Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
2 Август 2021, 10:26

Балағыҙ мәктәпкә әҙерме?

Ҡайһы бер ата-әсәләр улы-ҡыҙын уҡыуға әҙерләүгә тейешле иғтибар бирмәй, йәнәһе, барыһын да өйрәтерҙәр әле... Башҡалар, киреһенсә, балаһын сәғәттәр буйы яҙырға, уҡырға өйрәтмәксе булып, уның белем алыуға теләген һүндерә. Алтын урталыҡ ҡайҙа?

Балағыҙ мәктәпкә әҙерме?
Балағыҙ мәктәпкә әҙерме?

Тәү тапҡыр мәктәпкә барырға йыйынған бала өсөн Белем көнө – мөһим ваҡиға. Уҡыуға әҙерлеккә килгәндә, ҡайһы бер ата-әсәләр улы-ҡыҙына был йәһәттән тейешле иғтибар бирмәй, йәнәһе, барыһын да өйрәтерҙәр әле... Башҡалар, киреһенсә, балаһын сәғәттәр буйы яҙырға, уҡырға өйрәтмәксе булып, уның уҡыуға теләген һүндерә. Алтын урталыҡ ҡайҙа?

Психологтар махсус методикалар өҫтөндә эшләүҙе һаман да дауам итә. Һау-сәләмәт бала ғына дәрестәрҙе үҙләштерәсәк, өҫтәүенә уға уҡыу процесы оҡшарға тейеш. Был йәһәттән ата-әсәнең ярҙамы бик кәрәк.

Әгәр балағыҙ тәүге көндәрҙән башҡаларҙың күберәк белеүен күрһә, ул үҙен иптәштәренән ҡайтыш, уңышһыҙ итеп тоясаҡ. Беренсе класҡа уҡырға төшөр алдынан бала нимә белергә тейеш? Әҙерлек барышы оҙайлы, уҡырға, яҙырға әҙерләнеүҙән тыш, ул ата-әсә тарафынан психологик ярҙам тойһон. Балағыҙ уҡырға төшкәнгә тиклем ижекләп уҡый, яҙа, егермегә тиклем һанай, һандарҙы ҡуша һәм ала, йыл миҙгелдәрен, аҙнаның һәр көнөн, айҙарҙы исемләп белһә,  уҡыу башында әллә ни ҡыйынлыҡ булмаҫ, ти белгестәр. Геометрик фигураларҙы төшөрөргә, ҡыҫҡа ғына текстарҙы һөйләргә лә өйрәтергә кәрәк. Балағыҙҙа ни тиклем үҙаллылыҡ тәрбиәләгән булһағыҙ, уға мәктәптә уҡыуы шул тиклем еңелерәк буласаҡ. Кейенә, ботинка шнурҙарын бәйләй һәм йәштәштәре менән аралаша белеүе мөһим.

Бала мәктәптә уҡыуҙан ҡурҡмаҫҡа тейеш, өйгә эштәр, ”икеле”ләр, ваҡыт етмәүе сәбәпле белем алыуҙан биҙҙермәгеҙ. Тәүҙән үк уны аныҡ режимға өйрәтһәгеҙ, бала стресс кисереүҙән ҡотолор, психикаһына көсөргәнеш төшмәҫ. Мәктәпкә тәү тапҡыр аяҡ баҫҡан бала менән психолог һөйләшәсәк, ҡаушап ҡалмаһын өсөн әңгәмәгә алдан әҙерләй алаһығыҙ. Исем-фамилияһын, ҡайҙа йәшәгәнен, тыуған көнөн, ата-әсәһенең кем булып эшләгәнен яҡшы белергә тейеш. Барыһынан да элек баланың һаулығы мөһим икәнен иҫтә тотоғоҙ.

Фото: fotokto.ru

Автор:Дина Арсланова
Балағыҙ мәктәпкә әҙерме?
Балағыҙ мәктәпкә әҙерме?
Автор:
Читайте нас: