Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
13 Февраль 2021, 13:00

Тормошто яратып, тальянды уйнатып

Балтас районы Нөркә ауылында йәшәүсе Нурия һәм Муллахан Исламғәлиевтар ғаилә байрамдарын билдәләне

Нөркә ауылында йәшәүсе Исламғәлиевтар ғаиләһендә өсләтә байрам булды: тыл ветераны Нурия Муллаян ҡыҙы — 90, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Муллахан Нурғәли улы 95 йәшен билдәләне, ә ғинуар айында уларҙың тормош ҡороп бергә йәшәүҙәренә 70 йыл тулды. Уларҙы ғүмер байрамдары менән район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев, Нөркә ауыл биләмәһе башлығы Флидә Ғиндуллина, ауылдаштары, райондаштары тәбрикләне.
Йәшәү дәрте, донъяға аҡыллы ҡараштары бар булмыштарынан һирпелеп торған, әйләнә-тирәләге кешеләргә үҙҙәренең оптимистик рухын өләшкән Нурия апай менән Муллахан ағайҙың йөҙөндә 10-сы тиҫтәне ваҡлағанда ла йәштәргә биргеһеҙ яҡты нур балҡый. Муллахан ағайҙың ҡулында — йәшлегенең ҡәҙерле йәдкәре, тиҫтә йылдар элек Свердловск өлкәһенең билдәле оҫтаһы Касаткин эшләгән тальян гармун. Уйнай-уйнай буяуы ҡырылып бөткән баҫмаҡтар буйлап йүгергән бармаҡтары аҫтынан ағылған моң, әйтерһең дә, ветерандың данлы һәм маҡтаулы ғүмер юлы тураһында һөйләй...
Үҙе иһә бик аҙ һүҙле Муллахан ағай. 1943 йылдың ноябрендә Ҡыҙыл Армия сафына алынып, ете йылға яҡын Көнсығышта водитель булып хеҙмәт итеп, 1950 йылдың мартында ғына тыуған еренә әйләнеп ҡайта. Унан 22 йыл дауамында руль артында: “Уралмаш” заводында, КПСС-тың район комитетында, Ленин исемендәге колхозда. 1972 йылда Муллахан ағайҙың яҙмышында киҫкен боролош була — ғүмерендә бихисап саҡрымдарҙы үткән, юлдарҙың төрлөһөн күргән водитель райондың юл төҙөү-ремонтлау идаралығында мастер булып эшләй башлай. 1986 йылда хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем район территорияһында күпме юлдарҙы төҙөүҙә ҡатнаша, улай ғына ла түгел, был ҡатлаулы эш барышы менән етәкселек итә. Шул юлдарҙан үткәндә хеҙмәте менән лайыҡлы рәүештә ғорурлана ул. Хаҡлы ялда ла ауыл тормошо менән оҙаҡ йылдар янып йәшәй ветеран. Һәр кешегә дуҫтарса йылы мөнәсәбәттә булған аҡһаҡалдың халыҡҡа һүҙе үтә, ауылдаштары Исламғәлиевтар ғаиләһен ихтирам итә.
Нурия Муллаян ҡыҙының да хеҙмәт биографияһы “Уралмаш” заводы һәм Ленин исемендәге колхоз менән бәйле. Күркәм ғаиләлә өс бала тыуып үҫә. Ҡыҙҙары Винира, Әлфирә, улдары Фаат тормошта үҙ юлын табып, һайлаған һөнәрҙәре буйынса тырышып эшләй, ата-әсәһе өлгөһөндә балаларына һәм ейән-ейәнсәрҙәренә матур тәрбиә бирә. Алты ейән-ейәнсәре һәм туғыҙ бүлә-бүләсәре — Исламғәлиевтарҙың оло шатлығы.
Нөркә ауылы үҙенең мәҙәни традициялары менән районда ғына түгел, республикала билдәле. Бирелә йырламаған, бейемәгән, спектаклдәрҙә уйнамаған кеше һирәктер. Нурия һәм Муллахан Исламғәлиевтар ҙа сәхнәләрҙе биҙәп, береһе — тальянда уйнап, икенсеһе — йырлап, музыкаль спектаклдәрҙә төп ролдәрҙе башҡарҙы. “Гөлбәзир” ансамбленә “халыҡ” исемен яулаусыларҙың да береһе улар. Муллахан ағай “Уйна, гармун!” район конкурстары, Еңеү байрамдарының сәхнәһен тальян моңдары менән байытҡан кеше. Әле булһа юмор хисе, тапҡыр һүҙе, асыҡ йөҙө менән әсир итә, һоҡландыра улар. Эй, афарин һеҙгә, хөрмәтле Нурия апай һәм Муллахан ағай: һеҙҙәге йәшәү сәменә, сабыр аҡылға, тыйнаҡлыҡҡа, күҙ ҡарашығыҙҙан һирпелгән моңға таң ҡалырлыҡ!
Муллахан Нурғәли улының тағы ла бер маҡтауға лайыҡ сифаты бар: ул сәләмәт тормош рәүеше алып барыу яғында. “Тәмәкене ауыҙыма ла алманым”, — ти ул. Үләндәр менән дауалана, дөрөҫ туҡланыуға етди иғтибар бирә. “Иттең һурпаһын башта ҡайнатып түгәбеҙ. Муллахан артығын ашамай, ризыҡтың кәрәген генә, үҙ ваҡытында ҡабул итә”, — ти Нурия апай. Ошо ҡағиҙәләр — ауыр бала саҡ һәм йәшлек йылдарын уҙҙырып, ғүмерҙәрен хеҙмәттә үткәреп, бөгөн күңел ҡәнәғәтлегендә йәшәгән ғаилә парының оҙаҡ һәм сәләмәт йәшәү нигеҙе. Өлгө алам тиһәң, бер ҙә йыраҡ йөрөйһө түгел: Нөркәгә барығыҙ!
Гөлнара Шәймөхәмәтова.
Читайте нас: