Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
16 Май 2021, 10:25

Матур ғаилә - ил ҡото

Солтанбәк ауылында ла Халыҡ-ара ғаилә көнө уңайынан күңелле һәм фәһемле байрам ойошторалар.

Урындағы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре сараға йыйылыусыларҙы сәләмләп, ғаилә ҡиммәттәре, ғаилә именлеге тураһында һөйләп, изге теләктәрен еткерә.

Артабан күп бала тәрбиәләүсе әсәйҙәр Ләйсән Суфиянова, Рәшиҙә Хәфизйәнова, Мәүзәлиә Хәсәнова отҡорлоҡта, зирәклектә, аш-һыу әҙерләүҙә, йыр-моңға оҫталыҡта һынау тота. Йыр-моңдар менән үрелеп барған бәйге бик күңелле уҙа. Балалаҙың ата-әсәләре менән бергә үткәргән ваҡыттары күңелдәрендә яҡты тәьҫораттар ҡалдырып, ғаилә ҡиммәттәрен тағы ла нығытырға ярҙам итер, тип ышана сараны ойоштороусылар.

Наилә Имаева.

Ралиф Муллаянов фотолары.

Читайте нас: