Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
14 Декабрь 2020, 13:30

Гәүһәр туйҙарын билдәләнеләр

“Күршең үҙеңдән һәйбәт булһын”, тигән боронғолар. “Күрше хаҡы — тәңре хаҡы”, – тип тә әйткәндәр. Мин күршеләремдән уңдым. Улар – Уръяҙы ауылында йәшәүсе Зәнфирә Ғәләхмәт ҡыҙы менән Ринат Әнүәр улы Латыповтар.

Күптән түгел Латыповтар ынйы туйҙарын билдәләне. Нәҡ 60 йыл элек улар ҡулға-ҡул тотоношоп, ҙур тормош юлына аяҡ баҫҡан. Икеһенә лә етемлек әсеһе бик иртә ҡағылған, бәлки шуға ла улар бер-береһенә тартылғандыр ҙа... Ринат Әнүәр улы атаһынан бик иртә етем ҡалһа, Зәнфирә Ғәләхмәт ҡыҙы алты йәшендә әсәһен юғалта. Баҫыуҙан ҡайтып, сәс тарап ултырған әсәһен йәшен атып үлтерә. Ете бала әсәйһеҙ ҡала, иң кесе ҡустыһы 40 көнлөк кенә була ул ваҡытта. Балаларҙы ҡарашырға үгәй әсәй килә. Күпмелер ваҡыт уҙыуға, атаһы ла донъя ҡуя. Үҙенән бәләкәйерәк кесе туғандарын ҡарашырға ла тура килә уға. “Етенсе класты тамамланым да, фермала эшләй башланым. Уҡыуымды бик дауам иткем килһә лә, мөмкинселегем булманы”, — ти ул. Йыйыштырыусы, мал ҡараусы булып та эшләргә тура килә уға. Ниндәй генә эште башҡарһа ла, һынатмай, гел алдынғылар рәтендә була. Ә Ринат ағай 40 йылдан артыҡ ғүмерен шофер һөнәренә бағышлай.
— Көнө-төнө руль борҙо ул, иртә таңдан юлға сығып китә ине, ҡараңғы төшкәс кенә ҡайтып керҙе. Ял белмәйсә эшләйҙәр ине бит ул ваҡытта, колхоздарҙың гөрләп торған сағы ине, — ти хужабикә.
Тырышып эшләмәһәләр икеһенә лә “Хеҙмәт ветераны” исеме бирелер инеме икән? Уларҙың бик күп миҙал һәм Почет грамоталары ла шул хаҡта һөйләй. Ринат ағай райондың алдынғы шоферҙар исемлегендә була, коммунистик хеҙмәт ударнигы исеменә лә лайыҡ. Улар 33 йыл ҡәйнәһе Сәмәрә әбей менән татыу йәшәп, һуңғы юлға тәрбиәләп оҙата.
Биш балаға ғүмер бүләк иткәндәр. Ике ҡыҙ, өс малай үҫә ғаиләлә. Уларҙы итәғәтле, хеҙмәт һөйөүсән итеп тәрбиәләйҙәр. Бишеһенә лә юғары белем алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына сығаралар. Һәр ҡайһыһы тормошта үҙ юлын, үҙ парын табып ғүмер кисерә. Бөгөн уларҙың һигеҙ ейән-ейәнсәре, һигеҙ бүлә-бүләсәре бар.
Ринат ағай менән Зәнфирә апай үҙ көстәре менән һалып кергән, заманса йыһазландырылған ҙур йортта ғүмер кисерә. Ҡапҡа төптәренән еңел машина өҙөлмәй уларҙың: йә ейәндәре, йә балалары ҡайтып хәл белеп, ярҙамлашып ҡына тора. Кем генә барып инһә лә, асыҡ йөҙ менән ҡаршы алалар. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, баҡса тултырып еләк-емеш үҫтерәләр, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Ринат ағай әле лә еңел машинаһынан айырылмай, йомоштары төшһә, район үҙәгенә лә елдереп барып киләләр. Күҙ генә теймәһен бер үк!
Был ғаилә ауылда күптәргә үрнәк булып тора. Киләсәктә лә шулай иҫән-һау булып, тигеҙлектә, балалар шатлығына, ейәндәр ҡыуанысына төрөнөп, ғүмер кисерегеҙ, ҡәҙерле күршеләрем! Һеҙ быға бик тә лайыҡ!

Гүзәлиә Заһитова.
Уръяҙы ауылы.
Читайте нас: