Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
1 Март 2021, 14:01

Барыһын да һоҡландырып йәшәйҙәр

Борай районынан Мостафиндар ғаилә шәжәрәһен төҙөп, балаларына ла нәҫел ептәрен аңлатып үҫтерә#1МартБашҡортҒаиләһекөнө

Бер-береһенә ихтирам, үҙ-ара аңлашыу, мөхәббәт, тоғролоҡҡа ҡоролған ғаиләләр һәр ваҡыт ныҡ һәм бәхетле була. Һүҙем шундайҙарҙың береһе — Гүзәлиә һәм Ришат Мостафиндар хаҡында. Был ғаиләгә ҡарап күңелдә һәр саҡ һоҡланыу хисе тыуа.
Улар икеһе лә ауылда тыуып үҫкән. 2014 йылда ғаилә ҡорғандар. Ришат Мостафин — Борай егете. Техника ремонтлаумы, йорт тирәһендәге эшме, барыһын да еренә еткереп, ихлас башҡара. Ришат “Пчелка” кибетендә бухгалтер булып эшләй.
Ғаилә усағын һаҡлаусы уңған, һөйкөмлө Гүзәлиә Салҡаҡ ауылынан. Шабай ауылы мәктәбендә эшләй. Ул ҡул эштәренә, аш-һыуға оҫта. Уның өйөндә ҡайҙа күҙ һалһаң да, һәр ерҙә ижад емештәре урын алған. Матур итеп сәйләндән ағастар, гөлдәр теҙә, төрлө төҫлө ептәрҙән сәскәләр ҙә бәйләй. Күптән түгел тоҙло ҡамырҙан картиналар яһай башлаған. Ҡатын-ҡыҙға бик хас булмаған тағы бер шөғөлө бар уның: ағас тумарҙарынан, тәгәрмәс покрышкаларынан аҡҡоштар, бәшмәктәр эшләй.
Гүзәлиә бар яҡлап та килгән: йәй көндәрендә ҡапҡа төптәре йыраҡтан уҡ балҡып тора, баҡса тулы аллы-гөллө сәскәләр үҫә, төрлө еләк-емеш, йәшелсә үҫтерергә ярата. Уларҙан мул уңыш алып, ҡайнатмалар, салаттар, компоттар әҙерләй.
Береһенән-береһе аҡыллы, теремек ике сабыйға ғүмер бүләк иткән Мостафиндар. Оло улдары Арсенға — биш, кесеһе Тимурға өс йәш тулған. Улар — 4-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре.
Ришат менән Гүзәлиә балалар баҡсаһында үткән сараларҙа һәм башҡа йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Ниндәй генә ярыштар, бәйгеләр ойошторолһа ла, улар бер ҡасан да ситтә ҡалмай. Спортта ла һынатмайҙар, ижади бәйгеләрҙә лә алдынғылар. Әле күптән түгел Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә районыбыҙҙа үткән Елдәк ырыуы йыйынында ла ҡатнашты Мостафиндар. Улар ғаилә шәжәрәһен төҙөгән. Һәр кем үҙенең нәҫелен белергә тейеш, сөнки үткәнен белмәгән кеше киләсәге менән ҡыҙыҡһынмай, тигән фекерҙәләр. Гүзәлиә шәжәрә төҙөү эшен Салҡаҡ мәктәбендә эшләгәндә үк башлай, нәҫелен энәһенән ебенә тиклем өйрәнгән.
— Шәжәрәне төҙөгән ваҡытта өләсәйем Әнисә Ғәләүетдинова иҫән ине әле. Ул бик күп мәғлүмәт бирҙе, күп белә ине. Һәр бер ғаиләнең үҙенең нәҫел тамғаһы булған. Беҙҙең ғаиләнеке — ҡайын ағасы. Шуға күрә лә шәжәрәне ҡайын ағасы рәүешендә яһаныҡ, — тип һөйләне Гүзәлиә.
Һөнәри белемен дә даими камиллаштырып тора Гүзәлиә. "Йыл уҡытыусыһы - 2020” бәйгеһендә ул “Йәш белгес" номинацияһында еңеү яуланы.
Әлеге мәлдә Мостафиндар төҙөлөш мәшәҡәттәре менән янып йөрөй, пландары — тиҙҙән йорт туйлау.
Бар яҡлап та өлгөлө, тырыш, йүнсел Мостафиндарға һоҡланмаҫлыҡ та түгел шул.

Зәһинә Ибатуллина.
Читайте нас: