Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
2 Август 2021, 16:30

Тамсыларҙан күл йыйылыр

«Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит»  шәфҡәтлелек акцияһында ҡатнашыусылар артҡандан-арта бара.  Районыбыҙҙың   хеҙмәт коллективтары ла  изге эшкә ихлас ҡушылды.  #Помогисобратьсявшколу#Аскинскийрайон

Тамсыларҙан күл йыйылыр
Тамсыларҙан күл йыйылыр

 

Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы иғлан иткән «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» шәфҡәтлелек акцияһы дауам итә.

Йолаға әүерелгән изгелек акцияһы 1 июлдән 31 авгусҡа тиклем дауам итә. Маҡсаты – ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә балаларҙы яңы уҡыу йылына әҙерләүҙә ярҙам күрһәтеү.

Был акцияға район хакимиәтенең тормош  тәьминәте бүлеге,  Мәшғүллек  үҙәге,  Асҡын 2-се балалар  баҡсаһы коллективтары ла мәрхәмәтлек акцияһына   ихлас ҡушылды. Улар  уҡыу-кәрәк яраҡтарын йыйып, “Ғаилә” үҙәгенә тапшырҙы.

Был шәфҡәтлелек акцияһы сиктәрендә бик күп уҡыусылар  яңы уҡыу йылы алдынан  ошондай бүләк алып ҡыуаныр, тип ышанабыҙ.

 Наилә Имаева.

 

Тамсыларҙан күл йыйылыр
Тамсыларҙан күл йыйылыр
Тамсыларҙан күл йыйылыр
Читайте нас: