Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
10 Апрель 2022, 11:25

Һәр яҡлап та өлгөлө, иманлы, егәрле, талантлы ғаилә

Солтанбәк ауылының тағы ла бер күркәм, үҙенсәлекле һыҙаты - ул урындағы халыҡтың Ислам дине ҡанундары буйынса йәшәүе. Шундай иманлы, һәр яҡлап талантлы, спорт яратҡан, эшһөйәр, береһенән-береһе һәләтле балалар тәрбиәләүсе ғаиләләрҙең береһе - Суфияновтар нәҫелен дауам итеүселәр.  

Һәр яҡлап та өлгөлө, иманлы, егәрле, талантлы ғаилә
Һәр яҡлап та өлгөлө, иманлы, егәрле, талантлы ғаилә


Солтанбәктә ололар ғына түгел, йәштәр ҙә, мәктәп уҡыусылары ла, хатта кескәйҙәр ҙә дингә ылыға. Был бик яҡшы күренеш, сөнки динебеҙҙә бит йәшәйеш өлгөһө. Ауылдағы мәсет халыҡҡа иман нуры тарата. Бирелә бына бер нисә йыл инде мөғәллимә Рәфизә Фәрзәт ҡыҙы балалар өсөн дини дәрестәр алып бара. Был да бик һөйөнөслө күренеш. Иман булған ерҙә ил бөтмәҫ, тип юҡҡа әйтмәйҙәр бит.

Шөкөр, Солтанбәк ауылы ир-егеттәренең күбеһе - диндә. Улар насар ғәҙәттәрҙән ары тороп, намаҙ уҡый, ураҙа тота, Хаж ғәмәлен ҡылыусылар ҙа арта бара. Әммә был йөкләмәләр уларҙы эштән, гөрләтеп йәшәүҙән айырмай. Киреһенсә, эсеп ҡаңғырып йөрөү урынына, бындай ир-егеттәр файҙалы эш менән мәшғүл. Йә иһә ғаиләһе менән матур ял итә, балаларын тәрбиәләй, яҡындары менән күрешә, тормош арбаһын илһамланып алға тарта.

Шундай иманлы, һәр яҡлап талантлы, спорт яратҡан, эшһөйәр, береһенән-береһе һәләтле балалар тәрбиәләүсе, ауылыбыҙҙың йөҙөк ҡашы булған ғаиләләрҙең береһе Суфияновтар сәхнә тултырып сығып, шундай сағыу итеп сығыш яһаны. “Атайҙар мәктәбе”н етәкләүсе Данис Валинур улы барыһын да изге Рамаҙан айы менән тәбрикләп, изге теләктәрен еткергәндән һуң, йәш быуын вәкилдәре күңелдәрҙе иман нурына сорнап, “Әл-Фәтиха” сүрәһен уҡып ишеттерҙе. Ә инде Суфияновтарҙың ғаилә халыҡ уйын ҡоралдары ансамбле халҡыбыҙ моңдарын башҡарғанда малайҙарҙың һәм ҡыҙҙарҙың һикереп төшөп тыпырлатып бейеүе барыһын да һоҡландырҙы. Ысын мәғәнәһендә милли рух бөркөлөп торҙо уларҙың сағыу сығышында.

Был ғаиләгә килен булып төшөп, алты балаға ғүмер биреп, әле етенсе баланы йөрәк аҫтында йөрөткән Ләйсән Марат ҡыҙы ҡаиләһе, туғандары тураһында ғорурланып һөйләне. Үҙҙәренең ғаилә традициялары, шөғөлдәре, кәсептәре, киләсәккә уй-маҡсаттары менән таныштырҙы.

Валинур ағайҙың өлкән улы, Афған һуғышы ветераны, оҙаҡ йылдар мәктәптә уҡытыусы булып эшләп, артабан үҙ эшен асҡан Илһам ағай бөгөн Солтанбәктә берҙән-бер булған "Толпар" магазины хужаһы. Был һатыу нөктәһе асылғандан башлап, магазинда спиртлы эсемлектәр һатылмай. Тик хәләл ризыҡтар, тормош-көнкүреш тауарҙары тәҡдим ителә. Айыҡ тормош яҡлы солтанбәктәр  Илһам Валинур улына бик рәхмәтле.

Суфияновтар нәҫеленең  сағыу вәкиле Илгиз Нурислам улы иһә ауылда бер нисә быуын уҡыусыларында йыр-моңға һөйөү тәрбиәләп, уларҙы төрлө уйын ҡоралдарында, бигерәк тә ҡурайҙа уйнарға өйрәтеп, спортҡа ылыҡтырып үҫтергән кеше. Бөгөн дә ул мәҙәниәтебеҙгә һөйөү тәрбиәләүҙә ҙур өлөш индерә.
Оло хөрмәткә эйә Рәйсә апай менән Валинур ағайҙың ғаилә ҡороп, татыу ғүмер итеүенә 55 йыл. Улар үҙҙәре һымаҡ уңған биш бала - бер ҡыҙ һәм 4 ул тәрбиәләп үҫтерҙе. Дүрт улдары ла ауылда төпләнеп, бына тигән ғаилә ҡороп, яңы йорттар һалып сығып, күмәк бала тәрбиәләй. Бөгөн Рәйсә апай менән Валинур ағай 22 ейән-ейәнсәренә һәм 7 бүлә-бүләсәренә бына тигән өләсәй һәм олатай булған!
Суфияновтар спорт яратҡан, йыр-моңға ғашиҡ, йәмәғәт эштәрендә ҡайнап йәшәгән, умартасылыҡ, солоҡсолоҡ, малсылыҡ менән шөғөлләнгән, ауылыбыҙ һәм районыбыҙ данын төрлө спорт ярыштарында һәм ижади бәйгеләрҙә республика кимәлендә яҡлаған  ғаилә. Шундай дан ғаиләләр Солтанбәктең бәрәкәтен, ҡотон һаҡлап, ауылға йәм өҫтәп йәшәй.

Наилә Имаева.

Һәр яҡлап та өлгөлө, иманлы, егәрле, талантлы ғаилә
Һәр яҡлап та өлгөлө, иманлы, егәрле, талантлы ғаилә
Һәр яҡлап та өлгөлө, иманлы, егәрле, талантлы ғаилә
Һәр яҡлап та өлгөлө, иманлы, егәрле, талантлы ғаилә
Һәр яҡлап та өлгөлө, иманлы, егәрле, талантлы ғаилә
Һәр яҡлап та өлгөлө, иманлы, егәрле, талантлы ғаилә
Һәр яҡлап та өлгөлө, иманлы, егәрле, талантлы ғаилә
Һәр яҡлап та өлгөлө, иманлы, егәрле, талантлы ғаилә
Читайте нас: