Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
3 Декабрь 2020, 16:48

Балалы йорт — нурлы йорт

Байҡыбаш ауылында йәшәүсе күп балалы Илһөйәр һәм Фәнил Хөрмәтуллиндар менән яҡындан танышыуым күңелдә яҡты тойғолар ҡалдырҙы.

Илһөйәр Хәсимйән ҡыҙы Байҡыбаш ауылында тыуып үҫкән. Мәктәпте тамамлағас, Өфөлә штукатур-маляр һөнәрен үҙләштерә. Ауылға ҡайтып ҡошсолоҡ фермаһында хеҙмәт юлын башлай.2000 йылда Байҡыбаш егете Әлфис Фәнис улына кейәүгә сыға. Бер-бер артлы сабыйҙары тыуа. Уны бишенсе баланан һуң "Әсәлек даны" миҙалы менән бүләкләйҙәр. Ләкин парлы йәшәү бәхете оҙаҡҡа бармай, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, матур ҡорған тормошон ҡалдырып, 2017 йылда ғаилә башлығы мәрхүм була. Донъя ауырлыҡтары тол ҡалған йәш әсә елкәһенә төшә. Әммә ул ҡайғыға бирешмәй, сабыйҙарына етемлекте һиҙҙермәй, уларға үҙенең һөйөүен, наҙын бирергә тырыша. Ҡыҙҙарын мәктәпкә оҙатып, өҫ-баштарын ҡайғыртып, нисек тә белем алһындар өсөн бар тырышлығын һала. Был ваҡытта иң кесеһе Айнурға ни бары ике генә йәш тулған була. Бер йылдан һуң Илһөйәр Хәсимйән ҡыҙы ауылда ике бала менән яңғыҙ ҡалған Фәнил Айрат улы менән яҙмышын бәйләй.Ғаилә башлығы балалар мохтажлыҡ кисермәһен өсөн аҡса эшләү яйын табып ҡына тора. 20 йылға яҡын “Башинформсвязь” ойошмаһында монтер вазифаһын башҡара.Әлеге көндә Илһөйәр Хәсимйән ҡыҙы балалар баҡсаһында ашнаҡсы булып эшләй. Тормоштоң матурлығы ҡатын-ҡыҙҙан, уның тырышлығынан, түҙемлегенән тора, тигән фекерҙә Фәнил Айрат улы.— Барыһы ла ир кешенең аҡылына, ихтирамлы, иғтибарлы булыуына бәйле, — тип һүҙгә ҡушыла Илһөйәр Хәсимйән ҡыҙы. — Минеңсә, татыу йәшәүҙең сере лә йәнәшәңдәге яҡын кешеңде үҙеңдән юғарыраҡ баһалап, уны ҡәҙерләп, яратып йәшәүҙәлер, моғайын.Хөрмәтуллиндар улдарын һәм ҡыҙҙарын матур тормошта йәшәтеү, бәләкәстәрен уҡытып кеше итеү өсөн тырышып донъя көтә. Балаларының уңыштарына ҡыуанып, ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөп йәшәйҙәр.Уңған хужа менән хужабикәнең донъялары етеш, өй эстәре йәмле. Күпләп мал ҡарайҙар, ҡош-ҡорт үрсетәләр, йәшелсә-емеш үҫтерәләр. Улар шулай бер-береһен аңлап, ауылдаштарының хөрмәтен яулап, тормош мәшәҡәттәре менән ҡайнап ғүмер итә.
Люция КАРАМОВА.
Читайте нас: