Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
26 Ғинуар 2022, 12:45

Сәнәғәт менән сәнғәтте бутаған егет

“Бәйләнештә” “Без үзебез башҡортлар” тигән яҙыулы кейем кейгән Винарис Өлфәт улының фотоһүрәте аҫтында бәхәс ҡупҡан. Күптәр: “Хаталы яҙылған, “башҡорттар” дөрөҫ була бит”,— тип фекер яҙған.

Сәнәғәт менән сәнғәтте бутаған егет
Сәнәғәт менән сәнғәтте бутаған егет

Йырсы-водитель

Винарис Өлфәт улы 2007 йылда “Гәлсәр һандуғас” телевизион конкурсында ҡатнашып, “Тамашасы һөйөүе” номинацияһын яулай. Халыҡҡа йырсының тауышы ла, сәхнәлә үҙен тотоуы ла, моңонда булған ниндәйҙер халыҡсанлығы ла, ябайлығы ла оҡшаны.
Винарис “Гәлсәр һандуғас”ты алдан да күҙәтеп барған булған. Ниңә ҡатнашып ҡарамаҫҡа? Йыр-моңға һәләте бар. Студент саҡтарында хатта профессиональ йырсы ла булып китә яҙған. Туғандары ла, тәүәккәллә, тип кенә тора. Уйлаған — эшләгән. Конкурстың бөтә һынауҙарын уңышлы үтеп, Винарис Өлфәт улы тамашасы һөйөүен яулауға ирешә.
2011 йылда атай булғас, Винарис Өлфәт улы эш хаҡы ҙурыраҡ булғанлыҡтан, Өфөнөң 110 С маршруты буйынса йөрөгән автобустың водителе булып китә. Әммә күңеленә ятҡан шөғөлдө ташлап ҡуймай. Киреһенсә, фекерҙәштәр туплап, дәрт алып, концерттар ҡуйырға була. Тик рәсми эш менән икеһен нисек бергә алып барырға? Егет ике аҙна төп эшендә автобус йөрөтә, ике аҙна дауамында гастролдәргә сығырға иҫәп тота.
Бындай үҙенсәлекле йырсы-водителдең даны тиҙ тарала. Хәҙер ни өсөн кеше таныған йырсы автобус йөрөткәне аңлашыла ла инде. Уның хатта тәүге клибы ла маршрут руле артында төшөрөлөп, “Ҡурай” каналының хит-парадына инә.
Гастролдәр менән Винарис Өлфәт улы республиканың ҡала, райондарында йөрөп сыға. Хатта Екатеринбургта ла, Пермь крайында ла була. Ә Өфөлә уның концерты дүрт тапҡыр үтә, шуларҙың икеһе “Нур” театрында ойошторола. Башта ул кешеләр йыйылмаҫ тип бер аҙ ҡурҡа. Әммә халыҡҡа ихласлыҡ һәм ябайлыҡ оҡшай. Шуға ла был тамашаларға хатта билеттар етмәй ҡала.
Күңеле йырлаған, моңға тартылған кешене бер нәмә лә туҡтатмай. Теләмәгән әҙәм сәбәптәр эҙләй, теләгәне мөмкинлектәр таба тигәндәй, хатта ижадтан алыҫ һөнәр эйәһе лә йырлау ғына түгел, үҙ тамашасыһын да йыя ала.
Шарап эсә лә дөгө ашай

Винарис Асҡын районы Ҡашҡа ауылынан. Винарис исеме миңә бик ят тойолдо. Һәр хәлдә, беҙҙең яҡтарҙа ишетелгәне юҡ һымаҡ. Баҡһаң, ул бөтөнләй башҡорт исеме түгел.
Исем ҡушыу тарихы ла бик ғәҙәти булып сыҡты. Винаристың атаһы Өлфәт ағай ваҡытында Болгарияла хеҙмәт иткән. Шул яҡтарҙа ошо исемде ишетеп ҡайтҡан. Өйләнгәс, улы тыуа. Әммә ҡатыны Занфирә менән кәңәшләшкәс, сабыйҙарына Динар тигән исем бирергә булалар. Ә инде бер йылдан тағы бер улдары донъяға килгәс, 5 – 6 йыл башынан сыҡмаған исемде уға ҡушырға була.
Әммә йылдар үткәс, мөфтөй Тәлғәт Тажетдин Винарисҡа: “Исемең дөрөҫ түгел. Шарап эсеп, дөгө ашағандай яңғырай. Мосолман кешегә бөтөнләй килешмәй”, — тип Винарисҡа Рәйес исемен бирә.
Ә бына ете йыл бергә эшләгән водитель хеҙмәттәштәре Винарисҡа үҙҙәренсә исем ҡуша. Һәр саҡ йылмайып, шаярып, йырлап, бейеп йөрөгән кешегә Винокур тигән ҡушамат килешә, тиҙәр. Шуға ла ул хәҙер сәхнәлә үҙен Винарис- Винокур Абдуллин, тип таныштыра.
Йырсы-водителдең өс исеменең тарихы шулайыраҡ. “Тик барыбер атайым биргән исемем күңелемә яҡыныраҡ”, — ти Винарис. Үкенескә күрә, атаһы тормоштан бик йәшләй китә. Шуға ул ҡушҡан исем икеләтә яҡыныраҡ һымаҡтыр, моғайын.

“Әти! Күрсәң иде, синсез ауыр,
Күз йәшләрем ҡойолоп аҡҡанын!
Еңел түгел икән, таянырдай
Ер йөзөндә кешең булмағас.
Мин сыныҡтым, көслө ғаиләле мин,
Яҡлар, йәлләр кешем булмағас”, —

тип яҙа Винарис атаһына бағышлаған юлдарҙа.
Атайһыҙ үҫеү Винаристың һәм ағаһы Динарҙың тормошонда, холоҡтарында эҙһеҙ үтмәй. Улар бәләкәстән бер-береһенә таяныс булырға өйрәнә. Ағалы-ҡустылы егеттәр яҡшы аңлашып, татыу һәм дуҫ булып үҫәләр.
Иптәшен юғалтып, терәкһеҙ ҡалған Винарис менән Динарҙың әсәһе Занфирә Ғабдрахман ҡыҙы, балаларын аяҡҡа баҫтырыр өсөн иртә таңдан тороп эшләргә мәжбүр. Ул мал бағырға ла, баҡса үҫтерергә лә, почта таратырға ла өлгөрә.
— Мәктәптән ҡайтыуыбыҙға әсәй өҫтәлгә ризыҡтар ҡалдырып китә ине. Беҙ ашайбыҙ ҙа өйгә эштәрҙе әҙерләйбеҙ. Йорт тирәһендәге ваҡ-төйәк эштәрҙе тамамлағас, почтаға барабыҙ. Әсәй бер урамға таратырлыҡ гәзиттәр бирә, беҙ йүгереп таратып сығабыҙ.
Йорт-ҡура тирәһендәге эштәрҙе лә әсәләре уларға ышанып тапшыра. Ике һыйырҙы, мәҫәлән, ике малай үҙҙәре һауа. Бесән дә эшләшәләр. Винарис алты йәшендә бәләкәй генә салғы тотоп бесәнлектә йөрөгәнен яҡшы хәтерләй.

“Сәнәғәт менән сәнғәтте
бутаным”

— Әсәйем миңә гел сәнәғәткә бар, етеш һәм матур йәшәрһең, тип теләктәрен әйтә торғайны. Ә мин сәнәғәт менән сәнғәтте бутап, йырсы һөнәрен үҙләштерергә булдым, — тип көлә Винарис Өлфәт улы.
Мәктәп йылдарында Винарис бик отҡор, етеҙ һәм тик ултырмаҫ малай була. Бөтмәҫ энергияһын ул спортҡа — ауыр атлетикаға, саңғыла йөрөүгә һала. Уҡытыусыһы Наил Хәйруллин етәкселегендәге бейеү түңәрәгенә лә йөрөй. Шул мәлдән ул сәхнәгә, сәхнә уға оҡшағанын аңлай.
— Нисек уҡының, тип һораһалар, физкультура менән музыканан гел “бишле” булды былай тием, – ти шаярып Винарис Өлфәт улы.
Һүрәт төшөрөү һәләте лә ярайһы уҡ бирелгән уға. 1999 йылда Мостай Кәримдең 80 йыллығына яҙыусының портретын ҡәләм менән төшөрә һәм республикала беренсе урын ала. Әле ул портрет мәктәп музейында тора.
Ижади кеше булыуына ҡарамаҫтан, Винарисҡа теүәл фәндәр ҙә еңел бирелә. Физика, математика, геометриянан мәктәп йылдарында ул “дүртле”нән кәмерәк билдә алмай. Олимпиадаларҙа ла ҡатнаша.
Винарис бәләкәй саҡтан йырлаһа ла, сәхнәгә тәүге тапҡыр һигеҙенсе класта күтәрелә – “Зөләйха”ны башҡара. Хатта көтөү көткән көндә ауыл әбейҙәре, бабайҙар, бөгөн Винаристың сираты тип, көтөүлеккә киләләр. Шулай улар Винаристың йырлауын тыңларға йыйылыр булғандар икән.
Мәктәпте тамамлағас, ул бер юлы ике уҡыу йортона инә — Өфө урман хужалығы колледжына һәм сәнғәт училищеһына. Икенсеһендә ул йырсыға уҡый. Әммә ике йылдан һуң ташларға була.
— Башҡорттоң аҡылы төштән һуң килә бит инде, уҡып бөтөргә, бәлки, кәрәк булғандыр ҙа. Ваҡытында уҡытыусым Нәйлә Йосопова: “Һин минең иң яҡшы уҡыусым”, — тип, тамамларға ла өгөтләне, тик аҙаҡ артыҡ теләк булманы, ахыры. Икенсе яҡтан, уҡып бөтһәм, тауышым боҙолоп, минең “халыҡсан” йырлауым ҡалмаҫ ине, тип кемдер әйтә.
Ә бына урман хужалығы колледжын ул тамамлай. “Ниңә бер юлы ундай ике төрлө йүнәлешле уҡыу йортона инергә булдығыҙ?” – тигән һорауға Винарис: “Әллә. Артыҡ айырылмай, шикелле. Унда ла, бында ла йырлауға бер кем ҡамасауламай”, — тине.

Тейәүсенән “Ҡоролтай”ға
тиклем

Үҙенең 38 йәшенә тиклем Винарис бер нисә урында эшләп өлгөрә. Студент йылдарында уҡ “Башҡортостан” сауҙа үҙәгендә көнкүреш химияһы келәтендә йөк тейәүсе булып йөрөй. 8 Март байрамы хөрмәтенә сауҙа үҙәгендә йырлағандан һуң, был егет келәттә эшләргә тейеш түгел тип, экспедитор итеп күсерәләр. Әммә йыш юлда йөрөүҙәр килешеп етмәйме, һаулығы ҡаҡшай башлай Винаристың. Етәкселәре, һәләтле егетте ыҙалатмайыҡ тип, уны администратор итеп тәғәйенләйҙәр.
Аҙаҡ ул белеүебеҙсә, йырсы-водитель булып китә. Бер аҙҙан ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына барып эләгә. Рухлы, йырлаған, бейегән, тарих менән дә ҡыҙыҡһынған егет, тиҙ арала үҙен яуаплы ла, белемле лә итеп күрһәтеп, үҙ урынын таба. Хәҙер ул төньяҡ-көнбайыш диалекты буйынса белгес.
Әле Винарис Өлфәт улының “Ҡоролтай”ҙың проекттары менән ҡайнап ятҡан мәле. Ул шәжәрә байрамдарында, ырыу йыйындарында әүҙем ҡатнаша. Үҙҙәренең балыҡсы ырыуының гимнын, мәҫәлән, үҙе башҡара. Шулай уҡ Шәйехзада Бабичтың Ҡоролтай вәкилдәренә бағышланған “Истиҡбал” шиғырына ҡобайыр формаһында көй яҙып, йырлап халыҡҡа еткерҙе.
Винаристың хәҙерге мәлдә янып-көйөп йөрөгән төп проекты Асҡын районында урынлашҡан “Изгеләр зыяраты” менән бәйле. “Бында балыҡсы ырыуының изге кешеләре ерләнгән. Был зыярат нисәнсе йылда барлыҡҡа килгәнен бер кем теүәл белмәй. Ҡайһы берәүҙәр мең йылға яҡын тарих тураһында һөйләй. Шуны асыҡлау — бурысым”, – ти Винарис. Күптән түгел “Атайсал” республика проекты сиктәрендә “Изгеләр зыяраты”на Хәтер ташы ҡуйылған. Был ошо йүнәлештә тәүге аҙым ғына.
Киләсәккә Винарис Өлфәт улының пландары ҙур — БДУ-ның тарих факультетына уҡырға инеп, белемен камиллаштырырға иҫәбе.

Үҙҙәренсә йырлай ул

“Бәйләнештә” “Без үзебез башҡортлар” тигән яҙыулы кейем кейгән Винарис Өлфәт улының фотоһүрәте аҫтында бәхәс ҡупҡан. Күптәр: “Хаталы яҙылған, “башҡорттар” дөрөҫ була бит”,— тип фекер яҙған. “Без үзебез башҡортлар” төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙылыуы тураһында бик һирәктәр белә.
Винарис балыҡсы ырыуынан булараҡ, төньяҡ-көнбайыш диалектының балыҡсы йүнәлешендә һөйләшә. Хатта ошо диалект арҡаһында Винарис ҡыҙыҡлы хәлдәргә тарып бөтә. Бер тапҡыр ул йырҙарын татарсаға тәржемә итеп, Ҡазанға тәҡдим итеп ҡараған. Әммә унда, башҡорт өндәре сығып ҡала, бармай, тип кире ҡайтарғандар. Ә бында, Башҡортостанда, уны татар йырсыһы тип ҡабул итәләр. Йырҙарын тыңлаған ҡайһы бер кешеләр уға: “Йә татарса, йә башҡортса йырла”, — тип тә кәңәш бирәләр. Әммә йырҙың йыртығы юҡ, шуға ла Винарис үҙҙәренсә, балыҡсыларса йырлауын дауам итә.
“Ҡоролтай”ға барып эләккәс тә балыҡсыларса һөйләшкән Винарис әҙәби башҡорт теленә күсергә тырыша. Әммә коллегаһы: “Ниңә телеңде һындырып һөйлә­шәһең? Үҙ диалектыңда һөйләш, үҙ телеңде юғалтма”, – ти. Кәңәшкә ҡолаҡ һала, кем нимә тип әйтеүенә ҡарамаҫтан, башҡорт теленең байлығын һәм төрлөлөгөн иҫбатлап, таҙа итеп һөйләшә ул.
“Ә дөйөм алғанда, яңылышлыҡтар килеп сыҡмаһын өсөн, башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты тураһында аңлатыу эштәре алып барыла. Диалектта һөйләшкәндәрҙе башҡорт түгел тип иҫәпләгәндәргә шәжәрәләрен күрһәтергә тырышабыҙ”, – ти Винарис.

Бәхет — тормоштоң бөтөнлөгөндә

Үҙенең яҙмышын Винарис 15 йыл элек Елена Павловна менән бәйләгән. Улар “Баш­ҡортостан” сауҙа үҙәгендә эшләгәндә танышалар. Винарис тәүҙә Еленаны күреп кенә йөрөй, аҙаҡ күңелемә ятҡас, ниңә танышмаҫҡа тип, ҡыйыулыҡ йыйып, һөйләшеп китә. Бөгөн Елена Павловна балалар поликлиникаһында регистратурала эшләй. Абдуллиндар ике бала — Арсен һәм Виолеттаны тәрбиәләйҙәр.
Арсен 5-се класта уҡый. Уға атаһының математикаға әүәҫлеге күскән. Спорт менән етди шөғөлләнә. Малайҙы өс йәшендә үк тхэквондо түңәрәгенә бирәләр. Башта шуҡ малайҙың тәртипкә буйһонғоһо килмәй. Шуға тренерҙар уны йыш ҡына мөйөшкә ҡуя. “Бөтә ата-әсәләр тхэквондо өсөн түләһә, беҙ мөйөш өсөн түләй торғайныҡ”, — тип көлә Винарис Өлфәт улы. Әлеге көндә уның 12 алтын миҙалы бар, 8 йәшендә Минскиҙа үткән донъя чемпионатында еңеү яулап, Волга буйында иң йәш донъя чемпионы булып таныла. Әле ул самбо менән шөғөлләнеүгә күскән.
1-се класта уҡыған Виолеттаға атаһынан рәсем төшөрөүгә, бейеүгә һәләт күскән. Шулай уҡ тхэквондо менән дә шөғөлләнә. Ҡайһы бер атай-әсәйҙәр аңлап та етмәй. “Ҡыҙығыҙҙы ниңә өйрәтәһегеҙ?! Бөгөн минең балама ныҡ итеп һуғып ҡайтарған”, — тип яҙалар. Хәлде асыҡлағас, Виолеттаны тәү башлап үҙҙәре йәберләгән булып сығалар.
— Мин балаларымды, әсәй беҙҙе нисек тәрбиәләне, шулай уҡ өйрәтәм: әгәр һуҡһалар, өс тапҡыр нығыраҡ һуҡ. Икенсе ваҡыт һине йәберләр алдынан уйларҙар. Бер ваҡытта ла үҙең башлап ҡул күтәрергә, үсекләргә өйрәткәнем булманы. Был килешмәгән эш.
Балаларын атай-әсәй артыҡ иркәләтергә тырышмай. Кәрәкле урында маҡтап, яратыуҙары һәм ғорурланыуҙары тураһында әйтһәләр, тейешле урында шелтә лә биреп алалар. Улар ҙа үҙҙәренең балыҡсы башҡорттары булыуын белеп үҫәләр.
Винарис Өлфәт улы үҙен бәхетле кеше тип иҫәпләй.
— Бәхет нимәлә ул? Ул яратҡан ғаиләңдә, эшеңдә, дуҫтарыңда. Теләктәреңде тормошҡа ашыра алыуҙа. Тормоштоң бөтөнлөгөндә. Быларҙың бөтәһе миндә лә бар, — ти ул.

Айгөл СӘЛӘХОВА.

Автор:Айнур Акилов
 
https://shonkar.com/articles/y-sh-yesh/2022-01-26/s-n-t-men-n-s-n-tte-buta-an-eget-2668412?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=13743478
Сәнәғәт менән сәнғәтте бутаған егет
Сәнәғәт менән сәнғәтте бутаған егет
Сәнәғәт менән сәнғәтте бутаған егет
Сәнәғәт менән сәнғәтте бутаған егет
Сәнәғәт менән сәнғәтте бутаған егет
Автор:
Читайте нас: