Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
3 Декабрь 2020, 16:29

Ишле ғаилә — ил күрке

Суслов ауылында йәшәүсе Ирина һәм Валентин Голубтар күмәк бала тәрбиәләй

Быйыл көҙ Ирина һәм Валентин Голубтар никель туйҙарын билдәләне. 12 йыл бергә йәшәү дәүерендә уларҙың бер-береһенә булған хистәре нығыны ғына. Дүртөйлө ҡыҙы Ирина һәм Бөрө егете Валентин Бөрө социаль-педагогия академияһында уҡығанда таныша. Икеһе лә физик культура факультетында бер курста белем ала. Диплом алғандан һуң өйләнешәләр. Башта кеше фатирында торалар, ләкин өс бала тыуыу менән нисек тә торлаҡ мәсьәләһен хәл итергә кәрәк була. Туғандары кәңәше менән ауылда ер участкаһы һатып алалар һәм дәүләт программаһына инәләр. Шуның буйынса бер миллион 200 мең һум субсидия алалар. Бер ҡатлы иркен ағас өй төҙөп инәләр. Икенсе балаға бирелгән әсәлек капиталы ла ярап ҡала. Өйгә газ һәм һыу үткәрәләр. Өсөнсө балаға Бөрөнән бушлай бирелгән ер участкаһын һатып, ғаилә мунса төҙөп ҡуя. Шулай туғандары, ата-әсәләре ярҙамы менән ҡалала йәшәгән Ирина һәм Валентин өй һалып, йәшәргә ауылға күсә һәм бер ҙә быға үкенмәй. Ҡалаға ла йыраҡ түгел.Ирина урындағы мәктәптә физкультура уҡытыусыһы булып эшләй, ә Валентин — водитель, йыраҡ юлға йөрөй. Оло улдары Владимир 11 йәштә. Ул ҡалала “Айыу” клубында аҙнаһына өс ҡабат көрәш буйынса шөғөлләнә. Туғыҙ йәшлек Елизавета бейергә ярата. Алты йәшлек Александр ҙа ағаһынан ҡалышмай, карантин башланғансы шулай уҡ ҡул көрәшенә йөрөгән. Ике йәшлек Даниил — ҡалалағы балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе.Был ишле татыу ғаиләнең үҙ традициялары бар. Шуларҙың береһе — бергәләп саңғыла йөрөү. Ата-әсә балаларҙы сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырып ҡына ҡалмай, берҙәм шөғөл ваҡытында туғанлыҡ ептәре лә нығый: ағаһы ҡустыһын, һеңлеһен хәстәрләй, бер-береһенә ярҙам итәләр. Байрамдарҙа ғаилә ҙур табын артына йыйыла.Ишле бала тәрбиәләгән Ирина һәм Валентин ҡул ҡаушырып ултырмай. 20 сутыйлыҡ баҡсала өс теплица ултыра. Шуға йәшелсә үҙҙәренеке. Бирелә әлегә алмағастар ғына үҫә, ләкин һуңыраҡ бөтә төр емеш ағасын һәм ҡыуағын да ултыртырға ниәтләйҙәр. Был ғаиләлә кем баш тип, бәхәсләшмәйҙәр. Әлбиттә, атай кеше. Һуңғы һүҙҙе һәр ваҡыт ул әйтә. Ә аҡыллы ҡатын һәм әсәй кеше уның менән килешә. Ир менән ҡатын һәр ваҡыт кәңәшләшеп, бер-береһен хөрмәт итеп йәшәгәндә генә ғаилә татыу, берҙәм һәм бәхетле була.
Ольга Платонова.Фото ғаилә архивынан алынды.
Читайте нас: