Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
3 Декабрь 2020, 16:59

Һоҡландырып йәшәйҙәр

Мишкә ауылында йәшәүсе Гөлнара һәм Эльмир Ҡорбановтар барыһын да һоҡландырып йәшәй. Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлаған, тырыш, уңған пар быйыл гәлсәр туйҙарын билдәләгән.

Эльмир менән Гөлнара икеһе лә Мишкә районынан. Бер-береһенән башҡа тормошто күҙ алдына ла килтермәгән ике йәш йөрәк 2005 йылда туй үткәреп, матур итеп донъя ҡора. Йәш ғаилә ололарға, туған-тыумасаға иғтибарлы, ихтирамлы, ярҙамсыл була. Эльмир Римма һәм Рәзиф Ҡорбановтарҙың ғаиләһендә беренсе бала булып донъяға килә. Уның Илгиз исемле ҡустыһы ла бар. Ата-әсәһе малайҙарға яҡшы тәрбиә биреп, оло тормош юлына сығара. Хәҙер инде икеһе лә башлы-күҙле булған. Илгиз ғаиләһе менән Өфө ҡалаһында йәшәй. Эльмир мәктәпте тамамлағас, Өфө юридик техникумына уҡырға инә. Уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлаған йәш белгес хеҙмәт юлын район хакимиәтендә граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса белгес булып башлай. Шул уҡ ваҡытта ситтән тороп Бөрө социаль-педагогия академияһында белем ала. 2011 йылда эш урынын алмаштыра, кадастр палатаһына күсә. 2015 йылда республика буйынса Күп функциялы үҙәктәр асыла башлағас, яуаплы, тырыш хеҙмәткәрҙе мөдир итеп тәғәйенләйҙәр. Әлеге ваҡытта Мишкә Күп функциялы үҙәгендә Эльмир Ҡорбанов етәкселегендә тәжрибәле, компетентлы белгестәр уңышлы эшләй. 2020 йыл һөҙөмтәләре буйынса “Иң яҡшы Күп функциялы үҙәк” номинацияһында уларҙың лауреат исемен алыуы быға дәлил.Гөлнара Башбайбаҡ ауылында Әлфинә һәм Ғәсимйән Вәлиевтар ғаиләһендә тыуа. Илшат ҡустыһы менән бик татыу үҫәләр. Ата-әсәһе икеһенә лә юғары белем алырға ярҙам итә. Гөлнара Камай туғыҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, Мишкә 1-се урта мәктәбендә белем ала. Уҡытыусы булыу теләге уны Бөрө педагогия институтына алып килә. Студент йылдарында үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәтә, бар сараларҙа, ярыштарҙа әүҙем ҡатнаша. 1998 йылда дипломлы белгес Камай мәктәбендә пионервожатый булып хеҙмәт юлын башлай. Бер аҙ эшләгәс, ул район үҙәгенә күсә. Өҫтәмә белем биреү үҙәгендә дүрт йыл методист булып эшләгәс, Пионерҙар йорто директоры итеп тәғәйенләйҙәр.Был вазифала ла һынатмай Гөлнара Ҡорбанова. Уның етәкселегендә педагогтар, тәрбиәләнеүселәр республика конкурстарында призлы урын яулай. Һәр байрам һайын саралар ойоштороу, мәктәптәр буйлап смотрҙар үткәреү, балалар менән походтар, экскурсияларға сығыу кеүек сағыу мәлдәр хәтерҙә уйылып ҡалған, ти ул. Әммә бала саҡ хыялы күңеленә тынғы бирмәй, үҙен башланғыс кластар уҡытыусыһы булараҡ һынап ҡарарға була. 2011 йылдан бөгөнгәсә Мишкә 2-се урта мәктәбендә балаларға белем бирә. Уҡыусылар менән тиҙ уртаҡ тел таба Гөлнара Ғәсимйән ҡыҙы. Һәр уҡыусыға иғтибарлы. Уның дәрестәре һәр саҡ юғары кимәлдә, йәнле, ҡыҙыҡлы, фәһемле үтә. Уҡыусылары район конкурстарында, олимпиадаларҙа яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә. Үҙе лә һәр саҡ эҙләнеү өҫтөндә, хеҙмәттәштәре менән ихлас тәжрибә уртаҡлаша, район кәңәшмәләрендә сығыш яһай. Юғары категориялы уҡытыусыны район аттестация комиссияһы составында эшләргә саҡыралар. — Уҡытыусы булыуыма бер ҙә үкенмәйем. Һайлаған һөнәрем яуаплы, ҡатмарлы булһа ла, балалар менән эшләү миңә рухи ҡәнәғәтлек бирә. Тик шуны оноторға ярамай: һин өйҙә лә, ҡунаҡта ла, урамда ла, интернет селтәрендә лә уҡытыусы булып ҡалырға тейешһең. Ул балаларға ғына түгел, барыһына ла өлгө булырға тейеш, — ти Гөлнара Ғәсимйән ҡыҙы.Гөлнара һәм Эльмир Ҡорбановтар Регина һәм Диана исемле ҡыҙҙар үҫтерә. Улар мәктәптә тик “5”ле билдәләренә генә өлгәшә, төрлө сараларҙа, ярыштарҙа әүҙем ҡатнаша. Икеһе лә район олимпиадаларында яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Регина “Республикамды данлайым” конкурсының район этабында еңеү яулап, республика этабында ҡатнашты. 2019 йылдың декабрендә уға Мәскәүгә төп Шыршы байрамына барыу бәхете тейҙе. Кескәйҙәре Диана 6-сы класта уҡый, бейеү түңәрәгенә йөрөй, уҡыу алдынғыһы. Өйҙә ата-әсәләренә ҙур ярҙамсы улар. Каникул ваҡыттарында ауылға өләсәй-олатай янына ярҙамлашырға ҡайталар. Ғаилә башлығы балыҡсы булғанға күрә, буш ваҡыттарында бергә балыҡҡа йөрөйҙәр. Гөлнара ҡыҙҙары менән гөл-сәскә үҫтерергә ярата. Баҡсаларында йәшелсә-емеш ишелеп уңа. Бөтмөр хужабикә әҙерләгән тоҙланмалар, ҡайнатма-компоттар оҙон ҡышҡа етә.Бына шулай Ҡорбановтар үҙҙәренең тырышлығы, татыулығы менән ауылдаштары араһында ихтирам яулған. Ғаилә нигеҙҙәре киләсәктә лә ныҡлы булһын. Матур ғаилә ил ҡото икәнлеген онотмайыҡ!
Лилиә ХӘСӘНОВА.
Читайте нас: