Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
28 Ноябрь 2021, 12:45

“Әсәйҙәргә бәхет теләйем”, ти Флидә Ғәлләмова

Йыл һайын ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә иң матур байрамдарҙың береһе — Әсәйҙәр көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан аҙна дауамында йәнле саралар үтте. Был байрамды һәр ғаилә лә көтөп ала. Ҡашҡа ауылынан Флидә һәи Илшат Ғәлләмовтар ғаиләһендә лә  Әсәйҙәр көнөн тәмле ризыҡтар бешереп, ҡәҙерле кешеләренә бүләктәр әҙерләп ҡаршыланылар.

“Әсәйҙәргә бәхет теләйем”, ти Флидә Ғәлләмова
“Әсәйҙәргә бәхет теләйем”, ти Флидә Ғәлләмова

—  Башҡа байрамдар араһында Әсәйҙәр көнө айырым урын алып тора. Әсә булған һәр ҡатын-ҡыҙ быны яҡшы аңлай. Сөнки әсәйҙәр  — ғаилә усағын, ғаилә йылыһын һаҡлаусы. Был көндө беҙҙең ғаилә лә көтөп ала: балалар — мине, өләсәйҙәрен, беҙ тормош иптәшем Илшат менән үҙ әсәйебеҙҙе  тәбрикләйбеҙ, бүләктәр әҙерләйбеҙ. Быйыл ҡыҙым Юлиә менән йылдағыса тәмле ризыҡтар бешереп, байрам өҫтәле әҙерләнек. Ҡыҙым хәҙер ҙур инде, өйҙә төп ярҙамсым.  Уҡыуҙан тыш ваҡытында алмазлы мозайка менән шөғөлләнә, пазлдар йыя, һүрәт төшөрөргә ярата. Ашарға бешеренергә лә бик әүәҫ. Байрам көнөндә барлыҡ әсәйҙәргә лә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, балаларының һөйөндөрөп кенә тороуын теләйем, — тип һөйләне ике улына, ҡыҙына хәстәрлекле әсәй, ике килененә асыҡ йөҙлө, изге күңелле ҡәйнә, уңған хужабикә, ә эш урынында абруйлы тәрбиәсе Флидә Ғәлләмова.

Флидә Нәфҡәт ҡыҙынан айрандан тәмле ҡоймаҡ рецептын тәҡдим итәбеҙ. Байрам уңайынан һеҙ ҙә бешереп, яҡындарығыҙҙы һыйлағыҙ.

Айрандан коймак: кәрәк буласаҡ — 0,5  литр айран, 2 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, 1 сәй ҡалағы тоҙ, 1 сәй ҡалағы  сода, 2 стакан он. Барыһын да бергә бутап, ҡабарғанын көтөп тормайынса табала бешерәһең.

Илһөйәр Махатова.

“Әсәйҙәргә бәхет теләйем”, ти Флидә Ғәлләмова
“Әсәйҙәргә бәхет теләйем”, ти Флидә Ғәлләмова
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: