Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
1 Декабрь 2021, 14:30

Был ғаилә күптәргә өлгө

Ҡариҙел районының Байҡыбаш ауылында йәшәүсе Гөлсөм һәм Наил Исламовтарҙың бергә ғүмер итеүҙәренә ошо көндәрҙә 55 йыл тула. Юбилярҙар  бер-береһенә кәңәшсе, ярҙамсы һәм яҡын кеше булып тормош юлын үткән.

Был ғаилә күптәргә өлгө
Был ғаилә күптәргә өлгө

Гөлсөм Мирсәйет ҡыҙы сығышы менән Мәләүез районының Йомаҡ ауылынан. 1965 йылда ҡыҙ Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлап , юллама буйынса Ҡариҙел районына эшкә килә. Байҡыбаш районы ветеринария лабораторияһында табип-токсиколог булып урынлаша һәм 21 йыл ошо ойошмала эшләй. Үҙгәртеп ҡороу ваҡытында бүлекте Ҡариҙел ауылына күсергәс, ул Байҡыбаш ауыл Советында туғыҙ йыл секретарь булып хеҙмәт һала. 1966 йылда Яугилде ауылы егете Наил Исламов менән өйләнешеп, Байҡыбаш ауылында төпләнәләр.

Белеме буйынса Наил Ноғман улы – инженер-механик, ауыл хужалығы институтын тамамлап, “Ҡариҙел” совхозында инженер-контролер булып хеҙмәт юлын башлай. Ваҡытында “Фрунзе” колхозында баш инженер, “Сельхозтехника”-ла контролер, мөдир, “Сельхозхимия”-ла инженер-иҡтисадсы вазифаларын үтәй.

Юбилярҙар эшләгән йылдарын, коллективтарын йылы хистәр һәм ихтирам менән иҫкә ала.

Люция Карамова.

Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас в