Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
22 Апрель 2021, 14:06

“Йыл ғаиләһе”ндә ҡатнашығыҙ!

Рәсәйҙә алтынсы тапҡыр Бөтә Рәсәй “Йыл ғаиләһе” конкурсы старт алды. 2021 йылда ул “Минең ғаиләм – минең Рәсәйем” лозунгыһы аҫтында үтә.

Маҡсаты – ғаилә абруйын, ҡиммәттәрен күтәреү, ата-әсәләрҙең яуаплылығын арттырыу, социаль яуаплы ғаиләләрҙең һәм династияларҙың ыңғай тәжрибәһен таратыу.
Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, конкурс ике этапта үтәсәк. Апрелдә муниципаль район һәм ҡала округтарында (“Ғаилә” район-ара үҙәктәрендә) уның тәүге этабы уҙасаҡ. Еңеүселәр дүрт номинация буйынса билдәләнәсәк:
1. ”Күп балалы ғаилә” - биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән, шул иҫәптән тәрбиәгә алған, социаль әһәмиәтле сараларҙа, йәмәғәт тормошонда әүҙемлек күрһәткән ғаиләләр.
2. “Ауыл ғаиләһе” - ауылда йәшәп, уның тормошонда ҡатнашҡан, биләмәһен үҫтереүгә өлөш индергән, хеҙмәттә, ижадта, спортта, балалар тәрбиәләүҙә уңыш ҡаҙанған ғаиләләр.
3. “Алтын ғаилә” - теркәлгән никахта кәм тигәндә утыҙ йыл йәшәгән, быуындар бәйләнешен нығытыуҙа, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауҙа, гражданлыҡ, илһөйәрлек һәм әүҙем оҙайлы ғүмер өлгөһөн тәрбиәләүҙә үрнәк булған ғаиләләр.
4. “Ғаилә традицияларҙы һаҡлаусы” - милли һәм мәҙәни традицияларҙы һаҡлаусы , шулай уҡ һөнәри династияларҙан торған ғаиләләр.
Республика конкурсында еңеүселәр Бөтә Рәсәй бәйгеһендә Башҡортостан данын яҡлаясаҡ. Уларҙы Мәскәү көтә.
“Демография” милли проектына ярашлы, балалы ғаиләләргә финанс ярҙамы күрһәтеү, сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыу, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау бурысы көнүҙәк проблемаларҙың береһе. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында был мәсьәләләр киң сағылыш тапҡан.
Фото: ya-roditel.ru
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: