Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
14 Ғинуар 2022, 11:35

Башҡортостанда «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» республика конкурсы бара

Конкурс «Етегән» республика байрамы сиктәрендә ойошторолған.

Башҡортостанда «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» республика конкурсы бара
Башҡортостанда «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» республика конкурсы бара

Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, конкурстың зона этабы онлайн-форматта Мәләүез, Туймазы, Тәтешле, Салауат райондарында, шулай уҡ Сибай, Нефтекама һәм Өфө ҡалаларында уҙғарыла. Жюри видеороликтарҙы ҡарағандан һуң, 2022 йылдың 10 февраленә тиклем финалсыларҙы билдәләргә тейеш.

Конкурстың әлеге этабынан һуң республика турына үткән 21 ғаилә иғлан ителә. «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» конкурсы еңеүселәре һәм призерҙары 2022 йылдың 1 мартында «Етегән» байрамы — ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә билдәле була.

Автор:Ильяс Ҡасҡынов
 
https://agideljurn.ru/news/novosti/2022-01-13/bash-ortostanda-lg-l-bash-ort-ail-e-respublika-konkursy-bara-2652492
Автор:
Читайте нас: