Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
28 Ноябрь 2021, 18:20

Ете ҡыҙы — ете шатлығы

Солтанбәк ауылында йәшәүсе Фәниә Хәниб ҡыҙы Насертдинова ете ҡыҙы өсөн һөйөклө һәм хәстәрлекле әсәй, ейәне өсөн иң ҡәҙерле  өләсәй ҙә булған.

Ете ҡыҙы — ете шатлығы
Ете ҡыҙы — ете шатлығы

“Ете ҡыҙым – ете шатлығым. Улар миңә киләсәккә ышаныс уята, йәшәргә көс һәм дәрт бирә, — ти Фәниә Хәниб ҡыҙы. — Үҙем дә биш балалы ғаиләлә үҫтем. Ғөмүмән, минең яҡлап та, ирем яҡлап та нәҫелебеҙ ҡалын, 5-6-шар бала үҫкән ғаиләнәнбеҙ. Шуңалырмы, ғаиләлә балалар күп булырға тейеш, тип уйлайым”.
Татыу ғаиләлә береһенән-береһе һылыу ете ҡыҙ тәрбиәләнә. Исемдәре һуң нисегерәк матур¸мәғәнәле: Таңһылыу, Алһыу, Ләйлә, Мәрйәм, Мәликә, Мәдинә, Дания!
Таңһылыу ғаиләһе менән Өфөлә йәшәй. БДУ-ның химия факультетын тамамлап, лаборант булып хеҙмәт юлын башлай. Тормош иптәше Булат менән Даян исемле ул үҫтерәләр. Алһыу ҙа БДУ-ла география факультетын тамамлаған. Бөгөн уңышлы ғына эшләп йөрөй. Ләйлә - студент, Өфөлә уҡый. Мәрйәм менән Мәликә мәктәптә белем ала, ә кескенәләр балалар баҡсаһына йөрөй.
2018 йылда Насертдиновтар ғаиләһе үҙ көстәре менән төҙөп сыҡҡан яңы йортҡа күсенә. Ҙур заманса йортта бөтә уңайлыҡтар ҙа булдырылған, һәр кемдең үҙ бүлмәһе. Бына шулай, балалар һөйөп, уңаоҙың уңыштарына һөйөнөп йәшә лә йәш бит, тик, яҙмыш Фәниә Хәниб ҡыҙына тағы ауыр һынау әҙерләй. Ғаилә башлығы Рәүзәт Шәүкәт улы ҡаты сирләп, донъя ҡуя. Фәниә Хәниб ҡыҙы береһенән-береһе ете бала менән яңғыҙ тороп ҡала. Бәхетенә, туғандары һәм әсәһе йәнәшәлә генә йәшәй. Оло ҡыҙҙары ла һәр саҡ ҡайтып, ярҙамлашып тора.

Береһенән-береһе бәләкәйерәк балалары өсөн йән атып торған әсә кеше һынауҙарҙы лайыҡлы үткәреп, артабан йәшәргә, ҙур донъяны көтөргә көс таба. Ә ул көс – балалар! Береһенән-береһе һылыуыраҡ, һәләтлерәк ете ҡыҙ һәм ,әлбиттә, һөйөп туймаҫ ейән.

Көслө лә, наҙлы ла, рухлы ла, эшһөйәр ҙә һөйөклө әсәй – Фәниә Хәниб ҡыҙын Әсә көнө менән ҡотлап, иң изге теләктәрҙе еткерәбеҙ. Һау-сәләмәт булып, ҙур хәстәрлек һәм һөйөү менән үҫтергән ҡыҙҙарҙың киләсәктә тормошта уңыштарға өлгәшеүен күреп, һәр ваҡыт шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына кисереп йәшәүен теләйбеҙ.

 

Наилә Имаева.

Ете ҡыҙы — ете шатлығы
Ете ҡыҙы — ете шатлығы
Читайте нас: