Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
19 Март 2021, 11:45

Йыр-моңға ғашиҡ ғаилә

Балтас районында йәшәүсе Ғәлләмовтар районыбыҙҙы данға күмеп, барыһын да һоҡландыра.

Ғәлләмовтар ансамбле сығыш яһай...” Эйе, нәҡ шулай тип иғлан итеп, ғорурлыҡ менән сәхнәгә саҡыра был талантлы ғаиләне хеҙмәттәштәре. Наил Хәфиз улы, Айдар Наил улы, Эмиль — баянда, Зөһрә Рәхимйән ҡыҙы — дөңгөрҙә, Гөлназ Әхтәм ҡыҙы — ҡубыҙҙа, Данил менән Альбина өс мөйөшлө һуғыу уйын ҡоралдарында халыҡ көйҙәрен уйнағанда залда тынлыҡ урынлаша.
Айдар менән Эмиль гитарала уйнап йырлай, Айдар менән Гөлназ өҙҙөрөп бейей. Эмиль Иҫке Балтас 1-се урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлсирә Мөҡимова етәкселегендә “Тамсылар” фольклор коллективы составында уйнап, “Башҡортостан ынйылары” республика бәйгеһендә еңеүҙәр яуланы. Эмиль, Альбина өлгөлө ансамблдәр составында бейей. Альбина Балалар сәнғәт мәктәбенең художество бүлегендә шөғөлләнә, матур һүрәттәр төшөрөп конкурстарға ебәрә. Улай ғына ла түгел, олатаһы Альбинаны — баянда, атаһы Данилды гитарала уйнарға өйрәткән... Былар барыһы ла бер ғаилә — Ғәлләмовтар тураһында. Берҙәм ғаилә Ҡариҙелдә “Ғаиләм — ҡәлғәм” конкурсында лайыҡлы сығыш яһаны, бергәләп ГТО нормаларын тапшырҙы, спорт ярыштарында ҡатнаша, хатта пандемия осоронда ла тик торманы: онлайн-бәйгеләргә сығыштарын төшөрөп ебәрҙе һәм матур һөҙөмтәләргә иреште. Күптән түгел иһә Гөлназ Әхтәм ҡыҙы “Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе” 5-се республика конкурсында ҡатнашып, финалист дипломына һәм “Башҡорт халҡының рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен һаҡлағаны һәм пропагандалағаны өсөн” Почет грамотаһына лайыҡ булды. Әйҙәгеҙ, был иҫ киткес ғаилә ағзалары менән яҡынданыраҡ танышайыҡ.

Аҡыллы, тыныс холоҡло егет буласаҡ тормош иптәшен мәктәп йылдарында осрата. Иҫке Балтас ауылы ҡыҙы Зөһрә гармунсы егетте армияға оҙата, ҡаршы ала... Училищены тамамлағас, эшкә саҡырыусылар ҙа була. Ләкин Наил Хәфиз улы тыуған яғына ҡайта. Мәҙәниәт тормошонда гөрләп ҡайнаған йәштәр ғаилә ҡора һәм таланттар династияһына нигеҙ һала. Наил Хәфиз улы район Мәҙәниәт һарайында баянсы, Зөһрә Рәхимйән ҡыҙы бейеүсе, методист, методик кабинет мөдире булып оҙаҡ йылдар фиҙаҡәр хеҙмәт һала. Документ эшен алып барыу, ауыл клубтары хеҙмәткәрҙәренең эше менән идара итеү, йәш белгестәргә булышыу, өҫтәүенә, бейеү, ансамблдәр составында йырлау, спектаклдәрҙә уйнау — барыһына ла өлгөрә, бар яҡҡа ла булдыра Зөһрә Ғәлләмова. Улай ғына ла түгел, Наиле өсөн терәк-таяныс, ғаилә усағын һаҡлаусы һәм улдары Айдар күңеленә сәнғәткә һөйөү орлоҡтары һалыусы ла ул. Бөгөн хеҙмәт ветераны хаҡлы ялда. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Наил Хәфиз улы иһә һуңғы йылдарҙа Балалар сәнғәт мәктәбендә баян класы уҡытыусыһы булып эшләй, үҙенең бай тәжрибәһен балаларға тапшыра.айондың төпкөлдәге Яңы Штәнде ауылында тыуып үҫә Наил ағай. Атаһы Хәфиз оҫта йырсы булараҡ танылыу яулай. Ул, һарыҡ һатып, бәләкәй улына гармун алып бирә. Наилдең гармун телдәрендә сығарған тәүге көйө — Сара Садыҡованың “Ҡайтам инде” йыры. Үҙенән ололарҙы йырлатып-бейетә, ғаилә байрамдарына саҡырыла, егеттәрҙе гармунда уйнап армияға оҙата. Ғаиләләре Иҫке Балтас ауылына күсенгәс, музыка уҡытыусыһы Ғәниф Нәҙершин етәкләгән түңәрәктә шөғөлләнеп, ноталарҙы танырға өйрәнә. Ул йылдарҙа мәҙәниәт йортонда эшләүсе Вәнзир Ғәлин уның менән баянда уйнау серҙәрен уртаҡлаша. Наил Ғәлләмовтың мәҙәниәт юлын һайлауында район мәҙәниәт бүлеге мөдире, үҙе оҫта баянсы Рәсих Муллағәлиевтың йоғонтоһо ҙур була. Унан Стәрлетамаҡ мәҙәниәт-ағартыу училищеһының халыҡ уйын ҡоралдары бүлеге, армия хеҙмәте...

Тормош иптәшенең ата-әсәһе — район мәҙәниәте ҡалҡандары Зөһрә һәм Наил Ғәлләмовтар артынан ең һыҙғанып ғаилә традицияларын дауам итеү эшенә тотона Гөлназ. Айдар менән Гөлназдың йәшлек дәрте менән һуғарылған парлы бейеүҙәре лә, “Гүзәл” халыҡ бейеү ансамбленә ҡушылып солистар булараҡ сығыш яһауҙары ла, Айдарҙың ике туғаны Алмаз Шәрифуллин менән район һәм республика сәхнәләрендә балҡыуҙары ла тамашасы тарафынан оҙайлы алҡыштар менән яратып ҡабул ителә, көтөп алына. Бының сере нимәлә, тиһегеҙме? Хәрәкәттәрҙең камиллығында, “еңел һөйәкле” бейеүселәрҙең сәхнәлә осоп ҡына йөрөүҙәрендә, әлбиттә. Бейеүҙәрҙән дәрт алырға килә бит тамашасы, бейеүсенән оҫталыҡ, яңылыҡ, матурлыҡ көтә. Ансамбль етәксеһе булараҡ, Гөлназ Әхтәм ҡыҙы күп бейеүҙәрҙе сәхнәгә үҙе ҡуя, балалар коллективынан тыш, район фестивалдәре барғанда төрлө ойошма, учреждение хеҙмәткәрҙәрен туплап та, күмәк бейеүҙәр һала. Коллектив менән эшләү ныҡышмалылыҡ, ойоштороу һәләте, педагогик түҙемлек талап итә. Ансамбль һәр миҙгелдә тамашасылар иғтибарына яңы композициялар тәҡдим итә, “Гөрләүектәр”ҙе гөрләтмәй бер сара ла үтмәй. 2019 йылда ансамблдә шөғөлләнеүселәр ата-әсәләр, тамашасылар алдында айырым концерт менән сығыш яһаны. Программаға ике тиҫтәнән артыҡ бейеү индерелгәйне. Бынан тыш, Гөлназ Балтас ерендә үткән “Йәш килен”, “Тамаша” республика бәйгеләренең ойоштороу комитеты составында әүҙем эшләй. Район башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлегендә ҡатнаша, уның сайтын алып бара.йдар Наил улы Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумының бейеү бүлеген тамамлап, районға эшкә ҡайта. Үҙе генә түгел, район мәҙәниәте өсөн бик кәрәкле хеҙмәткәр — шулай уҡ бейеү бүлегендә һөнәр алған Гөлназ Әхтәм ҡыҙы менән парлап аяҡ баҫа ул туған сәхнәһенә. Килен — ҡәйнә тупрағынан, тигән әйтем бар: Ишембай районы Кинйәбулат ауылы ҡыҙы Гөлназ да тиҙҙән Зөһрә апай кеүек алыштырғыһыҙ кешегә әүерелә мәҙәниәттә. Бейей, концерттар алып бара, бәйгеләр ойоштора, “Гөрләүектәр” өлгөлө балалар бейеү ансамблен етәкләй, үҙе лә төрлө конкурстарҙа ҡатнаша. Уңды Балтас Ғәлләмовтар килененән!
Өс быуын вәкилдәрен туплаған Ғәлләмовтар ғаиләһендә күркәм традиция бар. Улар аҙнаға ике тапҡыр осраша. Табын артында һөйләшәләр, серләшәләр. Яңы уйҙар, идеялар, ижади асыштар ҙа, бәлки, шул кистәрҙә тыуалыр. Балаларҙы ла улар бергәләп, берҙәм булып тәрбиәләй. Эмиль бер тигән аҡыллы егет булып үҫеп буй еткерҙе: Өфө авиация-техник университетында 1-се курста белем ала. Данил Башҡорт төньяҡ-көнбайыш ауыл хужалығы колледжында уҡый. Альбина — 4-се класта.
Гөлнара Шәймөхәмәтова.
Балтас районы.
Читайте нас: