Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
28 Ноябрь 2021, 12:00

Берҙән-берем – әсәйем

Әсәй... Ниндәй матур, яғымлы һүҙ. Был һүҙҙе ишетеү менән күҙ алдыма әсәйемдең һыны килеп баҫа. Һәр кемгә үҙ әсәһе ҡәҙерлерәк булған кеүек, минең өсөн дә үҙемдеке иң матуры, иң яғымлыһы. Беҙгә ғүмер биргән, бала сағыбыҙҙы бәхетле иткән кеше ул әсәйем Гөлназ Мансур ҡыҙы Мөбәрәкова. Ҡариҙел районы.

Берҙән-берем – әсәйем
Берҙән-берем – әсәйем


Ул Ҡариҙел районының Яңы Аҡбүләк ауылында тыуып уҫкән. 1997 йылда атайым Илшат Тәлғәт улы Мөбәрәков менән ғаилә ҡороп, Хәлил ауылында төпләнәләр. Ғаиләлә дүрт балабыҙ: апайҙарым Алһыу һәм Земфира, ҡустым Надир һәм мин, Светлана. Әсәйемдең “балам”, тип өҙөлөп тороуы, минеңсә, иң ҙур бәхеттер.
Әсәйем тәмле итеп бәлештәр бешерә, күпереп торған икмәк һала, йылы бейәләйҙәр, ойоҡтар бәйләй, гөлдәр ҙә үҫтерә, бәләкәс кенә диван яҫтыҡтары ла эшләй, ваҡытында концерттарҙа ҡатнашты, матур йырлай… Ошо әле һанап кителгәндәр ауыл ҡатын-ҡыҙының тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эше – һыйыр һауыу, уның һөтөн эшкәртеү, ҡош-ҡорт аҫрау, баҡса ҡарау, шул уҡ ваҡытта һәр беребеҙгә иғтибар, наҙ, һөйөү, кәңәштәр биреү, уҡыуыбыҙ менән ҡыҙыҡһыныу, белмәгәнебеҙҙе өйрәтеү һәм башҡа байтаҡ мәшәҡәттәр араһында башҡарыла.
Кешеләргә ҡарата иғтибарлы, тыныс холоҡло минең әсәйем. Ул йылмайһа, бөтә донъя йылмайған кеүек... Мин әсәйемде бик яратам, хөрмәт итәм һәм уға сикһеҙ рәхмәттәремде еткерәм.


Светлана Мөбәрәкова,
Ҡариҙел районы Хәлил мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы.

Берҙән-берем – әсәйем
Берҙән-берем – әсәйем
Берҙән-берем – әсәйем
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: