Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
9 Апрель 2022, 23:30

Күп балалы ғаиләләр – Солтанбәк ауылының ғорурлығы

Бер-береһе өсөн өҙөлөп торған 11 бер туған Шәрәфетдиновтар сығышы барыһын да һоҡландырҙы.

Күп балалы ғаиләләр – Солтанбәк ауылының ғорурлығы
Күп балалы ғаиләләр – Солтанбәк ауылының ғорурлығы

“Ныҡлы ғаилә – ил терәге ”тип ата-бабаларыбыҙ белеп әйткән, сөнки йәмғиәтебеҙҙә ни тиклем әҙәпле, күркәм, бәхетле, һау-сәләмәт балалар тәрбиәләгән ныҡлы ғаиләләр булһа, илебеҙҙең бөгөнгөһө яҡты, киләсәге өмөтлө тигән һүҙ. Ә солтанбәктәр был йәһәттән лайыҡлы ғорурлана ала. Беҙҙең Солтанбәк ауылы элек-электән күп-балалы ғаиләләре менән дан тотҡан.

«Ғаилә традициялары вариҫтары» байрамында күп балалы, шундай оло ихтирамға лайыҡ, уңған, һәләтле ғаиләләрҙең береһе - 11 бер туған Шәрәфетдиновтар сығыш яһаны. Шулай, йәшләй бер -береһен осратып, ғашиҡ булып, ғаилә ҡорған Зөбәржәт һәм Мәғсәт Шәрәфетдиновтар 46 йыл татыу ғүмер итеп, 11 бала - ете ҡыҙ һәм 4 ул тәрбиәләп үҫтерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Зөбәржәт апай менән Мәғсәт ағай бөгөн беҙҙең арала юҡ. Уларҙың дауамы булып, бөгөн балалары – 11 бер туған гөрләтеп донъя көтөп, үҙҙәре һымаҡ уңған, тәүфиҡлы, һәләтле балалар тәрбиәләй, күптәре инде күптән олатай-өләсәй булып, ейән-ейәнсәрҙәр һөйөп ҡыуана. Уларҙың барлығы 27 ейән-ейәнсәре, 12 бүлә-бүләсәре бар.

Сәхнә тултырып сыҡҡан Шәрәфетдиновтар ғорурланып ата-әсәһе тураһында һөйләне, уларҙың әйткән кәңәштәрен иҫкә төшөрҙө, хәтирәләр йомғағын һүтте. Улар үҙҙәренең ғаилә традицияларын ҙур оҫталыҡ менән сәхнәләштереп, барыһын да һоҡландырып, күңелдәрҙең иң нескә ҡылдарына үтеп инеп, хис-тойғолар даръяһына алып инде. Тамашасылар берсә илап, берсә йылмайып, берсә тетрәнеп һәм ғорурланып, 11 бер туғандың ғаилә тарихын тыңланы һәм ҡараны. Шиғри күңелле Мәғсәт ағайҙың Зөбәржәт апайға арнап яҙған шиғырҙарын уҡығанда, күптәр күҙ йәштәренә ирек ҡуйҙы. Шәрәфетдиновтар туғанлыҡ ептәренең ныҡ булыуын, ғаилә ҡиммәттәренең йәш быуынға тапшырыла килеүен асыҡ күрһәтте. Ҡул эштәренә оҫта Шәрәфетдиновтар бай күргәҙмәләре менән таныштырып, ата-әсәһенең шөғөлдәрен лайыҡлы дауам итеүҙәрен күрһәтте.Аталары рухи мираҫ итеп төҙөп ҡалдырған шәжәрәне лә тулыландырып, бына тигоән баннер эшләтеп элгәндәр. Бына шундай татыу, берҙәм, туғанлыҡ хистәре менән нығынған рухлы ғаиләләр милләтебеҙ киләсәге һәм ғорурлығы булып тора ла инде.

Наилә Имаева.

Читайте нас: