Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
9 Апрель 2022, 16:15

Әсә булыу – яуаплы һәм изге бурыс

Солтанбәк ауылында ла Әсә тигән бөйөк исемде ғорур йөрөтә гүзәл заттарыбыҙ.

Әсә булыу – яуаплы һәм изге бурыс
Әсә булыу – яуаплы һәм изге бурыс

Ғаилә - киләсәктең иң ышаныслы нигеҙе. Ғаиләне ғаилә итеп һаҡлаусы, бәхет утын һүндермәйенсә бөтәбеҙҙе бәлә-ҡазанан ҡурсалаусы кеше – ул әсәй!
Әсә – бөтә башланғыстарҙың башланғысы. Әсә булыу – яуаплы һәм изге бурыс. Ҡатын-ҡыҙҙар өй йылыһын, ҡотон һаҡлап ҡына ҡалмай, ә бар көсөн, белемен, тәжрибәһен ил эшенә лә ҡуша. Улар ир-егеттәр менән бер рәттән бик күп өлкәлә тырышып хеҙмәт итә.
Солтанбәк ауылында ла әсә тигән бөйөк исемде ғорур йөрөтә гүзәл заттарыбыҙ.Биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләүсе
23 ҡатын-ҡыҙ “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булды. “Айыҡ ауыл-2021” республика конкурсы сиктәрендә уҙған “Ғаилә традициялары вариҫтары” байрамында уларҙы тәбрикләп, һәләтле, илһөйәр балалар тәрбиәләгәндәре өсөн тағы ла бер тапҡыр сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәре еткерелде. Ауылдың гәлсәр һандуғасы Фәридә Шәрәфетдинова башҡарыуындағы йыр әсәйҙәргә байрам бүләге булды.

Миҙалды күкрәккә таҡҡанда — ғүмер бүләк иткән һәр баланы ҡосаҡҡа алған мәлдәр тағы ла бер тапҡыр күҙ алдынан үтә” — тине был мәртәбәле наградаға эйә әсәләр. Ысынлап та, миҙал — ул йоҡоһоҙ төндәр, борсолоуҙар, шатлыҡ-ҡыуаныстар кисереше. Бындай батырлыҡҡа ҡыйыу кешеләр генә һәләтле.
Наилә Имаева.


 

Әсә булыу – яуаплы һәм изге бурыс
Әсә булыу – яуаплы һәм изге бурыс
Әсә булыу – яуаплы һәм изге бурыс
Читайте нас: