Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
28 Ноябрь 2021, 14:25

“Иҫкә төштө бөгөн әсәйле саҡ”

Әсәйҙәр көнө уңайынан районыбыҙҙың Ҡышлауйылға ауылында тыуып-үҫеп, бөгөн Архангел районының Тәүәкәс ауылында йәшәүсе Нәүилә Әнис ҡыҙы Ғәлинаның әсәһе Фәнүзә Хажи ҡыҙы Адуллинаға арнап яҙған шиғырҙарын тәҡдим итәбеҙ.

“Иҫкә төштө бөгөн әсәйле саҡ”
“Иҫкә төштө бөгөн әсәйле саҡ”

Әсәйем ҡоймаҡтары

Аҡ яулығын бәйләп алған әсәй

Шау сәскәле күлдәк өҫтөнә.

Мейес алдында ҡоймаҡ бешерә —

Шул хәлендә керҙе төшөмә.

Табағасы менән әйләндерә

Күҙ өҫтөндә ике табаһын,

Тик бер генә ҡоймағыңды, әсәй,

Килде лә бит алып ҡабаһым...

Хәҙер инде тыуған йортта

Бешмәй ҡоймаҡ, бәлештәр.

Тәҙрәләрҙә гөлдәр ҙә юҡ,

Бикле унда ишектәр...

Йортобоҙҙа шомло тынлыҡ,

Тормоштар туҡтап ҡалған.

Әсәйемдең табағасы

Һөйәүле килеш ҡалған...

 

 

Тәҙрәләрҙә генә күҙҙәрем...

Һыуынмаһын тиеп бәлештәрен

Мейестә тотҡан әсәй көноҙон.

Самауырын ҡат-ҡат яңыртҡан ул,

Ҡайтыр тиеп, бәлки бер ҡыҙым.

Һәр ял һайын өмөтләнеп шулай

Көткән әсәй алты балаһын.

“Алтыһының береһе ҡайтманы”, — тип,

Мәхрүм ҡалған бөгөн ул тағын.

Һылтанабыҙ шулай ваҡыт юҡҡа,

Йә булмаһа — ара йыраҡҡа.

Үкенәбеҙ: “Һирәк ҡайттыҡ”, — тиеп,

Әсәй күскәс кенә баҡыйлыҡҡа.

Иҫкә төштө бөгөн әсәйле саҡ —

Әсәй беҙҙе көткән көндәрем.

Мейескә ҡуйҙым бына бәлештәрем —

Ҡайтырҙармы минең бәпкәләрем?

Тәҙрәләрҙә генә күҙҙәрем..

 

Һеҙҙең иғтибарға Фәнүзә Хажи ҡыҙының кесе улы Данфирҙың әсәһенә арнап яҙған йырын да тәҡдим итәбеҙ.

 

Кем өсөндөр бәхет — тәңкә ҡарҙар,

Кем өсөндөр — көмөш тәңкәләр.

Бәхет төрлө була. Ә шулай ҙа,

Иң ҙур бәхет — тере әсәйҙәр...

 

Илһөйәр Махатова әҙерләне.

Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: