Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
25 Июль 2021, 10:00

Һоҡландырып йәшәйҙәр

Ҡариҙел районынан Әнфисә һәм Ансар Мөхтәсәровтар тормош һәм хеҙмәт юлын лайыҡлы үтә

Һоҡландырып йәшәйҙәр
Һоҡландырып йәшәйҙәр

Ғаилә именлеген һаҡлап, 35 йыл бергә һөйөү хистәрен һүрелтмәй татыу йәшәгән парҙар һәр саҡ һоҡланыу уята. Оло хөрмәткә лайыҡ Мөхтәсәровтар ҙа нәҡ шундай ғаиләләрҙән.
Әнфисә апай менән Ансар ағай икеһе лә 36 йыл элек Бағаҙы почта бүлексәһендә хеҙмәт юлдарын башлай. Әнфисә апай почтальон була, ә Ансар ағай бүлексәгә гәзит-журналдар, хаттар ташый.
Тормоштарына йәм өҫтәп, тәүҙә улдары, артабан ҡыҙҙары донъяға килә. Шулай һәр атҡан таңға ҡыуанып, балалар һөйөү шатлығына төрөнөп, бер-береһен һөйөп һәм хөрмәт итеп, терәк-таяныс булып, ғүмер юлынан баралар. Ҡорған донъялары ла бәрәкәтле, ҡотло, балҡып тора, эшләгән урындарында ла фиҙаҡәр хеҙмәттәре менән ихтирам яулағандар. Һәр береһе үҙ урынында яуаплы хеҙмәткәр, үҙ бурыстарын намыҫ менән башҡара. Ямғыр, ҡар-буран тип тормайҙар, ауыл халҡын донъя, ил, республика, район яңылыҡтары менән таныштыралар. Шулай уҡ электр энергияһы, интернет, телефон өсөн һәм башҡа түләүҙәр ҡабул итәләр, тормош-көнкүреш кәрәк-яраҡтарын да һаталар.
— Эш, ғаилә, балалар үҫтереү, ейән-ейәнсәрҙәр һөйөү шатлыҡ-ҡыуаныстары менән 35 йыл ғүмер уҙғанын һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Йәш саҡта ғүмер бигерәк тиҙ үтә, олоғайған көндәрҙә бер-береңә нығыраҡ кәрәк икәнлегеңде аңлайһың, — ти Мөхтәсәровтар.
Бер-береһен ҡәҙерләп йәшәгән был матур пар тормош мәшәҡәттәре араһында юғалып ҡалмайынса, лайыҡлы ғүмер кисерә. Мөхтәсәровтарҙы алда ла шундай бәхетле һәм парлы тигеҙ ғүмер ҡаршылаһын.

Люция КАРАМОВА.

Һоҡландырып йәшәйҙәр
Һоҡландырып йәшәйҙәр
Автор:Люция Карамова
Читайте нас: