 Апрель 2022, 22:00

Иң ҙур бәхет – ғаиләлә йәшәү

Нәҡ шундай девиз менән бөгөн Солтанбәк ауылында “Баланы тәрбиәгә алыусы иң яҡшы ғаилә -2022” район конкурсы үтте.

Иң ҙур бәхет – ғаиләлә йәшәү
Иң ҙур бәхет – ғаиләлә йәшәү

Ғаиләгә иғтибарҙы арттырыу, ғаилә төшөнсәһенең дәрәжәһен күтәреү маҡсаты менән район хакимиәтенең Опека һәм попечителлек секторы тарафынан Солтанбәк ауыл Совет хакимиәте ярҙамы менән ойошторолған «Баланы тәрбиәгә алыусы иң яҡшы ғаилә - 2022» конкурсы үтте. Унда йәмғеһе өс ғаилә ҡатнашты: Солтанбәктән - Факкаровтар, Ильясовтар һәм Асҡындан Сафиуллиндар.

Өс йылға бер тапҡыр ойошторолоусы был конкурстың айыҡ тормош алып барыусы Солтанбәк ауылында үткәрелеүе осраҡлы түгел. Сөнки бирелә үҙҙәрендә көс, дәрт табып, тәрбиәгә бала алып, уларға һөйөү, наҙ өләшеүсе ғаиләләр күп.

Сараны район хакимиәте башлығы урынбаҫары Эльза Әхмәтгәрәева сәләмләү һүҙҙәре менән асып ебәрҙе. Үҙенең сығышында ул тәрбиәгә бала алған ғаиләләргә изге ғәмәлдәре, түҙемлек һәм мәрхәмәтлектәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Сөнки улар ата-әсә наҙынан мәхрүм ҡалған балаларға ябай тәрбиә биреп кенә ҡалмай, ә уларҙы рухи яҡтан үҫтереүгә ҙур әһәмиәт бирә. Солтанбәктәге ғаиләләр быға асыҡ миҫал.

Конкурс өс этаптан торҙо. Беренсеһендә ҡатнашыусылар үҙҙәренең ғаиләләре менән таныштырҙы. Һәр ғаилә ныҡлы әҙерләнгәйне. Уларҙың сығышы презентациялар менән үрелеп барҙы. Беренсе булып сәхнәгә Наилә Ильясова ҡыҙы Милана менән сыҡты. Наилә Ибатулла ҡыҙы үҙе яҙған шиғыр юлдары аша үҙҙәренең ғаилә тарихы, бәхет серҙәре менән бүлеште.

Наилә Ибатулла ҡыҙы тормош иптәше Илүс Харас улы менән ике ул тәрбиәләп үҫтерәләр. Өлкәндәре Илдар инде күптән ғаилә ҡороп,үҙе ике балаға атай булған. Кеселәре Алмаз да һөнәр үҙләштереп, нефтсе булып уңышлы эшләп йөрөй. Балалары үҫеп, ситкә таралғас, Ильясовтар тәрбиәгә бала алырға уйлай. 2013 йылдың декабрендә улар бер туған Бәхтийәр һәм Милананы алып ҡайта. Шулай уларға ата-әсә наҙы, һөйөүе биреп, ғаилә йылыһына күмәләр. Бәхтийәр бөгөн Ағиҙел ҡалаһында колледжда белем ала. Милана иһә 7-се класта уҡып йөрөй. “Милана ҡыҙыбыҙ бар эшкә лә оҫта, бигерәк тә ашарға бешерергә ярата. Сәй эсергә тиҙ арала телеңде йоторлоҡ тәмлекәс бешереп ала”, - тип маҡтап алды ҡыҙын әсә кеше.

Икенсе булып сәхнәгә Асҡын ауылынан Лилиә Сафиуллина улдары Денис һәм Ильяс менән сыҡты. Лилиә Филүр ҡыҙы тормош иптәше Марат Равил улы менән өс бала үҫтерә. Өлкәндәре Ильяс бөгөн 3-сө класта белем ала, икенсе улдары Самирға – 4 йәш, ә Эмилия ҡыҙҙарына 2 йәш. Улар әлегә балалар баҡсаһына йөрөй. 2018 йылда Сафиуллиндар ғаиләһе Денисты үҙ ҡанаттары аҫтына ала. Бөгөн иһә Денис Башҡорт ауыл хужалығы колледжында уҡып йөрөй. Һәләтле егет спорт менән мауыға, көрәш буйынса әленән-әле ярыштарҙа ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә, районда төрлө сараларҙы үткәргәндә ирекмән булараҡ ярҙам итә. Сафиуллиндар ҙа матур итеп үҙҙәре менән таныштырҙы.

Үҙҙәренең өс ҡыҙы янына ата-әсә наҙынан мәхрүм ҡалған биш баланы һыйындырып, уларға матур тәрбиә биргән Розалия һәм Шәрифйән Факкаровтарҙың сығышы һәр ваҡыттағыса йыр-моңло булды. Розалия апай ҙа ҡыҙы Ирина, тормош иптәше Шәрифйән ағай менән шиғыр юлдары аша ғаиләләре менән таныштырып, бай презентация тәҡдим итте. Йыр-моңға ғашиҡ, бар эшкә лә оҫта, тырыш, йүнсел ғаилә балаларҙы ла үҙҙәре һымаҡ уңған, эшһөйәр, булдыҡлы итеп тәрбиәләп, уларҙың һәләтен асып, үҫергә ярҙам итә. Мәҫәлән, 2005 йылда тәрбиәгә алған Артур улдары бөгөн Башҡорт дәүләт нефть техник университетының 4-се курсында уңышлы уҡып йөрөй, ауылда, районда, уҡыу йортонда үткән сараларҙа ҡатнашып, моңло-дәртле йырҙары менән тамашасылар һөйөүен яулай. Бөгөн 9-сы класта уҡыусы Ирина ҡыҙҙары иһә үҙен йор һүҙле, сәсән телле ҡыҙ итеп танытты. Республика һәм район күләмендә яулаған уңыштарын уның һанап бөтөрөрлөк тә түгел. Розалия ҡыҙҙары күптән әсәй булып, үҙе балалар тәрбиәләй. Вадим улдары – Бөрө ҡалаһында, Юнир Чайковский ҡалаһында медколледжда уҡый.

“Ижади ғаилә оҫтаханаһы” тип аталған икенсе этапта ғаиләләр өйгә бирелгән эштәре менән таныштырҙы. Наилә Ибатулла ҡыҙы Милана менән - ҡыҫтыбый, ә Розалия Марат ҡыҙы Ирина менән алма бәлеше бешереп алып килгән. Умартасылыҡ менән шөғөлләнеүсе Сафиуллиндар улдары менән кәрәҙ һәм ҡоштарға умарта яһап алып килгән.

“Музыкаль һәләттәр” тип аталған һынауҙа ғаиләләрҙең йыр-моңға маһирлыҡтары баһаланды.

Конкурс булғас, уның еңеүсеһе лә була тигәндәй, Эльза Ҡәҙим ҡыҙы етәкселегендәге жюри ағзалары ғаиләләрҙең сығышын баһаланы. 1-се урынға Факкаровтар ғаиләһе лайыҡ булды. Ильясовтар - “Ижади ғаилә”, Сафиуллиндар “Татыу ғаилә” номинацияларында билдәләнде. Өс ғаиләгә лә район хакимиәтенең Почет грамотаһы, байрамдың бағыусы И. Әхмәтовтан тәмлекәстәр, шулай уҡ “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһенән бүләктәр тапшырылды.

Сараны матур итеп район Мәҙәниәт йортоноң ойоштороу-методик бүлеге мөдире Гөлзифа Мөхәмәтдинова алып барҙы.

Ҡатнашыусылар, үҙ сиратында, ошондай матур сара ойошторған өсөн муниципаль район хакимиәтенә, опека һәм попечителлек бүлегенә, Солтанбәк ауыл Советы хакимиәтенә рәхмәт белдерҙе.

Шулай итеп, бөгөн дә Солтанбәк ауылы күркәм бала тәрбиәләүсе ғаиләләрҙең сығышынан, балаларҙың шат тауышынан гөрләп торҙо.

Наилә Имаева.

 

Иң ҙур бәхет – ғаиләлә йәшәү
Иң ҙур бәхет – ғаиләлә йәшәү
Иң ҙур бәхет – ғаиләлә йәшәү
Иң ҙур бәхет – ғаиләлә йәшәү
Иң ҙур бәхет – ғаиләлә йәшәү
Иң ҙур бәхет – ғаиләлә йәшәү
Иң ҙур бәхет – ғаиләлә йәшәү
Иң ҙур бәхет – ғаиләлә йәшәү
Иң ҙур бәхет – ғаиләлә йәшәү
Иң ҙур бәхет – ғаиләлә йәшәү
Иң ҙур бәхет – ғаиләлә йәшәү
Иң ҙур бәхет – ғаиләлә йәшәү
Иң ҙур бәхет – ғаиләлә йәшәү
Иң ҙур бәхет – ғаиләлә йәшәү
Иң ҙур бәхет – ғаиләлә йәшәү
Иң ҙур бәхет – ғаиләлә йәшәү
Иң ҙур бәхет – ғаиләлә йәшәү
Иң ҙур бәхет – ғаиләлә йәшәү
Иң ҙур бәхет – ғаиләлә йәшәү
Иң ҙур бәхет – ғаиләлә йәшәү
Иң ҙур бәхет – ғаиләлә йәшәү
Иң ҙур бәхет – ғаиләлә йәшәү
Иң ҙур бәхет – ғаиләлә йәшәү
Иң ҙур бәхет – ғаиләлә йәшәү
Иң ҙур бәхет – ғаиләлә йәшәү
Иң ҙур бәхет – ғаиләлә йәшәү
Иң ҙур бәхет – ғаиләлә йәшәү
Иң ҙур бәхет – ғаиләлә йәшәү
Читайте нас: