Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
13 Август 2021, 15:48

Юбиляр ғаиләләр тәбрикләнде

8 июлдә билдәләнә торған Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө, билдәле сәбәптәр арҡаһында кисектерелеп килде.

Юбиляр ғаиләләр тәбрикләнде
Юбиляр ғаиләләр тәбрикләнде

 Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар буйынса урынбаҫары Инзилә Ғасимйәнова Көндәшле ауылында 60 йыл бергә ғүмер итеп, биш бала үҫтергән өлгөлө ғаилә пары — Резидә Фарси ҡыҙы һәм Фәйзелҡауи Шәйхелвәли Әҡбәровтарға “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ” миҙалын тапшырҙы.

Байрамда шулай уҡ бриллиант туйҙарын билдәләүсе Шауъяҙы ауылынан Әҡлимә Фәйез ҡыҙы һәм Нәжип Мәғрүп улы Хажиповтар, Яңы Балтас ауылынан Йәмилә Фәйзрахман ҡыҙы һәм Рәфҡәт Ғәйет улы Фәйрушиндар, алтын туйҙарын билдәләүсе Еләҙекүл ауылынан Гөлфирә Фәтхетдин ҡыҙы һәм Ғәденән Рәхим улы Фәмиевтар, Сурапан ауылынан Зәйтүнә Ниғәмәй ҡыҙы һәм Әлтәф Риян улы Ғималтдиновтар тәбрикләнде.

“Йыл ғаиләһе” Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашып төрлө номинацияларҙа еңеү яулаған Фәниә һәм Әхнәф Шәймөхәмәтовтарға, Светлана һәм Артур Ғәлиевтарға Почет грамоталары тапшырылды.

Район Мәҙәниәт һарайы артистары һәм Светлана Ғәлиева башҡарыуында йырҙар юбилярҙар күңеленә хуш килде. Аҙаҡтан ҡунаҡтар сәй табынына саҡырылды.

Гөлнара Шәймөхәмәтова.  

Юбиляр ғаиләләр тәбрикләнде
Юбиляр ғаиләләр тәбрикләнде
Юбиляр ғаиләләр тәбрикләнде
Юбиляр ғаиләләр тәбрикләнде
Юбиляр ғаиләләр тәбрикләнде
Юбиляр ғаиләләр тәбрикләнде
Юбиляр ғаиләләр тәбрикләнде
Юбиляр ғаиләләр тәбрикләнде
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: