Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
10 Июль 2021, 09:00

Уңғандар, йүнселдәр

Борай районынан Рабина һәм Динар Ғатауллиндарҙың тормош ҡороуҙарына 40 йыл тула

Татыу ғаилә — бәхетле ғаилә, ти ололар. Хаҡ һүҙҙәр. Бары бер-береңде хөрмәтләү, бер-береңдең ҡәҙерен белеү генә ғаиләне татыу һәм бөтөн итә. Ә татыулыҡ, әлбиттә, бәхеткә юл яра. Салҡаҡ ауылында ошо ябай ғына ҡағиҙәләрҙе тормош девизы итеп, бергә матур ғүмер кисереүсе Рабина һәм Динар Ғатауллиндар нәҡ шундай бәхетле ғаиләләрҙең береһе.
Студент йылдарынан бер-береһен белгән йәштәр икеһе лә Ҡудаш мәктәбенә эшкә юлланып, ошо белем усағында бер-береһенә ҡарата мөхәббәт утын ҡабыҙып ебәрә.
— Беҙ бик бәхетле. Йәнәшәмдә һүҙендә тора белгән, башлаған эшен еренә еткереп эшләй белгән “алтын ҡуллы” тормош иптәшем бар. Бер ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләп үҫтерҙек. Хәҙер инде улар үҙҙәре атай-әсәй булып, матур тормош көтә. Кесе улыбыҙ әлегә өйләнмәгән, Өфөлә эшләй. Бөгөн биш ейән-ейәнсәребеҙ үҫеп килә, — ти һөйөнөп Рабина апай.
Ғаилә башлығы Динар Фәтих улының хеҙмәт юлы бик оҙон һәм яуаплы булған. 1976 йылда юғары уҡыу йортон тамамлап, хеҙмәт юлын Ҡудаш ауылында башлап ебәрә. Йәш, төплө белемле уҡытыусыны етәкселәр тиҙ арала күреп, ике йылдан һуң — ошо мәктәпкә, артабан Салҡаҡ мәктәбенә директор итеп тәғәйенләй. Мәғариф өлкәһендә дүрт тиҫтәгә яҡын эшләгән белгес балаларға белем биреүҙә ҙур уңыштарға ирешә. Фән олимпиадаларында, район конкурстарында Салҡаҡ мәктәбе һәр ваҡыт беренселәр рәтендә була. Фиҙаҡәр хеҙмәте лайыҡлы баһалана. Динар Фәтих улы “Халыҡ мәғарифы отличнигы” күкрәк билдәһенә, "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.
“Татыу, башҡаларға өлгө булырлыҡ йәшәүҙең сере нимәлә?” — тип һорайым хужабикәнән. “Бер-береңде аңларға тырышып, бер-береңде ишетеп, асыу һаҡламайынса, кәңәшләшеп, хөрмәт итеп йәшәүҙә”, — ти Рабина апай. — Яңы ғаилә ҡороусыларға сабырлыҡ теләйбеҙ”.
Ғаиләнең ни тиклем тырыш булып, татыу йәшәүен билдәләү өсөн уларҙың йорт ҡураһына күҙ һалыу ҙа етә. Баҡсаларына инһәң, әкиәт донъяһына эләккәндәй булаһың. Аҙна һайын балалары ҡайтып, ярҙамлашып тора. Динар ағай мал-тыуар һәм техника тирәһендә ҡайнай, нимәлер төҙәтә-яһай. Ейәндәре лә олаталарын һағынып ҡайтып, уның янында бөтөрөлә. Бына шундай "алтын ҡуллы" ғаилә башлығы ул.
Өйҙәренә килеп инһәң, асыҡ сырай, һый-хөрмәт менән киң күңелле хужабикә Рабина апай ҡаршы ала. Йорт ерҙәренең төҙөклөгө, тормоштарының муллығы ла тырыш хеҙмәт һөҙөмтәһе. Баҡсаларындағы еләк-емеш ағастары мул уңыш менән һөйөндөрә. Мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Ҡыҫҡаһы, бар яҡтан да уңған был ғаилә.
Яңылышмаған улар бер-береһен һайлап. Бер-береһе өсөн һөйөклө ир менән ҡатын, өс балалары һәм уларҙың ғаиләләренә хәстәрлекле атай һәм әсәй, ейән-ейәнсәрҙәренә ҡәҙерле олатай һәм өләсәй, күрше-күлән, туған-тыумаса, дуҫ-иштәр, ауылдаштарына уларҙың ышанысын, хөрмәтен ҡаҙанған киң күңелле кешеләр. Был матур парға алтын туйҙарын да гөрләтеп билдәләргә яҙһын.

Гөлназ Хужина.
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: