Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
12 Июль 2021, 15:38

Бәхет икегә бүленмәй

Бөрө ҡалаһынан Фирүзә һәм Мөҙәрис Солтановтарҙың татыу, тырыш ғаиләһендә ул бер бөтөн

Фирүзә ҡаланың 1-се урта мәктәбендә башҡорт теле дәрестәрен алып бара. Әлеге ваҡытта ул мәктәп яны лагерында эшләй. Күсмә компрессорҙар операторы булып хеҙмәт һалған Мөҙәристе теләһә ҡайһы ваҡытта Иркутск өлкәһенә эшкә саҡырып алырға мөмкиндәр. Ул оҙаҡ йылдар нефть-газ сәнәғәтендә — Уренгойҙа, Ямал-Ненец автономиялы округында эшләй.
Фирүзә менән Нәргиз “Спартак” стадионына Наилдең футбол уйнағанын ҡарарға килгән саҡта улар менән осрашып-һөйләшергә форсат сыҡты. Малай спорт менән мауыға һәм каратэны ла үҙләштерергә уйлай.
— Бәхет тынлыҡты ярата, тиҙәр. Ә бынан 10 йыл элек бер ҙә тын түгел ине, — тип йылмая Фирүзә. — Тормош иптәшем минән күпкә өлкән. Ул саҡта мин йәш студент инем, үҙемдең холҡомдо күрһәтергә тырышам. Ирем — дауыл кеүек, етеҙ, ҡыҙыу... Ләкин ваҡыт үҙенекен итте. Бер-беребеҙгә өйрәндек, хәҙер бер һүҙҙән, бер күҙ ҡарашынан аңлайбыҙ. Ғаилә бит ул хис-тойғолар ғына түгел, ул бер-береңә ҡарата хөрмәт, үҙ өҫтөңдә көндәлек хеҙмәт кеүек. Тормош иптәшеңдең ышаныслы ҡанаты аҫтында йәшәү — ул ҙур бәхет.
Фирүзә сығышы менән Асҡын районынан, ә Мөҙәрис — Борайҙан. Бөрө ҡалаһында танышалар, хәҙер был ҡала улар өсөн яҡынға әйләнгән.
— Элек ғаилә бәхете тураһында уйламай инек, — ти Фирүзә. — Балалар тыуыу менән уның барлығына ышанаһың икән. Ирем — минең өсөн ныҡлы терәк. Күп һүҙле түгел, эште ҡатын-ҡыҙҙыҡы һәм ирҙәрҙекенә бүлмәй. Ашарға ла бешерә, баҡсала ла эшләй. Үҙенең эшен бик ярата. Һабантуйҙарҙа көрәшеп, еңеү яулағаны ла бар.
Солтановтар ғаиләһе туғандары менән дә татыу йәшәй. Һәр байрамды, тыуған көндө бергәләп ҡаршылайҙар. Был баштан уҡ шулай башлана. Уларҙа “һинеке”, “минеке” тигән төшөнсәләр юҡ. “Беҙҙеке” һүҙе генә бар. Был да бик ҙур мәғәнәгә эйә. Ҡайһы саҡ нәҡ ошолар арҡаһында ғаиләлә тауыш сыға.
— Эйе, йәш саҡта ҡыҙыу холоҡло инем, ләкин хәҙер уның фекере менән килешәм. Ирҙе үҙгәртергә тырышырға ярамай. Уны нисек бар, шулай ҡабул итергә кәрәк, — ти Фирүзә.
Яңы ғаилә ҡороусы йәштәр өсөн был бик кәрәкле кәңәш. Был китап һүҙе түгел, ә йылдар дауамында тупланған тәжрибә. Әйтәләр бит, бер үҙең бәхетле булып булмай һәм бәхет икегә лә бүленмәй. Ул бер бөтөн була. Ә Фирүзә һәм Мөҙәрис Солтановтар ғаиләһендә нәҡ шулай.
Ольга Платонова.

Фото ғаилә архивынан алынды.
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: