Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
10 Апрель 2022, 09:50

Ғаилә йылыһы, атай-әсәй наҙы өләшәләр

Солтанбәк ауылы ата-әсә наҙынан мәхрүм ҡалған балаларҙы һыйындырған оло йөрәкле ғаиләләр күп булыуы менән дә данлы. Шундайҙарҙың береһе – йыр-моңға ғашиҡ, һәләтле Факкаровтар ғаиләһе.  

Ғаилә йылыһы, атай-әсәй наҙы өләшәләр
Ғаилә йылыһы, атай-әсәй наҙы өләшәләр

 

Солтанбәк ауылында 10 ғаиләлә барлығы 30 бала ғаилә йылыһын тапҡан. Уларҙың күбеһе инде күптән мәктәпте тамамлап, артабан төрлө юғары уҡыу йорттарында һөнәр үҙләштереп, бөгөн төрлө урындарҙа эшләп йөрөй. Күптәре ғаилә ҡороп, балалар үҫтерә.
Бөгөн иһә Розалия һәм Шәрифйән Факкаровтар, Наилә һәм Илүс Ильясовтар, Финиза Юлдашева, Лилиә һәм Фәйем Хафизйәновтар, Фәридә һәм Фәрзәүи Рәхимйәновтар ғаиләләрендә 11 бала күркәм тәрбиә алып, һәләтле, рухи һәм физик яҡтан сәләмәт булып үҫеп килә. Ауылыбыҙҙа иң күбе - 10 баланы Финиза Кашафраз ҡыҙы Юлдашева үҙ ҡанаты аҫтына алып, тәрбиәләп үҫтергән.
Тәрбиәгә бала алған ғаиләләрҙе ысын мәғәнәһендә оло йөрәкле кешеләр тиер инем. Йөрәк йылыңды шул балаларға бирә алғанда ғына ғаилә тулы, бөтөн була. Ғаилә йылыһын бер ниндәй приют та, мәктәп тә алмаштыра алмай. Ғөрөф-ғәҙәттәр, традициялар ҙа нәҡ ғаиләлә һаҡлана, тәртип, тәүфиҡ төшөнсәһен дә ғаилә тәрбиәләй. Шуныһы ла ҡыуаныслы, тәрбиәгә алынған ике ҡыҙ Елизавета менән Розалия ауылыбыҙ егеттәренә кейәүгә сығып, ауылда төпләнеп, бына тигән балалар үҫтерә.


“Ғаилә традициялары вариҫтары” байрамында шундай оло йөрәкле ғаиләләрҙең береһе - үҙҙәренең өс ҡыҙҙары янына ата-әсә һөйөүенән мәхрүм ҡалған өс ул һәм ике ҡыҙҙы һыйындырып, уларға матур тәрбиә биреп, белем алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына сығарған изге күңелле Розалия һәм Шәрифйән Факкаровтар ғаиләһе туғандары менән сығыш яһаны.

Йыр-моңға ғашиҡ, бар эшкә лә оҫта, тырыш, йүнсел ғаилә балаларҙы ла үҙҙәре һымаҡ уңған, эшһөйәр, булдыҡлы итеп тәрбиәләп, уларҙың һәләтен асып, үҫергә ярҙам итә. Мәҫәлән, 2005 йылда тәрбиәгә алған Артур улдары бөгөн Башҡорт дәүләт нефть техник университетының 4-се курсында уңышлы уҡып йөрөй, ауылда, районда, уҡыу йортонда үткән сараларҙа ҡатнашып, моңло-дәртле йырҙары менән тамашасылар һөйөүен яулай. Бөгөн 9-сы класта уҡыусы Ирина ҡыҙҙары иһә үҙен йор һүҙле, сәсән телле ҡыҙ итеп танытты. Республика һәм район күләмендә яулаған уңыштарын уның һанап бөтөрөрлөк тә түгел. Байрамда ла Ирина әсәй һәм атаһына рәхмәт белдереп, үҙе яҙған шиғырын һөйләне. Бәләкәйҙән ауыл, район сәхнәһендә сығыш яһап, тамашасы һөйөүен яулап өлгөргән Артур улдары башҡарыуындағы йыр ҙа оло йөрәкле атай-әсәйгә сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәре булып яңғыраны. Розалия апай менән Шәрифйән ағайҙың татыу ғаиләһендә атай-әсәй һөйөүенә төрөнөп, ғаилә йылыһына күмелеп, туғанлыҡ хистәрен аңлап, уны ҡәҙерләргә өйрәнгән был ике талантлы бала – Ирина менән Артур сығыш яһағанда тамашасылар ҙа хис-тойғоларына ирек биреп, күҙ йәштәрен йәшермәне һәм аяҡ үрә баҫып алҡышланы был мәрхәмәтле ғаиләне.

Шундай күп бала тәрбиәләнгән татыу ғаиләгә килен булып төшөүемә бик шатмын. Фәнәзиә ҡәйнәм менән Хәтипйән ҡайным балаларын шул тиклем ярҙамсыл, туған йәнле итеп, һәләттәрен асып тәрбиәләй алған. Ирем яҡлап бар туғандар ҙа гармунда, баянда өҙҙөрөп уйнай, моңло итеп йырлай. Беҙ тәрбиәгә алған балалар ҙа быны күреп, ғаилә ҡиммәттәрен аңлап үҫә. Мин һәр ваҡыт туғандарымдың ныҡлы терәген, ярҙамын тойоп йәшәнем. Балалар тәрбиәләгәндә лә улар ярҙам итә. Шуға бөгөн, форсаттан файҙаланып, тағы ла бер тапҡыр сикһеҙ рәхмәтемде еткерәм”, - тип рәхмәт белдереп, сығыш яһаны бар ғүмерен мәғарифҡа арнаған оло йөрәкле әсәй Розалия Марат ҡыҙы.

Факкаровтар нәҫеле оҫта гармунсылар, баянсылар булараҡ та танылыу яуланы. Апалы-һеңлеле Сабирә, Рәсимә, Рәзинә Факкаровалар районда ғына түгел, республика конкурстарында ҡатнашып, һәр саҡ еңеү менән ҡайта.

Наилә Имаева.

 

Ғаилә йылыһы, атай-әсәй наҙы өләшәләр
Ғаилә йылыһы, атай-әсәй наҙы өләшәләр
Ғаилә йылыһы, атай-әсәй наҙы өләшәләр
Ғаилә йылыһы, атай-әсәй наҙы өләшәләр
Ғаилә йылыһы, атай-әсәй наҙы өләшәләр
Ғаилә йылыһы, атай-әсәй наҙы өләшәләр
Ғаилә йылыһы, атай-әсәй наҙы өләшәләр
Читайте нас: